Межевой (Һатҡы районы)
Межево́й — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы эшселәр ҡасабаһы, Межевой ҡала биләмәһенең административ үҙәге[21].
Межевой | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Межевое городское поселение[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Межевое городское поселение[d][2] |
Халыҡ һаны |
6204 кеше (1979)[3], 5808 кеше (1989)[4], 5578 кеше (2002)[5], 5414 кеше (2005)[6], 5654 кеше (2006)[6], 5554 кеше (2007)[6], 5462 кеше (2008)[6], 5557 кеше (2009)[7], 5649 кеше (2010)[8], 5630 кеше (2011)[9], 5704 кеше (2012)[10], 5620 кеше (2013)[11], 5544 кеше (2014)[12], 5458 кеше (2015)[13], 5288 кеше (2016)[14], 5185 кеше (2017)[15], 5121 кеше (2018)[16], 5048 кеше (2019)[17], 4923 кеше (2020)[18], 5128 кеше (2021)[19], 5053 кеше (2023)[20] |
Почта индексы | 456905 |
Географик урыны
үҙгәртергәМежевой ҡасабаһы Силәбе өлкәһенең көнбайышында, Һатҡы ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта, Башҡортостан Республикаһы сигендә, Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Һатҡы ҡалаһына тиклем 27 км, яҡындағы тимер юл станцияһы Һилейәгә — 9 км.
Рельефы — Урал тау һырттары алды, иң яҡын бейеклектәр — 336 һәм 400 м. Ландшафты — ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағаслы таулы урман зонаһы. Межевой күрше тораҡ пункттар менән асфальт юлдар менән бәйләнгән. Халыҡ һаны — 5578 кеше (1979 — 6204, 1989 — 5808, 1995 — 5700-гә яҡын).
1973 йылда, бер нисә тораҡ пунктын — Межевой Лог, Яңы Пристань, Парамоновка, Первомайский (хәҙер Башҡортостан территорияһында), Ваняшкино, Блиновка һәм Әй Төркөмө ауылдарын (1950—1973 йылдарҙа улар Һилейә эшселәр ҡасабаһы составында була) — ҡушып, рәсми рәүештә Межевой ҡасабаһы ойошторола[22].
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә
|
Тарихы
үҙгәртергәМежевойға индерелгән боронғо тораҡ пункт тип Яңы Пристань ауылын (элгәрге атамаһы — Саткинская Пристань) атарға була: уға эшҡыуар Н. Г. Лазарев 1778 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1775) йылда, Златоуст (Алтынтамаҡ), Ҡуҫа һәм Һатҡы металлургия заводтарынан йылға буйынса суйын ағыҙыуға ҡулайлаштырылған барка-коломенкаларға пристань төҙөгән ваҡытта нигеҙ һалған.
1887 йылда, был тирәлә тәүгеләрҙән булып, күмер һәм эзбизташ яндырыу кустарь етештереүе башлана. Шул уҡ ваҡытта таш бысыу оҫтаханаһы асыла, унда таш плиталар һәм тирмән таштары етештерелә башлай. Ҡул хеҙмәте ҡулланыла. Продукция Рәсәйҙең үҙәк һәм төньяҡ райондары предприятиеларына, Балтик буйына, Волга буйына, Себергә оҙатыла.
1900 йылда Лазарев үҙ аҡсаһына сиркәү төҙөтә (совет осоронда емертелә), 1902 йылда ҙур ҡыңғырауҙар һатып алына. Сиркәү мәхәллә мәктәбе эшләй.
1910 йылда эшҡыуар таш вағынан тирмән ташы етештерә торған бер нисә цех, уларҙы киптереү өсөн ағас биналар, пар ярҙамында эшләй торған тирмән төҙөтә, икмәк һәм тимер-томор эшләнмәләр кибеттәре, контора эргәһендә магазин аса[25].
Революциянан һуң, Яңы Пристандә Киров исемендәге колхоз ойошторола, һәм унда күрше Ваняшкино ауылы халҡы эшләй. Әҙәби сығанаҡтарҙа һуңғыһы 1899 йылда телгә алына, Лазарев бында таш юныу фабрикаһын аса, һуңыраҡ «Урал тирмән ташы» артелен булдыра.
Парамоновка ауылы 1780 йылда, Ишйылға йылғаһында тәүге парҙа эшләүсе тирмәндәр төҙөгәндә барлыҡҡа килә, бында урыҫ-француз-бельгия йәмғиәте тирмән таштары ҡулланыла.
