Нурулла
Нурулла — ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәНурулла — «алла нуры» мәғәнәһендәге ир-ат исемме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНурулла Зиннур улы Зиннуров (1901 йыл — 1943 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны. Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы Лаҡлы ауылында тыуған.
Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин (25 июль 1923 йыл — 15 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Миномёт полкының миномёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Нурулла Кәлимулла улы Әхмәтов (1913 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.
Нурулла Фәрит улы Ҡаһарманов (10 февраль 1928 йыл — 9 октябрь 1996 йыл) — тау инженеры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1984), профессор (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Нурулла Носратулла улы Носратуллин (1901 йыл — 22 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, сержант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәНуруллин Ринат Ғәли улы (рус. Риннат Галеевич Нуруллин, 20 август 1954 йыл) — балалар шағиры, ғалим-уйлап табыусы, техник фәндәр кандидаты (1999). Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2011). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994).
Архитектурала
үҙгәртергәНурулла мәсете («Бесән» һәм «Етенсе йәмиғ мәсете») — Ҡазанда Иҫке Татар биҫтәһе үҙәгендә Бесән баҙарында төҙөлгән дини культ ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |