Клермон-Ферран
Клермон-Ферран (франц. Clermont-Ferrand [klɛʁ.mɔ̃ fe.ʁɑ̃] , окс. Clarmont d'Auvèrnhe) — Франция үҙәк өлөшөнөң көньяғындағы коммунаһы һәм ҡалаһы, Пюи-де-Дом департаментының префектураһы (административ үҙәге). Ҡалала 139 мең кеше йәшәй (2008).
Географияһы
үҙгәртергәҠала Лимань уйпатлығы үҙәгендә, диңгеҙ кимәленән 410 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡала тирәһендә бик күп тауҙар (Пюи теҙмәһе), шул иҫәптән бер нисә һүнгән вулкан бар. Ҡала янында Руайя (франц. Royat) курорт ҡаласығы урынлашҡан. Шулай уҡ Клермон-Ферран янында «Вулкания» вулкан паркы бар.
=== Климат ===
Климат Клермон-Ферро | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл | ||||||||||||||
Абсолют максимум, °C | 19,4 | 23,5 | 26,6 | 30,0 | 31,6 | 34,9 | 40,7 | 39,5 | 36,8 | 29,0 | 24,1 | 21,3 | 40,7 | Һауа температураһы, °C | 6,9 | 8,9 | 11,8 | 14,8 | 18,7 | 22,5 | 25,6 | 24,9 | 22,4 | 17,3 | 11,0 | 7,3 | 16,0 |
Уртаса температура, °C | 3,1 | 4,6 | 6,8 | 9,5 | 13,2 | 16,7 | 19,3 | 18,8 | 16,3 | 12,1 | 6,8 | 3,5 | 10,9 | ||||||||||||||
Уртаса минимум, °C | -0,7 | 0,3 | 1,8 | 4,2 | 7,8 | 11,0 | 13,0 | 12,6 | 10,3 | 7,0 | 2,6 | -0,2 | 5,8 | ||||||||||||||
Абсолют минимум, °C | -23,1 | -22 | -10,7 | -5,2 | -3,6 | 1,0 | 4,4 | 2,4 | -1 | -5,8 | -10,1 | -17,6 | -23,1 | ||||||||||||||
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 29 | 27 | 29 | 45 | 91 | 67 | 47 | 73 | 57 | 51 | 36 | 33 | 585 | ||||||||||||||
Сығанағы: Infoclimat |
Тарих
үҙгәртергәБаш ҡала Оверниға римлеләр килгәнгә тиклем үк галлдар еренең үҙәге була. Грек тарихсыһы Страбон уны Немесса тип телгә алған. Был ерҙәрҙә галдарҙың юлбашсыһы Верцингеторикс тыуған тип иҫәпләнә; уның һыны ҡала үҙәгендәге Бартольди майҙанында ҡуйылған. Ҡайҙалыр ҡала ситендә Верцингеторикс римлеләрҙе Герговия (ентекләп ҡара. Герговия) янындағы алышта еңгән, тип иҫәпләнә.
Клермонт йәки Клермон исеме (Clarmontis; от лат. Augustonemetum) 761 йылда франк короллеге тарихында осратыла. Иртә урта быуаттарҙа уның башлығы епископ була. Клермон ике сиркәү соборы — 535 һәм 1095 йылдарҙа - үткәреләгән урын булып тора; Икенсе Клермон соборында папа Урбан II үҙ мәхәлләһен тәре походында ҡатнашырға саҡыра.
Оверни графтары Клермонды сиркәү әһелдәренән уңышһыҙ тартып алырға тырыша. Маҡсаттарына ирешә алмағас, улар Клермон янында икенсе ҡала — Монферран ҡалаһына нигеҙ һала. Монферран быуаттар дауамында Клермон менән ярыша, ниһайәт, Монферранға Клермон биҫтәһе статусы бирелә. Парлашҡан ҡала «Клермон-Ферран» тигән исем ала.
