Биктуған
Биктуған (рус. Биктуган) — Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы менән Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы сиге) составында булған ауыл. 1775 йылда яндырыла[1].
Биктуған | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Себер даруғаһы |
Географияһы
үҙгәртергәҠыуаҡандарҙың түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейәнән алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан ҡыр-көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта төркмән-көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Катав-Ивановск, Ҡытаутамаҡ) ерҙәре менән сикләнгән. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре йәмлелеге, байлығы менән төрлө яҡ халҡын йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн яландары йәйрәп ятҡан, урмандары төрлө йәнлектәргә, һунар ҡоштарына бай булған, бал ҡорттары солоҡтарға бал йыйған. Әй, Йүрүҙән, Зилға, Олөйөр йылғаларында балыҡ күп булған.
Ҡыуаҡан ерҙәре үҙенең мәғдән байлыҡтары менән рус сәнәғәтселәрен ылыҡтырған. «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше: шулар араһында Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һәм башҡалар ҡул ҡуйған»[2].
Тарихы
үҙгәртергәБиктуған ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусының төп вәкилдәре Тархан улы Мишәрҙең ғаиләһе, йәки Мишәров Биктуған, нигеҙ һалған[3].
1740 йылғы ихтилалда ҙур әүҙемлек күрһәткән Тархандың ейәндәре ағалы-энеле Иштуған менән Биктуған Мишәровтар, Күсәш менән Таҡый Мишәровтар, Илсекәй һәм Монас Биктуғановтар Биктуған ауылында йәшәгән[4].
1770 йылдың май ахыры—июнь башында Эҫем, Ҡытау-Ивановск һәм Йүрүҙән-Ивановск заводын, Эҫем йылғаһының үрге ағымын барып күргәндән һуң, Паллас Миндеш ауылынан (Иҙрис мәмерйәһе эргәһендәге кисеүҙән Башташ тауҙары битләүҙәре буйлап тура ат юлы була, шул юлдан) Түбәләҫ ырыуы ерҙәренә килә[5].
1770 йылдың 27 майында (7 июнендә) Петр Симон Паллас Әй йылғаһының таулы һул яры буйлап, «ҡайынлы-уҫаҡлы ҡатнаш сауыллыҡ аша» , Крәкейылға һәм Саған (Шахан) йылғалары буйлап Олөйөр йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылы эргәһенән үткән[6]. «Олөйөр йылғаһы ҡултығында, Сағанйылға шишмәһе (Һикеяҙ йылғаһының ҡушылдығы) Әйгә ҡойған урында, Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне»[7][8], тип яҙған ул.
Башҡорттар селитра һәм көкөрт тупланмаларын Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләренән алған, ә Биктуған ауылы хәҙер ташландыҡ хәлдәге Һикеяҙтамаҡ (Силәбе өлкәһе) тигән ауыл эргәһендә, Әй йылғаһының һул ярынан тиҫтә саҡрым үргәрәк урынлашҡан булған, тип фаразларға була.
«Петер Симон Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал», тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[9].
1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.
Был ауылда йәшертеп дары яһауҙарын властарға еткереүселәр ҙә булған, әлбиттә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 142 с. (История д. Ильчикаево)
- ↑ Абдуллина М. Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
- ↑ [1]
- ↑ Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. Часть 2. Кн. 1. Физическое путешествие по разным провинциям Российской Империи, бывшее в 1770 г.. — СПб.: Имп. Академия наук, 1786.. — 476 с. с.
- ↑ Башкирский этап академической экспедиции Петра Симона Палласа: маршрут 1770 года (июнь) 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау. «Тормош һабаҡтары» дәреслеге, 9 кл.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 142—144 с. (История д. Ильчикаево)
- Абдуллина М. Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- Абдуллина А. Ф. Түбәләҫ ырыуы, Йүрүҙән, 1999, 8-се һан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. Часть 2. Кн. 1. Физическое путешествие по разным провинциям Российской Империи, бывшее в 1770 г.. — СПб.: Имп. Академия наук, 1786.. — 476 с. с.
- Башкирский этап академической экспедиции Петера Симона Палласа: маршрут 1770 года (июнь) 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Генеалогия и архивы. Ильчикеево 2021 йыл 2 октябрь архивланған.
- Челябинская область. Тюбеляс.