Көсөковтарбашҡорт дворяндары нәҫеле. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-Табын улусының (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Иҫәнгилде ауылы башҡорттарынан.

Көсөковтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Ырымбур губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Көсөк

Барлыҡҡа килгән урыны:

Силәбе өйәҙе (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Барын-Табын улусының Иҫәнгилде ауылы


Подданлығы:

Дөйөм характеристика үҙгәртергә

Көсөковтар нәҫелен башлап ебәреүсе сотник Көсөк була. Уның улы:

  • Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1764 йыл — 1840 йылдан һуң) — 10‑сы класлы чиновник (1821). 1806—1807 йылдарҙағы Рус-прус-француз һуғышында ҡатнашҡан. 1800—1825 йылдарҙа үҙәге Иҫәнгилде ауылында булған 5‑се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. 1778—1780 йылдарҙа, 1782 йылда, 1793 йылда һәм 1794 йылда Себер сик һыҙығында, ә 1785 йылда һәм 1795 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мөхәмәтҡолой (Ҡолой) ауылын нигеҙләй. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡолой кантон» уға арналған. Ҡолой Көсөковтың 10 улы араһынан билдәлеләре:
    • Сәғит Көсөков (1782 — 1850) — сотник. 1821 йылда 14 класс чинын ала[1]. 1825—1842 йылдарҙа 5‑се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара[2]. Уның 4 ҡатыны һәм 20 балаһы булған[3]. 3 тирмәнгә эйә булған[4].
    • Хәсән Көсөков (1810 — ?) — сотник (1857). 1828 йылда, 1833 йылда, 1843 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1844 йылда хорунжий хәрби дәрәжәһен ала[5]. 1847—1850 йылдарҙа 1‑се башҡорт кантоны идарасыһы, 1856—1859 йылдарҙа 9‑сы башҡорт кантоны башлығы вазифаларын үтәй. 1861 йылда отставкаға китә. Тирмәнгә эйә булған.
    • Абдулла Көсөков (1813 — ?) — яҫауыл (1855). 1830 йылдан — Ырымбур сик һыҙығында, 1837 йылдан Ырымбур ҡалаһында хеҙмәт итә. 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашып сотник хәрби дәрәжәһен алған[6]. 1842—1849 йылдарҙа 6‑сы, 1849—1856 йылдарҙа — 2‑се башҡорт кантондары идарасыһы, 1856—1830 йылдарҙа — 9‑сы, 1860—1861 йылдарҙа 10‑сы башҡорт кантондары башлығы вазифаларын башҡара. Тирмәнгә эйә булған.
    • Ихтисам Көсөков (1821 — ?) — зауряд-хорунжий (1857). 1849—1860 йылдарҙа 6‑сы башҡорт кантондарының береһендә йорт идарасыһы булып хеҙмәт итә.

Хәсән Көсөковтың улдары:

  • Мөхәмәтйософ Көсөков (20 февраль 1838 — ?) — 1861 йылдан суд тәфтишсеһе. Ҡазан университетының юридик факультетын тамамлаған.
  • Мөхәмәтшәриф Көсөков (2 апрель 1856 — ?) — унтер-офицер. Тирмәнгә эйә булған.

1865 йылдың 8 ғинуарында Хәсән Көсөков һәм уның улдары Мөхәмәтйософ менән Мөхәмәтшәрифҡа нәҫелдән күсә килеүсе дворяндар дәрәжәһе бирелә. Көсөковтар нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған[7].

Башҡа билдәле вәкилдәре үҙгәртергә

  • Көсөков Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы (1871 — ?) — уҡытыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән.
  • Көсөков Раил Фазыл улы (28 март 1952) — опера йырсыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостандың халыҡ артисы (2000), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
  • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.

Һылтанмалар үҙгәртергә