Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы

Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы (15 июнь 1941 йыл25 июль 2007 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (1995).

Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы
Тыуған көнө

15 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Хәйбулла районы , Оло Әбеш ауылы

Вафат көнө

25 июль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү ҡалаһы

Ғилми даирәһе

геология

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Биографияһы

үҙгәртергә

Илшат Ғаяз улы Әбделмәнов 1941 йылдың 15 июнендә Башҡортостан АССР-ы Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында тыуған.

1959—1961 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Вишневогорск мәғдән идаралығында һәм Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатта эшләй.

1971 йылдан Германия Демократик Республикаһында эшләй.

1976—1990 йылдарҙа Мәскәү геология-разведка институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре, лаборатория мөдире булып эшләй.

1990—1991 йылдарҙа һәм 1994 йылдан «Экогеоцентр» фәнни-производство үҙәгенең директоры һәм бер үк ваҡытта «Металинк» ААЙ директоры вазифаларын башҡара.

1991—1994 йылдарҙа «Наука» Рәсәй концерны генераль директорының урынбаҫары, генераль урынаҫары вазифаларын үтәй.

2007 йылдың 25 июлендә Мәскәү ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлекте иҫәпкә алып урын һәм башҡа металдарҙы мәғдәндән ер аҫтынан сығарыу технологияһын эшләүгә бағышланған.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 150-нән ашыу уйлап сығарыуҙар авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Комплексы подземного выщелачивания. — М., 1992. (авторҙаш)
  • Подземное выщелачивание полиэлементных руд. — М., 1998. (авторҙаш)
  • Горно-химическая технология добыча урана. — М., 2001. (авторҙаш)

Һылтанмалар

үҙгәртергә