Ҡараһыу (Мейәс ҡушылдығы)

Ҡараһыу (рус. Караси) — Рәсәйҙәге йылға. Силәбе өлкәһе биләмәләрендә аға. Мейәс йылғаһы ҡушылдығы[2].

Ҡараһыу
Һыу башы Кесе Мейәс (Силәбе өлкәһе)
Ҡайҙа ҡоя Мейәс
Һыу йыйыу бассейны бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 527 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 21 km
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡараһыу йылғаһы өлкәнең Сыбаркүл һәм Арғаяш райондары биләмәләре аша аға.

Йылға Мейәс йылғаһының уң ярына тамағынан 457 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км, һыуйыйғыс бассейны майҙаны 527 км².

Йылға Кесе Мейәс күленән баш ала, ә уныһы, билдәле булыуынса, ҡылымыҡ аша Оло Мейәс күленән туйына.

Йылға башланған ерҙә Үрге Ҡараһыу, ә тамағында — Түбәнге Ҡараһыу ауылдары урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыМейәс йылғаһын индермәйенсә Арғужа һыуһаҡлағысынан Силәбе ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500912111200003625
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200362
  • Бассейн коды — 14.01.05.009
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә "Караси" топонимы урыҫ теленә башҡорт телендәге "ҡара һыу" — «река с чистой, прозрачной водой», или «речка, берущая начало из источника» тигәндән үҙгәреп килеп ингән тип яҙа. Бәлки, ул "ҡаран" һүҙен күҙҙә тотҡандыр. Шулай уҡ ул топонимдың Ҡараса, Ҡарас тигән ирҙәр исеменән булыуы ихтималлығын да яҙа[4] [5]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Караси.
  4. Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[1]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[2]</ref>
  • Река Караси [3] 2019 йыл 24 март архивланған.