Викидатала элемент юҡ

Нәғим — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Нәғим исеме бар.

Этимология

үҙгәртергә

Нәғим ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Муллыҡ, именлек, бәхет, байлыҡ тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (10 август 1928 йыл — 7 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы(1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының санитар-ездовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы (рус. Садыков Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич); 4 август 1914 йыл — 19 октябрь 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Әғләмов Нәғим Харислам улы (15 август 1932 йыл — 24 декабрь 2008 йыл) — төҙөлөш новаторы, монтажсы. 1958—1992 йылдарҙа «Гидромонтаж» тресының Зәй монтажсылар участкаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973).

Дауытов Нәғим Яҡшығол улы (12 декабрь 1921 йыл — 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. Педагог. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