Нәзиров Әсғәт Динислам улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Нәзиров Әсғәт Динислам улы (9 март 1914 йыл — 23 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы штабы начальнигы ярҙамсыһы[1]

Нәзиров Әсғәт Динислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 9 март 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Алайғыр, Ефремкин ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 23 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Липецк өлкәһе, Тербун ауылы[d]
Ерләнгән урыны Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Әсғәт Динислам улы Нәзиров 1914 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған[2] 1937 йылдың 1 октябрендә Новосибирск хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Чкалов зенит-артиллерия училищеһын тамамлай. Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк фронтта була. 1941 йылдың декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына саҡырыла. Дивизияның артиллерия көсөн ойштороуҙа актив ҡатнаша. 101-се айырым атлы-артиллерия дивизион штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Липецк өлкәһенең Тербуни-2 ауылы эргәһендә барған һуғышта һәләк була. Орёл өлкәһе Ҙур Колодезь ауылында (хәҙер Липецк өлкәһе) ерләнә[1]

Әҙәбиәттә үҙгәртергә

Әсғәт Динислам улы Нәзиров тураһында Әхтәм Ихсан 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 19411945 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләгән «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында былай тип яҙа:

  Боевой заданиены үтәгәндә геройҙарса һәләк булған Әсғәт Нәзировты ҙур хөрмәт менән ерләнеләр. Ул хәрби белемле , уңған һәм сос артиллерист ине.Мәрхүм Нәзировты күмгән көндө политрук Низамовтың кәйефе насар ине.Эңерҙә бер төркөм комсомолецтар менән осрашты, уларға Нәзировтың көндәлеген уҡыны [3].  

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Назыров Асхат Динисламович
  2. Память Народа. Назиров Асхат Динисламович. Донесение о безвозвратных потерях  (рус.) 2021 йыл 10 июнь архивланған.
  3. Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 49-сы б..

Һылтанмалар үҙгәртергә