Альберт (ингл. Lake Albert) — Көнсығыш Африкағы күл.

Озеро
Альберт
ингл. Lake Albert
Морфометрия
Абсолют бейеклеге615 м
Үлсәме160 × 30 км
Майҙаны5300 км²
Күләме132 км³
Иң тәрән урыны58 м
Уртаса тәрәнләк25 м
Впадающие рекиСемлики, Виктория-Нил
Урынлашыуы
01°41′ с. ш. 30°55′ в. д.HGЯO
 Альберт Викимилектә

География үҙгәртергә

Уганда һәм Конго Демократик Республикаһы сигендә, Көнсығыш Африка рифт үҙәнендә урынлашҡан. Угандала — Ньянца (ингл. Nyanza), Конгола (Заирҙа) 19731997 йылдарҙа президент Мобуту хөрмәтенә Мобу́ту-Се́се-Се́ко (франц. Mobutu Sese Seko) тип аталған[1].

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 615 м. Майҙаны — 5300 км², иң ҙур тәрәнлеге — 58 м.

Яр буйҙары аҙ йырғыланған, башлыса текә; күл төбө яҫы. Альберт күленә Семлики (Эдуард күленән сыға) һәм Виктория-Нил (Виктория күленән сыға) йылғалары ҡоя, Нил (Аҡ Нил) инештәренең береһе Альберт-Нил күлдән сыға. Күлдең көньяҡ өлөшө, Семлики ҡойған урын бик ныҡ һаҙланған. Күлдән көньяҡтараҡ Рувензори һырты урынлашҡан, ә төньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында Зәүгәр тауҙар күтәрелә.

Өҫкө ҡатламында һыу температураһы 30 °C-ҡа тиклем барып етә.

Күл балыҡҡа бай (40 төрҙән күберәк: нил алабуғаһы, юлбарыҫ балығы һ. б.). Суднолар йөрөшлө; төп порттары — Бутиаба (Уганда) һәм Касеньи (Конго ДР).

1864 йылда инглиз сәйәхәтсеһе Сэмюэл Уайт Бейкер тарафынан асыла һәм Британия королеваһы Викторияның тормош иптәше Альберт Саксен-Кобург-Готлы хөрмәтенә атала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 316. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Географический энциклопедический словарь: Географические названия / Гл. ред. А. Ф. Трёшников; Ред. ко.: Э. Б. Алаев, П. М. Алампиев, А. Г. Воронов и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1983.
  • Большая Советская энциклопедия, третье издание. — М.: Советская Энциклопедия, 1970-77 (электронная версия — М.: Научное издательство «Большая Российская энциклопедия», 2004.)
  • Philip’s World Atlas & Encyclopedia. London: George Philip Ltd, 1999. P. 14.