Нагаев Ғүмәр Ғибәт улы
Нагаев Ғүмәр Ғибәт улы (15 июнь 1915 йыл — 17 август 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия старшинаһы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы эскадронында взвод командиры. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), (1945), 1-cе (1989) һәм 2-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1]
Нагаев Ғүмәр Ғибәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 15 июнь 1916 |
Тыуған урыны | Иләс, Яңы Ергән ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы |
Вафат булған көнө | 17 август 2005 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Аҡъяр, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Һалдат |
Хәрби звание | старшина[d] һәм командир[d] |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒүмәр Ғибәт улы Нагаев 1915 йылдың 15 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Турат (хәҙер Иләс) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәйбулла районы «Ҡыҙыл юл» колхозында тракторҙа эшләй.
1937 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Житомир өлкәһенең Овруч ҡалаһында артиллерист булып хеҙмәт итә.
1939 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы Халхин-Гол өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Япон милитаристарын ҡыйратҡас, көҙ көнө хәрби хеҙмәттән ҡайта һәм тыуған колхозында эшләй башлай.
1941 йылдың аҙағында яңынан хеҙмәткә алына һәм Дим станцияһында ойошторолған кавалерия дивизияһына эләгә.Полигонда хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1942 йылдың мартында Воронеж өлкәһендә һуғышҡа инә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы эскадронында контрразведка взводының командиры булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың ноябрендә яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, Башҡорт кавалерия составында яу юлын дауам итә. Ауыр һуғыш операцияларында -Украина һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Фашистик Германияны еңгәндән һуң, Иран менән Төркиә сиктәрендә хеҙмәт итә[2].
Батырлығы
үҙгәртергәҒүмәр Ғәбит улы Ворошиловград өлкәһенең Чернухино станцияһы өсөн барған алыштарҙа ҡыйыулығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Дивизияның контрразведка бүлеге составында бандеровсыларға ҡаршы көрәшә.Уларҙың башлығы Романовты һәм уның 25 кешеһен ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Ошо хәрби бурысты намыҫ менән үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3].
Һуғыштан һуңғы яҙмышы
үҙгәртергә1945 йылда демоблизациялана, тыуған ауылына ҡайтып, тракторҙа эшләй башлай. Ике йылдан һуң, колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1960 йылдан «Аҡъяр» совхозының Юлбарыҫ бүлексәһендә етәксе булып эшләй. Аҙаҡ «Степной» колхозы рәйесе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға[2]
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән.Өс ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп, уҡытып, тормош юлына аяҡ баҫтырған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), (1945)
- 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1989), (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы ()
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавлерийской дивизии» Личный состав Нагаев Гумер Гибатович (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Марат Мәмбәтов. Хәйбулла шайморатовсылары. — "Йәшлек", 10.05.2021.
- ↑ Документы о награждений Нагаева Гумер Гибатовича
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав.Нагаев Гумер Габитович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Документы о награждений Нагаева Гумер Гибатовича (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Марат Мәмбәтов. Хәйбулла шайморатовсылары. — "Йәшлек", 10.05.2021.