Нәзиров Ромэн Ғафан улы

Нәзиров Ромэн Ғафан улы (4 февраль 1934 йыл — 16 ғинуар 2004 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1965—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1997). «Ф. М. Достоевскийҙың ижади принциптары» монографияһының, шулай уҡ фольклор мотивтары тарихы һәм XIX быуаттағы рус әҙәбиәте поэтикаһының төрлө аспекттары буйынса бер нисә тиҫтә мәҡәлә авторы.

Нәзиров Ромэн Ғафан улы
Тыуған көнө

4 февраль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Украина ССР-ының Харьков ҡалаһы

Вафат көнө

16 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

әҙәбиәт

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (1995)

Биографияһы үҙгәртергә

Ромэн Ғафан улы Нәзиров 1934 йылдың 4 февралендә Украина ССР-ының Харьков тыуған.

Йәш сағында тарихсы булырға хыяллана. 1952 йылда Ленинградтағы А. И. Герцен исемендәге Дәүләт педагогия институтының тарих факультетына инеү өсөн имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Анкетаһында атаһы Ғаффан Шәмғүн улы Нәзировтың репрессияланыуын йәшермәй яҙа, һәм уға имтиханда алынған «отлично» билдәләре лә ярҙам итмәй: Ленинград институттарына егетте ҡабул итмәйҙәр.

1953 йылда Ромэн Нәзиров К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына инә. Уны 1957 йылда тамамлай һәм Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районында ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, шунан һуң Өфөлә нәшер ителгән «Ленинец» йәштәр гәзитендә хеҙмәт итә.

1962—1965 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университетының рус әҙәбиәте кафедраһында аспирантурала уҡый; 1966 йылда «Ф. М. Достоевскийҙың 1859—1866 йылдарҙағы әҫәрҙәрендә социаль һәм этник проблематика» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Артабанғы ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен ғалим Башҡорт дәүләт университетында эшләүгә арнай. 1992 йылдан рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына етәкселек итә.

Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе: рус һәм сит ил әҙәбиәте, мифология, культурология.

1995 йылда «Рус прозаһында Пушкин һәм Гоголь традициялары. Фабулаларҙың сағыштырма тарихы» тигән темалы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Университеттың «Кафедра» тигән күп тиражлы гәзитен нигеҙләй һәм уның тәүге мөхәррире була (ул саҡта «Знамя Октября» тип аталған гәзиттең беренсе һаны 1967 йылда донъя күрә).

Р. Ғ. Нәзиров хеҙмәттәрендә киң күләмле проблемаларҙың ҡуйылышы — деталдәргә ифрат ентекле иғтибар менән, анализланыусы күренештәрҙең киң солғаныуы үтә теүәллек, афоризмдарға хас булғанса формулировкалар аныҡлығы менән ҡушылып килә. Ғалимдың һоҡланғыс эрудицияһы уға фольклор сығанаҡтарынан алып ХХ быуаттағы әҙәби күренештәргә тиклем һәммәһен иркен һәм тәбиғи күҙәтеүҙә тоторға мөмкинлек бирә. Ғалимдың вафатынан һуң уның ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәре, лирик прозаһы, архивындағы ҡулъяҙмалары нәшер ителә.

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Петербургская легенда и литературная традиция // Уч. зап. Башкирского ун-та. Вып. 80. Традиции и новаторство. Уфа, 1975;
  • Петр Верховенский как эстет // Вопросы литературы. 1979. № 10;
  • Творческие принципы Ф. М. Достоевского. Саратов: Саратовский ун-т, 1982;
  • Пародии Чехова и французская литература // Чеховиана. Чехов и Франция. М.: Наука; Paris: Institut d’études Slaves , 1992. C. 48-56.
  • Русская классическая литература: сравнительно-исторический подход. Исследования разных лет: [сборник статей]/ Кол.авт. Башкирский государственный университет (Уфа). — Уфа: РИО БашГУ, 2005. — 208 с.
  • О мифологии и литературе, или Преодоление смерти: статьи и исследования разных лет/ — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2010. — 408 с.
  • Подлинный смысл Поликратова перстня // Гуманитарные исследования в Восточной Сибири и на Дальнем Востоке. — 2010. — № 4. — С. 147—149
  • Сюжет как компромисс // Диалог. Карнавал. Хронотоп. — 2010. — № 1—2 (43—44). — С. 61—69.
  • Избранные газетные рецензии /; сост. Борис Орехов. — Уфа : Вагант, 2011. —80 с.
  • Эффект подлинности, или Самоотрицание авторства // Гуманитарные исследования в Восточной Сибири и на Дальнем Востоке. — 2011. — № 2. — С. 137—144.
  • Герои раннего Гоголя // Литературная классика: публикации, комментарии, отражения. Сборник научных трудов. Под ред. С. С. Шаулова. — Уфа: Издательство БГПУ, 2012. — С. 17—24.
  • Легенды о художниках : к постановке проблемы // Нева. — 2012. — № 2. — С. 190—201.
  • Международные литературные сюжеты и типы: словарь-справочник. -Уфа: РИЦ БашГУ, 2012. — 206 с.
  • Фабула о колдуне-предателе // Вопросы литературы. 2012. № 4.
  • Становление мифов и их историческая жизнь. — Уфа: ГУП Полиграфкомбинат РБ, 2014. — 292 с.

Әҙәбиәт һәм һылтанмалар үҙгәртергә