Нәзир (исем)
Нәзир — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән таралған ир-ат исеме исем.
Этимологияһы
үҙгәртергәНәзир — «үрнәк, өлгө», «бик матур», «алдан күреүсе» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин (17 сентябрь 1941 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры (2009).
Нәзир Заһит улы Зиязов (рус. Зиязов Назир Загитович; 9 июль 1946 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт хеҙмәте һәм ауыл хужалығы ветераны. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәНәзирова Флизә Изген ҡыҙы (15 февраль 1964 йыл) — тупраҡты өйрәнеүсе ғалим, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Нәзиров Ромэн Ғафан улы (4 февраль 1934 йыл — 16 ғинуар 2004 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1965—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1997). «Ф. М. Достоевскийҙың ижади принциптары» монографияһының, шулай уҡ фольклор мотивтары тарихы һәм XIX быуаттағы рус әҙәбиәте поэтикаһының төрлө аспекттары буйынса бер нисә тиҫтә мәҡәлә авторы.
Нәзиров Марис Нәзиф улы (4 август 1949 йыл — 3 февраль 2013 йыл) — журналист һәм шағир. СССР Журналистар союзы (1970) һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һəм киң мəғлүмəт хеҙмәткәре (2004).
Нәзиров Әсғәт Динислам улы (9 март 1914 йыл — 23 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы штабы начальнигы ярҙамсыһы.
Топонимдарҙа
үҙгәртергәНәзир — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |