Нил (ғәр. النيلan-nīl, ингл. Nile) — Африкалағы йылға, донъялағы иң оҙон ике йылғаның берәүһе. «Нил» һүҙе йылғаның грек телендәге «Нейлос» исеменән барлыҡҡа килгән. Күп ваҡыт Нил Ер шарында иң оҙон йылға тип һаналған. Бөгөнгө көндә Амазонка йылғаһының оҙонораҡ булыуы асыҡланған (Амазонка — 6992 км, Нил — 6852 км).

Нил
Характеристика
Оҙонлоғо 6852 км
Бассейн 3 400 000 тирәһе км²
Һыу сығымы 2830 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Виктория күле
 · Координаталар 0°25′02″ с. ш. 33°11′42″ в. д.HGЯO
 · Урынлашыуы Уганда, Джинджа
 · Бейеклеге 350 м
Тамағы Урта диңгеҙ
 · Урынлашыуы Мысыр
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 15°38′25″ с. ш. 32°30′20″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 31°27′55″ с. ш. 30°22′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Урта диңгеҙ

Ил Уганда Уганда
Нил (Африка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Нил Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә
 
Мысырҙа Нил

Нилдың оҙонлоғон Виктория күленән алып һанайҙар. Виктория күленән Урта диңгеҙгә тиклем 5600 км тирәһе. Бассейн майҙаны — 2,8—3,4 млн км², тулыһынса йәки өлөшләтә Руанда, Кения, Танзания, Уганда, Эфиопия, Эритрея, Судан, Мысыр илдәре аша аға.

Нил — Төньяҡ Африканың берҙән-бер йылғаһы, Сахара аша ағып, Урта диңгеҙгә ҡоя, сүллектәге тормош өсөн һыу сығанағы булып тора. Көньяҡтағы яуым-төшөм йылғаны яҡшы тулыландыра. Аҡ Нил, экватор бүлкәтенән башланып, йыл буйына барған ямғырҙарҙан һыу ала. Хартумдан түбәнерәк Күк Нил бик әһәмиәтле.

Нил аҫҡы ағымда йылға буйын тулыһынса батыра. Абиссин ҡалҡыулығынан аҡҡан ҡушылдыҡтар бик күп ләм алып килә. Был ашламалар бик кәрәкле. Нилдың һыу ресурстары борондан баҫыуҙарға һыу ҡойоу өсөн, балыҡсылыҡ, судоходство өсөн әһәмиәтле. Мысыр өсөн йылға үтә әһәмиәтле, сөнки йылға буйында илдең 97 % халҡы йәшәй.

Нилда ҙур ҡалалар Хартум, Асуан, Луксор (Фива), Ҡаһирә-Гиза ҡала агломерацияһы; дельтаһында — Искәндәриә урынлашҡан. Асуандан төньяҡҡа Нил йылғаһы — иң билдәле туристик маршрут.

Нил (Iteru боронғо мысыр телендә) Таш быуаттарҙан алып йәшәү сығанағы булған. Уның үҙәнендә Мысырҙың бөтә ҡалалары урынлашҡан һәм күпселек халыҡ йәшәй. Әммә 1970 йылда Бейек Асуан быуаһын һәм ГЭС-ты төҙөп бөткәс, ауыл хужалығы бик кәрәкле ашлама — ләмдән мәхрүм булған. Тик һыу кимәлен күҙәтеү аҫтында тотоу ғына йыл буйына һуғарыу һәм йылына өс тапҡыр уңыш алыуҙа ярҙам итә.

Нил башы тураһында

үҙгәртергә

Антик ҡараш

үҙгәртергә
 
Донъя Геродот фекеренсә.

Нил башы тураһында Европа ғалимдары күп баш ватҡан. Геродот исемлеһе «Тарихтар» китабында Нил йылғаһының ҡар иреүҙән барлыҡҡа килеү фекерен инҡар иткән. Геродоттың картаһы буйынса Нил Нигер йылғаһы менән ҡушыла. Унан башҡа саис әһеленең Нил һыуҙары ер аҫтынан Сиена (бөгөн Асуан) һәм Элефантина араһынан һуға, яртыһы — көньяҡҡа, яртыһы — төньяҡҡа аға тигән хәбәрен килтерә.

Беҙгә билдәле боронғо сәйәхәтселәрҙең берәүһе лә Нил буйлап өҫкә Сэддтан алыҫ менмәгән. Агатархид һүҙҙәренсә, көньяҡҡа ҡарай иң алыҫ Птолемей II диңгеҙселәре үткән. Улар Эфиоп ҡалҡыулығындағы ямғырҙар мәлендә Нилдың ташыуын белгән. Классик сәнғәттә Нилды башы ҡапланған алла итеп күрһәткәндәр. Йәнәһе, йылға башының билдәһеҙ булғаны.

Птолемей эшендә йылға башы Ай тауҙарында, тигән фекер бар, ул Яңы быуаттарға тиклем дөрөҫ тип һаналған.

Яңы быуаттар

үҙгәртергә
 
Нил ярҙа бәҙүәндәр

Яңы быуатта Перо да Ковильян артынан Эфиопияға португал иезуиттары юлланған. Уларҙың икәүһе — Перо Паэс (1564—1622) һәм Жеронимо Лобо (1593—1678) — Күк Нил башын күргәндәр. Әммә уларҙың эштәре тик XX быуатта ғына баҫтырыла, ә 1790 йылда шотланд сәйәхәтсеһе Джеймс Брюс ентекле итеп «Нил башын эҙләгәндә» тигән эшендә Күк Нил тураһында яҙа.

Аҡ Нил тураһында 150 йыл элек белмәгәндәр ҙә. Боронғо авторҙар (мәҫәлән, Өлкән Плиний) Аҡ Нил башы итеп Нигер йылғаһын һанағандар, шуға Нил «түбәнге Мавритания тауынан башлана» тип яҙғандар. Яңы быуатта Африка уртаһында ҙур күл бар, унан Конго, Нигер һәм Нил башлана, тигән фекер йөрөгән.

Виктория күле, Аҡ Нил башы, 1858 йылда Джон Хеннинг Спик тарафынан асылған. 5 йылдан һуң ул Александриянан Лондонға «Нил менән барыһы ла яҡшы» тигән телеграмма ебәргән. Әммә Спиктың һабаҡташы Ричард Фрэнсис Бёртон «Нил һорауында» нөктә ҡуйыу иртәрәк, тигән һығымтаға килә. Спик һәм Бёртон бәхәсе 1871 йылда, журналист Генри Мортон Стэнлиның Аҡ Нил башын Рипон шарлауығы тирәһендә тикшергәс, Спиктың еңеүе менән тамамлана.

Нил ағымы

үҙгәртергә
 
Нил бассейны космостан

Нил көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай аға. Ағымы ярһыу.

Виктория-Нил

үҙгәртергә

Виктория күленең төньяҡ яғынан алып Альберт күленә ҡойған еренә тиклем (Уганда, Көнбайыш Африка) Виктория-Нил (Victoria Nile) тип исемләнә. Уның оҙонлоғо 420 км. Уганданың таулы ерҙәренән аҡҡанға күрә, йылға тупһалар, шарлауыҡтарға бай. Иң ҙур шарлауыҡ — Мерчисон — 40 м бейеклектә.

Альберт-Нил

үҙгәртергә

Альберт күле һәм Ачва тамағы араһындағы өлөш Альберт-Нил (Albert Nile) тип атала. Йылға ағышы Суданға тиклем тигеҙ булһа, Нимуле тарлауығын үткәс, тағы ярһыулана.

Бахр-эль-Джебель

үҙгәртергә

Джуба ҡалаһынан аҫҡа йылға 900 км буйы ҙур яҫы соҡор, Сэдд һаҙмат районы аша аға (бында уны Бахр-эль-Джебель — «тау йылғаһы» тип атайҙар).

Ылымыҡ менән папирус йылға буйлап ағып, йылға юлын ҡаплай, судоходство өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ағымдың иң ҙур ҡушылдыҡтары — Бахр-эль-Газаль («ғәзәлдәр йылғаһы») һәм Собат, уның һыуы болғансыҡ−һары төҫтә.

Собаттан аҫта йылғаны Аҡ Нил (Бахр-эль-Абьяд) тип атайҙар. Йылға ярымсүллек аша Хартумға тиклем аға, Зәңгәр Нил менән ҡушыла. Ошо урындан алып Урта диңгеҙгә тиклем йылға Нил (Эль-Бахр) исемен йөрөтә.

