Овьедо (ҡала)

(Овьедо (город) битенән йүнәлтелде)

Овьедо (исп. Oviedo, астура. Uviéu, лат. Ovetus) — Испаниялағы ҡала, Астурия автономиялы берләшмәһенең административ үҙәге, уның муниципалитеты Овьедо (комарки) районы составында тора. Эре сәнәғәт һәм сауҙа ҡалаһы. VIII—IX быуаттың роман стиленә тиклемге ысын архитектура ҡурсаулығы булараҡ билдәле.

Овьедо
исп. Oviedo
Asturian: Uviéu
Байраҡ[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Oviedo[1]
Этнохороним ovetense, uvieín, uvieína, uvieíno һәм Ovetense
Дәүләт  Испания[2]
Административ үҙәк Овьедо[d]
Административ-территориаль берәмек Астурия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы мэр Овьедо[d]
Хөкүмәт башлығы Alfredo Canteli[d]
Халыҡ һаны 217 584 кеше (2023)[3]
Ир-егеттәр 101 732[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 117 954[4]
Административ рәүештә бүленә Trubia[d], Tudela Agüeria[d], Bendones[d], Veguín[d], Brañes[d], Caces[d], Godos[d], Llatores[d], Llimanes[d], Lillo[d], Lloriana[d], Olloniego[d], La Manxoya[d], Naranco[d], Naves[d], Pando[d], Perera[d], Pintoria[d], Priorio[d], Puerto[d], San Claudio[d], Cruces[d], San Pedru Nora[d], Santa Mariña de Piedramuelle[d], Santianes[d], Santolaya[d], Sograndio[d], Udrión[d], Uviéu[d] һәм Villaperi[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 241 метр[5]
Туғандаш ҡала Вальпараисо, Маранелло[d], Бохум[d][6], Буэнос-Айрес, Клермон-Ферран, Тампа[d], Джерси-Сити[d], Торревьеха[d], Ханчжоу[d], Валенсия-де-Дон-Хуан[d], Мостолес[d], Веракрус[d], Сантьяго-де-Компостела[d], Санта-Клара[d], Самора[d], Визеу[d], Синтра[d][7], Сантандер[d], Торрелавега[d], Эль-Фуджайра[d] һәм Холон[d]
Милке Карлос Тартьере[d] һәм Дворец спорта (Овьедо)[d]
Сиктәш Градо[d], Льянера[d], Сьеро[d], Лас-Регерас[d], Лангрео[d], Мьерес[d], Рибера-де-Арриба[d] һәм Санто-Адриано[d]
Алыштырған Q74248625?
Майҙан 186,65 км²
Почта индексы 33001–33013
Рәсми сайт oviedo.es
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 97 821
Номер тамғаһы коды O
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Oviedo[d]
Карта
 Овьедо Викимилектә

Донъяла Овьедо исемендәге бер нисә ҡала бар, һәм улар барыһы ла Америка ҡитғаһында урынлашҡан. Мексиканың, Парагвайҙың, Доминика Республикаһының һәм Флориданың үҙ Овьедо ҡалаһы бар.

 
Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүе.

Овьедо ҡалаһына Оветум тауында изге Винсент монастырын төҙөгән монахтар 761 йылда нигеҙ һала, ул тигеҙлек уртаһында торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм емеш-еләк баҡсалары менән уратып алынған.

Маврҙар Испанияны баҫып алғандан һуң Альфонсо II үҙ ғаиләһен Овьедоға күсереп алып килә, һәм Овьедо ҡалаһы Испания христиандарының баш ҡалаһына һәм ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә әйләнә. Овьедо Астурий короллеге һәм Реконкиста үҙәгенең баш ҡалаһы була. 1608 йылдың 21 сентябрендә Овьедола университет асыла.

XХ быуатта Овьедо хәрби үткәнен раҫлай: 1934 йылда бында, таш күмер һәм тимер рудаһы сығарған район сигендә, шахтерҙар забастовкаһә үтә, ә Франконың оҙайлы ваҡыт уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң, ҡала антифашистик хәрәкәт һәм профсоюз терәге булып һанала.

Овьедо климаты
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C 11,7 12,8 14,4 14,9 17,6 20,3 22,4 22,8 21,7 18,1 14,6 12,5 17,0
Уртаса температура, °C 8,0 8,8 10,0 10,6 13,3 16,1 18,3 18,7 17,3 14,0 10,8 9,0 12,9
Уртаса минимум, °C 4,2 4,8 5,6 6,3 9,1 11,9 14,1 14,5 12,9 10,0 7,1 5,5 8,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 129 115 78 65 51 29 25 35 55 84 108 130 973
Сығанағы: AEMeT
 
Овьедолағы майҙан

Әлеге ваҡытта ҡаланың муниципаль сиктәрендә — 213,7 мең кеше йәшәй (2005).

Йыл Ҡала Муниципалитет Йыл Ҡала Муниципалитет
1787* 491 6 1996 049 200
1857 156 14 933 31 1997 мәғлүмәт юҡ
1887 614 18 1998 199 549
1900 103 48 1999 200 453
1910 269 53 2000 183 524 200 411
1920 375 69 2001 374 184 005 201
1930 463 75 2002 463 186 938 202
1940 410 51 548 82 2003 191 231 699 207
1950 598 71 106 002 2004 274 193 495 209
1960 550 91 058 127 2005 196 156 782 213
1970 021 130 154 117
1981 315 168 190 123
1991 276 204

Географияһы

үҙгәртергә

Овьедо Астурия үҙәгендә, Нор һәм Налон йылғалары араһында, урынлашҡан. Овьедоның төньяғында Лас- Регуэрас, Лланер, көньяғында-Мьерес һәм Рибера-де-Арриба, көнсығышында Сьеро һәм Лангрео, көнбайышында Градо һәм Санто-Адриано тора. Овьедо диңгеҙ кимәленән 80 метрҙан алып 709 метр бейеклектә ята. Монте-Наранко ҡаланы төньяҡтан, ә Сьерра-дель-Арамо көньяҡтан иҫкән көслө һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап тора. Ҡала үҙәге бик убалы.

Иҡтисад секторы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, ҡала үҙәгендәге төрлө бихисап офис биналары менән бәйле. Овьедо административ үҙәк булараҡ дәүләт идаралығы сфераһындағы күп эш урындарын яҡлай. Испания өсөн мөһим булыусы етештереү секторы Овьедола киң таралмаған, әммә күрше Лланер һәм Сьеро муниципалитеттары өсөн был бик мөһим. 2009 йылда Овьедо муниципалитетының бурысы 135 000,00 евро булған.[8]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Фернандо Алонсо — «Формула 1» ярыштарында ике тапҡыр донъя чемпионы.
  • Хосе Томас Бовес— бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш ваҡытында венесуэла каудильоһы.
  • Вальехо-Ботас Нагер, Хуан-Антонио — испания психиатры, яҙыусы.
  • Мичу— футболсы, инглиз «Суонси» командаһы һәм Испания йыйылма командаһы уйынсыһы.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
 
Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы
 
Овьедо соборы
  • Сан-Сальвадор готика соборы, унда изге Винсент мәйете һәм Альфонсо III тарафынан бүләк ителгән ике тәре — Крус-де-лос-Анхелес (Фәрештә тәреһе) һәм Крус-де-ла-Виктория (Еңеү тәреһе) тора.
  • Сан-Тирсо сиркәүе.
  • Хакимиәт бинаһы менән Сан-Исидоро сиркәүе торған Конституция майҙаны.
  • Наранко тауындағы роман осорона тиклемге сиркәүҙәр (барлығы 14, король Рамиро I йәйге резиденцияһы, 848 йылда Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүенә әйләндерелгән һәм Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы) һәм төньяҡ-көнсығышта (Сан-Хулиан-лос-Прадос сиркәүе), улар барыһы ла бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО объекттары.
  • Сан-Франциско үҙәк паркы.

Музейҙар

үҙгәртергә
  • Сан-Висенте монастырындағы тарихи-археологик музей.
  • Сәнғәт музейы.

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 312



урыҫ.ингл.фр.
  • Испания. «Вокруг света» нәшриәте. Тулыландырылған һәм төҙәтелгән 3-сө баҫма. 2008. ISBN 978-5-98652-118-3

Һылтанмалар

үҙгәртергә