Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы
Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы рус. Садыков Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич) (4 август 1914 йыл — 19 октябрь 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Садиҡов Нәжип | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 август 1914 |
Тыуған урыны | Янбарис, Киҫәкҡайын ауыл советы, Яңауыл районы |
Вафат булған көнө | 19 октябрь 2003 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Янбарис, Киҫәкҡайын ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Коновод |
Хәрби звание | кесе сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСадиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 1914 йылдың 4 авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1924 йылдың 4 авгусында[1]) хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Янбарис ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрь айында Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хәрби аҙыҡ-түлек взводының ат тотоусыһы булып хеҙмәт итә[2].
Сержант Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы Берлинғаса хәрби юл үтә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» (1945)[2], ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943, 1944)[2] миҙалдары менән бүләкләнгән.
Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 2003 йылда тыуған ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Память народа. Садыков Назип Минниязович 2021 йыл 26 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Шаймуратовцы. САДЫКОВ Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Бессмертный полк. Янаул. Садыков Нагим Минязевич