Иҡтисад
үҙгәртергәҠалала транспорт үҙәге (бер нисә тимер юл һәм автомобиль юлдары киҫелеше) һәм аэропорт бар.
Ҡалала бөтә донъяға билдәле шин Michelin етештереүселәренең штаб-фатиры тора; шулай уҡ бында компанияның ҡайһы бер предприятиелары урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала машиналар эшләү, туҡыу, полиграфия, ҡағыҙ, химия, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй.
Транспорт
үҙгәртергәКлермон-Ферран ҡалаһында француз ҡалалары араһында беренселәрҙән булып трамвай электр линияһы асыла : 1888 йылдың 27 ғинуарында эшҡыуар Жан Кларе Клермон-Ферран мэрияһынан төҙөлөшкә концессия ала. Трамвай линияһы 1890 йылдың 7 ғинуарында мэр Амеде Гаске тарафынан эшләтелә башлай — уның оҙонлоғо 4,5 километр була һәм Монферран һәм Жод кварталдары араһында тора, 4 айҙан һуң линия Руаяға тиклем оҙайтыла. 1892 йылда Клермон-Ферран трамвайы 2,5 миллион пассажир ташый. 1930 йылдарҙан башлап әкренләп трамвай системаһы һүнә төшә һәм 1956 йылдын 14 мартында ябыла[11].
2006 йылдың 13 ноябрендә трамвай хәрәкәте тергеҙелә, ҡалала ғәҙәти булмаған ҡала траспорты — транслор — шиналы трамвай эшләй башлай.
Мәҙәни мираҫ
үҙгәртергәИң боронғо биналар, шул иҫәптән, Нотр-Дам соборы урындағы ҡара төҫтәге вулкан тоҡомло таштарҙан һалынған. Оверн готикаһы ҡомартҡыһы булып иң боронғо Нотр-дам-дю-Порт сиркәүе тора. Ранке музейы залында ҡала тарихы менән танышырға мөмкин; бер нисә зал иң билдәле Паскаль шәхесе тормошо тураһында һөйләй. 1810 йылда урындағы университет асыла. Хәҙер был университетта 30 000 ашыу студент уҡый, улар ике университетта (Оверн университеты һәм Блез Паскаль исемендәге университет) белем ала, шулай уҡ бында юғары коммерция мәктәбе һәм политехник институт бар. Блез Паскаль исемендәге университеттың филология факультетында Францияла билдәле славяндарҙы өйрәнеү һәм русистика бүлексәһе бар. Был бүлексәнең китапханаһында 30 000-дән ашыу китап һаҡлана.
1979 йылдан алып Клермон-Ферранда йыл һайын Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино фестивале үткәрелә. Уны Канн ҡыҫҡа метражлы киноһы тип йөрөтәләр.
Ҡаланың тимер юл вокзалы урынлашҡан урамға «Советтар Союзы» тигән исем бирелгән.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергә- Абердин (англ. Aberdeen), Шотландия, Великобритания (с 1955)
- Салфорд (англ. Salford), Англия, Великобритания
- Регенсбург (нем. Regensburg), Германия (с 1969)
- Гомель (бел. Гомель), Беларусь
- Овьедо (исп. Oviedo), Испания
- Норт-Квинсленд (инг.)баш. (англ. North Queensland), Австралия
- Брага (порт. Braga), Португалия
- Норман (англ. Norman), Оклахома, США
- Оем (франц. Oyem), Габон
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 6,0 6,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 8,0 8,1 Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 https://lannuaire.service-public.fr/auvergne-rhone-alpes/puy-de-dome/mairie-63113-01
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Jean-Paul Gondeau. En 1890, Jean Claret a mis en service à Clermont les premières motrices électriques de France (фр.). La montagne (24 апрель 2016). Дата обращения: 19 август 2017.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Туризм тураһында Клермон-Ферран ҡала сайты. (фр.) (инг.)