Носратуллин Нурулла Носратулла улы
Носратуллин Нурулла Носратулла улы (1901 йыл — 22 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, сержант[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры[2].
Носратуллин Нурулла Носратулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1901 |
Тыуған урыны | Яңы Күл, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНурулла Носратулла улы Носратуллин 1901 йылда Башҡортостандың Нуриман районы Яңы Күл (башҡа сығанаҡ буйынса Һатлыҡ ауылында[1]) ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армияға Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Һуғышҡа тиклем ул Буденный исемендәге колхозда эшләй, ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[2]. 1942 йылдың 22 июлендә ҡаты яуҙа батырҙарса һәләк була[3].
Нурулла Носратуллиндың яуҙашы, батальон комиссары (фамилияһы билдәһеҙ) хатынан:
Һәләк булған Носратуллин Нурулла Носратулла улының ҡатынына. Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Һатлыҡ ауылы.
Хөрмәтле иптәш, мин, ысынында, һеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе белмәйем. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, һәләк булған Нурулла улы Носратуллин тураһында хәбәр итеүҙе үҙ бурысым тип һанайым: 1942 йылдың 29 июлендә немец фашистары менән ҡаты алыш ваҡытында беҙҙең окоп янында теп-теүәл йөрәгенә пуля тейеп һәләк булған сержанттың кәүҙәһе табылды. Һул кеҫәһендә уның уртаһынан үтәнән-үтә тишелгән 4413792-се һанлы партия билеты бар ине, һәм тағы ла ул мина ярсығы менән яраланған булған. Ҡасан һәләк булған, билдәһеҙ. Әммә бер нисә көн элек тип фаразлап була, көслө алыш арҡаһында шундуҡ ерләргә форсат булманы, 1942 йылдың 30 июлендә таңғы сәғәт биштә мин уны ерләнем, был хаҡта военкоматҡа хәбәр итәм һәм уның депутат танытмаһын һәм Мәскәүгә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барыу өсөн танытмаһын ебәрәм. |
.
Курск өлкәһе Тербун районы Озерки ауылында (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Липецк өлкәһе) ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергә- 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Гульнара Вахитова, Римма Тимербулатова. Память — наша совесть
- Карточка «Дороги памяти» на Нуруллы Нусратуллина (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)