Неделин Митрофан Иванович
Митрофан Иванович Неделин (27 октябрь (9 ноябрь) 1902 йыл — 24 октябрь 1960 йыл, Байконур) — СССР хәрби етәксеһе. СССР-ҙың ракета ғәскәрҙәренең тәүге баш командующийы, (1959—1960), Совет Армияһы Артиллерияһы командующийы (1950—1952). СССР-ҙың стратегик тиәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен (РВСН) булдырыуға, ракета-ядро ҡоралын эшләү, һынау һәм ҡоралланыуға индереүгә ҙур өлөш индерә. Артиллерияның баш маршалы (1959 йыл 8 май). Советтар Союзы Геройы (1945 йыл 28 апрель). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1960). СССР Юғары Советының IV һәм V саҡырылыш депутаты.
Биографияһы
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышына тиклем
үҙгәртергәНеделиндар дворян нәҫеленән[4] (башҡа фараз буйынса, эшсе ғаиләһендә тыуған, 1909—1913 йылдарҙа башланғыс-мәхәллә мәктәбендә уҡыуы ла шуның менән аңлатыла). 1917 йылға тиклем Липецк реаль училищеһында уҡый (күрәһең, тамамлай алмай, сөнки һуңынан киске мәктәптә уҡый), артабан тимер юл оҫтаханаһында эшләй.
1920 йылдың мартынан 1923 йылға тиклем РККА-ла, Граждандар һуғышында ҡатнаша, ҡыҙылармеец. 1924 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1924 йылдна йәнә Ҡыҙыл армияға саҡырыла.
Комсоставты камиллаштырыу артиллерия курстарын (1934, 1929) һәм Комсоставты камиллаштырыу академия курстарын тамамлай (1941).
1937—1939 йылдарҙа Испаниялағы граждандар һуғышында республика хөкүмәте яғында ҡатнаша.
1939 йылдың сентябренән 1940 йылға тиклем 1-се мотоуҡсылар дивизияһының 13-сө артиллерия полкы менән командалыҡ итә, һуңынан 160-сы-уҡсылар дивизияһы артиллерияһы начальнигы була.
1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергәҺуғыш башланыр алдынан 1941 йылдың 30 апрелендә Украинала формалаштырылған 4-се танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың сентябрендә Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында (1941—1943) армияның артиллерияһының начальник урынбаҫары, начальнигы; Төньяҡ Кавказ фронты артиллерияһы командующийы урынбаҫары һәм артиллерия корпусы командиры (1943); Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында артиллерия командующийы була (1943—1945).
1945 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Mitrofan Ivanovich Nedelin // TracesOfWar
- ↑ 2,0 2,1 Неделин Митрофан Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ El “Desastre de Nedelin”, la explosión de un cohete soviético que dejó un centenar de muertos y el Kremlin ocultó por casi 30 años (исп.) — 2002.
- ↑ Ляпин Д. А. Дворянство Елецкого уезда в конце XVI—XVII вв. — Елец: Елецкий гос. ун-т, 2009. — С. 325—328. — ISBN 978-5-94809-331-4
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История РВСН на сайте Минобороны России.
- Владимир Толубко. Неделин. (ЖЗЛ).
- Документальный фильм «День, когда не стартуют ракеты». Студия Роскосмоса, КЦ «Южный».
- Союз ветеранов кораблей измерительного комплекса
- Корабли измерительного комплекса проекта 1914
- Неделин Митрофан Иванович // Семейные истории
- Неделин Митрофан Иванович // Сайт Министерства обороны РФ
- Катастрофа на Байконуре // Московский комсомолец
- Байконурцы почтили память погибших испытателей ракетно-космической техники // Официальный сайт администрации города Байконур
- День Памяти и уважения // Российский Союз Ветеранов
- Почётные граждане города 2016 йыл 4 март архивланған. // Официальный сайт администрации г. Байконур
- К 50-летию полёта Ю. А. Гагарина //Пресс-бюллетень № 3 |Январь — апрель| 2011.
- Ракетная школа России . Ракетная школа России. «Независимое военное обозрение». Дата обращения: 20 декабрь 2019.
- Сквер имени главного маршала артиллерии Неделина появится в Серпухове . Новости Подмосковья. Новости Подмосковья. Дата обращения: 20 декабрь 2019.
- Космический мемориал . Дата обращения: 6 ғинуар 2020.