Халыҡ эзбизташ үртәү, тирмән ташы һәм кирбес етештереү менән шөғөлләнгән. Блиновка һәм Әй Төркөмө ауылдары Каменка йылғаһының (Әй ҡушылдығы) үрге ағымында, ҡарағай урманы араһында 1952 йылда барлыҡҡа килә. Бында халыҡ үҙағас, карап ағасы әҙерләгән.
Межевой Лог ҡасабаһына 1930-сы йылдар уртаһында боксит ҡаҙылмаларын табылғандан һуң нигеҙ һалынған. Ҡасабаға урын ике тау араһы ҡултығынан бирелә (ошо урында Ҡыйғы районы Ҡолмәт ауылы менән межа үтә).
1936 йылдан Көньяҡ Урал боксит рудниктары Межевой биләмәләрендә алдынғы предприятие була. Башта мәғдән асыҡ ысул менән алынһа, 1938 йылдан Әй һәм Яңы ятҡылыҡтарында ер аҫты ысулы менән сығарыла. 1941 йылда — беренсе шахта, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң икенсеһе эксплуатациялана.
Барлығы ҡасаба тирә-яғында, Күкшик һыртынан төньяҡҡараҡ, боксит мәғдәненең 8 эре ятҡылығы (Барсучий Лог, Белоусовский, Блиново-Каменский, Ивано-Кузьминский, Краснокаменский, Межевой Лог, Первомайский, Черепанов Лог) асыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре янында тораҡ пункттарға нигеҙ һалына.
1969 йылда — «Блиново-Каменский» шахтаһы, 1979 йылда «Ҡорғаҙаҡ» шахтаһы сафҡа баҫа.
Һуңғараҡ, ҡаҙылған мәғдәндең сифаты түбән булыуы, шахталарҙа боксит мәғдәнен сығарыу үҙҡиммәте аҡланмауы арҡаһында, рудниктарҙа эштәр туҡтатыла[22].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1979[26] | 1989[27] | 2002[28] | 2005[29] | 2006[29] | 2007[29] | 2008[29] |
6204 | ↘5808 | ↘5578 | ↘5414 | ↗5654 | ↘5554 | ↘5462 |
2009[30] | 2010[31] | 2011[32] | 2012[33] | 2013[34] | 2014[35] | 2015[36] |
↗5557 | ↗5649 | ↘5630 | ↗5704 | ↘5620 | ↘5544 | ↘5458 |
2016[29] | ||||||
↘5288 |
Иҡтисады
үҙгәртергә1991 йылдан 2001 йылға тиклем Межевой керамика цехы эшләй, икмәкхана бар.
Социаль өлкәһе
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Межевой халҡы социаль учреждениеларҙа эшләй.
Ҡасабала:
- «Берёзка» исемле мәктәпкәсә йәштәге балалар комбинаты,
- Славян мәҙәниәте үҙәге,
- Межевой ҡасабаһы тарих музейы,
- дауахана (уның тиҙ ярҙам күрһәтеү бригадаһы, 2000 йылда асылған геронтология бүлеге бар),
- поликлиника (уға күрше тораҡ пункттарҙың халҡы ла беркетелгән),
- Әй Төркөмө, Ваняшкино халҡын хеҙмәтләндергән Яңы Пристань фельдшер-акушер пункты,
- Блиново-Каменский руднигының һәм «Ҡорғаҙаҡ» шахтаһының медицина пункты,
- «Межевой эшселәр ҡасабаһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы,
- шифахана мәктәп-интернаты (Әйле ауылында һәм Һилейә ҡасабаһында 2 филиалы бар),
- «Горняк» мәҙәниәт һарайы (бер нисә түңәрәк эшләй),
- Яңы Пристань ауыл мәҙәниәт йорто,
- ике китапхана,
- балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (2016 йылдың 6 ғинуарында янды),
- музыка мәктәбе[37].
Иҫтәлекле урындары һәм ҡомартҡылары
үҙгәртергә- Эзбизташ яндырыу мейестәре;
- Парамонов ҡаяташ диуарҙары (притёсы);
- Дан скверында шахтёрҙар һәйкәле;
- П. Л. Зеленюк һәйкәле.
Элек ҡасабала В. И. Ленин һәйкәле торған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010) (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Межевой. Туристический портал 2021 йыл 7 март архивланған.
- ↑ 22,0 22,1 Силәбе порталы. Межевой ҡасабаһы
- ↑ Шувалов Н. И. Межевой // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ портал Челябинской области. Межевой
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 29,0 29,1 29,2 29,3 29,4 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010) . Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ иләбе порталы. Межевой ҡасабаһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Межевой// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7