Зәңгәр Нил

үҙгәртергә

Зәңгәр Нил Аҡтан ҡыҫҡараҡ, әммә Хартумдан түбән йылға режимында роле ҙурыраҡ. Зәңгәр Нил Абиссин ҡалҡыулығынан башланып китә, Тана күленән сыға. Ошо уҡ ҡалҡыулыҡтан Нил һуңғы мул һыулы ҡушылдығы — Атбаруны ала.

 
Нилдағы һыуһаҡлағыстың дамбаһы

Хартумдан 300 км алыҫлыҡта Атбара тамағынан түбәнерәк Нубий сүллеге башлана. Бында Нил ҡырҡа боролош яһай һәм бер нисә тупһаны үтә. Хартум һәм Асуан араһында 6 тупһа бар.

XX быуатының 60-сы йылдар тиклем улар судоходство өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Тупһалар тирәһендә кәмәлә генә үтеп булған. Бөгөн бында (Насер күле — Lake Naser) яһалма һыуһаҡлағысы бар.

Каналдар

үҙгәртергә
 
Нил Ҡаһирәлә

Ун икенсе Династия ваҡытында уҡ фараон Сенусерт III көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Нилды Мерид күле менән тоташтырған канал эшләткән. Ул Пунт менән ҡаршылыҡһыҙ сауҙа итеү өсөн кәрәк булған.

Канал б. э. т. 500 йылда Мысырҙы бойһондорған фарсы батшаһы Бөйөк Дарий I тарафынан төҙөлөп бөткән.

Мамудией каналы — иң мөһиме, Александрияны Розет эсәге менән тоташтыра, оҙонлоғо 77 км, киңлеге 30 м тәшкил итә. Иң ҡыҫҡаһы Менуф (Бар-эль-Фарунья) каналы Дамиет һәм Розет эсәктәрен тоташтыра. Танит каналы — Мул каналына, Пелуз — Абу-эль-Менег каналына әйләндерелгән. Дельта өҫтө 22 194 кв. км, каналдарҙың дөйөм оҙонлоғо 13 440 км. Нил бассейны 2 810 300 кв. км. Тупһалар булыу сәбәпле, Нил уртаһында судоходство туҡтатылған, шуға күрә йөҙөү өсөн ярашлы ер ике өлөшкә бүленә: Нилдың урта өлөшө, һәм аҫҡы өлөшө, Асуандан диңгеҙгә тиклем.

Аҫҡы ағым диңгеҙгә яҡын булыуы менән, Нилдың урта ағымы иһә ҡушылдыҡтарға бай. Аҡ һәм Күк Нилдың ҡушылған ерендә Хартум бик әһәмиәтле булған, сөнки европалылар менән сауҙа итергә ярҙам иткән.

Мысырҙың изге йылғаһы

үҙгәртергә

Нил — боронғо египеттарҙа Итеру (Ҙур йылға), йәһүдтәрҙә — Еор, ғәрәптәр Бар (Ҙур һыу), Эль-Нил, нубийҙар — Тосси (Ташҡан йылға) тип атайҙар. Мысыр, гректар, римлеләр Нилға табынғандар, йылға хөрмәтенә Нилополиста һарайы төҙөлгән, уның байрамы — Нилоа.

  1. Нил, Африкалағы йылға // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Calliaud, «Voyage à Meroé an Nil Blanc etc.» (4 т.);
  3. Bussegger, «Reisen in Europa, Asien u. Africa»;
  4. F. Werne, «Exped. zur Entdeck, der Nilquellen»;
  5. Linant de Bellefouds, «Journ. d’un voyage sur le Bahr-el-Abiad»;
  6. Brun-Rollet, «Nil Blanc et Sondan»; Lejean, «Le Bahr-el-GhazaI»;
  7. Speke, «Discovery of the source of the N.»;
  8. Barton, «The Nile basin»;
  9. Baker, «The Albert Nyanza»;
  10. Hartmann, «Die Nilländer»;
  11. Юнкер, «Путешествие в Центр. Африку 1875—78 гг.» (СПб., 1879);
  12. Schweinfurt, «Im Herzen von Afrika»;
  13. J. de Lanoye, «Le Nil, son bassin etc.»;
  14. Chavanne, «Afrikas Ströme u. Flüsse»;
  15. Whitehouse, «Nil Reservoirs».

Һылтанмалар

үҙгәртергә