Оло Иҫәнгилде
Оло Иҫәнгилде (рус. Большая Исянгильдина) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Оло Иҫәнгилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Иҫәнгилде |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Телефон коды |
+7 35131 |
Почта индексы |
456894 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Тарихы
үҙгәртергәОло Иҫәнгилде (Иҫәнгилде) — әйле башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Географияһы
үҙгәртергәАрғаяш районының көньяғында, Ҡараһыу йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡолой ауыл биләмәһенә ҡарай, биләмәнең административ үҙәге Ҡолой ауылына тиклем — 10 км.
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1866 | 1900 | 1920 |
---|---|---|---|
159 | 645 | 445 | 694 |
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[3] | 2010[1] |
214 | ↘202 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[4][5].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йосопов Вәли Йосоп улы (1896—1962) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Көсөковтар — кантон башлыҡтары, башҡорт дворяндары нәҫеле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был Силәбе өлкәһе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |