Овруч
Овруч (укр. Овруч) — Украинаның Житомир өлкәһендәге ҡала. Коростень районына инә. 2020 йылға тиклем ғәмәлдән сыҡҡан Овруч районының административ үҙәге була.
Овруч | |
укр. Овруч | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Нигеҙләү датаһы | 946 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Овруч |
Дәүләт | Украина |
Административ үҙәге | Овруч районы, Овручский уезд[d] һәм Овруцкая городская община[d] |
Административ-территориаль берәмек | Овруч районы, Овручский уезд[d], Овручский повет[d] һәм Киевское княжество[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 15 250 кеше (1 ғинуар 2022)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 149 метр |
Майҙан | 9 км² |
Почта индексы | 11109 |
Рәсми сайт | ovruch.in.ua |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 977 |
Урындағы телефон коды | 4148 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q32481215? |
Овруч Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәНорин йылғаһы буйында (Уж ҡушылдығы, Припять бассейны) урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр 977 йылда «Повесть временных лет» әҫәрендә Святослав Игоревич улы — кенәз Олег Святославичтың древлян ҡалаһы Вручий диуары янында һәләк булыуы айҡанлы телгә алына. Олег туғаны Ярополк менән Киев тәхете өсөн көрәш һөҙөмтәһендә (оборона соҡоронда урынлаштырылған осло бағаналарға ҡолап төшә). Башта ҡалала ерләнә[2], әммә һуңынан уның һөйәктәре Киевҡа күсерелә. Әлеге ваҡытта Овручта кенәз Олегтың һәйкәле тора.
XII—XIII быуаттарҙа Овруч, Белгород һәм Вышгород менән бер рәттән, Киев еренең төп удел үҙәктәренең береһе була, бөйөк киев кенәзе уны кесе туғандарына биргән Рус ере өлөшө булараҡ айырылып торған, нигеҙҙә Рюрикович кенәздәренең смоленск тармағы тарафынан идара ителгән.
Овруч уның тирә-яғында шифер кәсебе менән бәйле һөнәрселек етештереү үҙәге була. Овруч шифер йөн иләү ҡорамалы (йәки пряслица) XI — XIII быуат быуат башында рус кенәзлектәрендә, шулай уҡ Польша баҙарҙарында, Волга-Кама Болғары һәм Херсонеста[3]яҡшы үткән.
Овруч монгол ябырылыуына дусар ителә, һуңынан алтын урҙа баҫҡаҡтары хакимлығы аҫтында була, 1362 йылда башҡа көньяҡ урыҫ ерҙәәре менән бергә Бөйөк Литва кенәзлеге составына инә. Йылъяҙмалағы "Алыҫ һәм яҡын урыҫ ҡалалары исемлеге"ндә иҫәпкә алынған (XIV быуат аҙағы).
1569 йылғы поляк-литва унияһынан һуң Речь Посполитая составына инә, үҙәге булып тора. Киев воеводствоһының Овруч староствоһы үҙәге була.
1641 йылда ҡала магдебург хоҡуғын ала.
Речь Посполитаяны 1793 йылда икенсе тапҡыр бүлгәндән һуң, Овруч Рәсәй империяһы составына инә һәм Волынь губернаһының Овруч өйәҙе үҙәгенә әйләнә[4].
1896 йылда бында 9845 кеше һәм 928 бина иҫәпләнгән, 6 сәнәғәт (3 кирбес заводы, 1 күн, 1 сусҡа һәм 1 балауыҙ воскобойный) предприятиеһы эшләй, типография, китап кибете, халыҡ мәғарифы министрлығының әҙерлек класы һәм ҡыҙҙар бүлегенән торған 2 класлы училище, 3 йәһүд ғибәҙәт мәктәбе, дауахана, йәһүд богадельняһы, шулай уҡ 3 православие сиркәүе, католик костёл, синагога һәм 3 часовня була[4].
1911 йылда Овручты Николай II килеп күргән[5][6].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941 йылда Овруч һөжүм итеүсе немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.
1943 йылдың 18 ноябрендә А. Н. Сабууров партизандар берләшмәһе һәм 13-сө армия[7]подразделениеларының уртаҡ операцияһы һөҙөмтәһендә ҡала азат ителә.
1989 йылдың ғинуарында халыҡ һаны 19 121 кеше (8877 ир-ат һәм 10244 ҡатын-ҡыҙ) [8] тәшкил иткән.
2005 йылда ҡала хөрмәтенә астероид (221073) Овруч тип атала.
2013 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 16 614 кеше тәшкил итә[9].
Транспорт
үҙгәртергәТимер юл узелы (Коростень, Калинковичи, Янов, Белокоровичи ҡалаларына линиялар).
Матбуғат баҫмалары
үҙгәртергәОвручта ике төбәк гәзите — «Зоря» һәм «Овручский голос» — сыға.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәҠалала тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Овруч ҡәлғәһе урынында Спас-Преображенский соборы тора. Монгол баҫҡынсылығына тиклемге һәйкәлдәрҙән XII быуат аҙағына ҡараған Василий сиркәүе һаҡланған. Уны зодчий Петр Милонег төҙөгән тиҙәр; архитектор А.В.Щусев 1907-1909 йылдарҙа уны реставрациялай. Был планда көнбайыш фасадына ике түңәрәк манаралы дүрт терәк бағанан торған кирбес тәре-көмбәҙле ғибәҙәтхана.
Кенәз Олег Святославович һәйкәле
үҙгәртергәДревлян кенәзе Олег Святославичтың тәүге ҡәбере урынына ҡуйылған, ул 977 йылда, Овручҡа (Вручий) уның ағаһы Ярополк Святославич һөжүм иткән ваҡытта, һәләк була. 1044 йылда Ярослав Мудрый бойороғо буйынса Олег Святославичтың һөйәктәре Киевтағы Десятинный сиркәүендә күсерелеп ерләнә. 1812 йылда Наполеонға ҡаршы Волынь ополчениеһының бер төркөм офицерҙары үҙ аҡсаһына бронза ат өҫтөндә кенәз Олег һәйкәлен төҙөй. Был һәйкәл һуңыраҡ һүтеп алына.
Хәҙерге монумент, ҡара габбро ташынан ҙур киҫәк, 1962 йылда Фрунзе (хәҙер кенәз Олег урамы) һәм Ленин (хәҙер Гетман Выговский) урамдары киҫелешендә ҡуйыла.
Экологияһы
үҙгәртергәҠалала экологик күрһәткестәр яҡшы. Ҡалала радиация хәле яҡшы, әммә Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәттән һуң бер ни тиклем насарая.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Николаев сиркәүе, 1909
-
Изге Василий сиркәүе, 1950
-
Изге Василий сиркәүе
-
Васильковский монастыры хөжрәһе (монах бүлмәһе)
-
Спас-Преображенский соборы күренеше
-
Тиер юл станцияһы
-
Сауҙагәр йорто (особняк)
Ҡаланың билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Преподобномученик Макарий Каневский (1605 — иҫке стиль буйынса 1678 йылдың 7 сентябре) — уния, татар баҫҡынсылығы һәм төрөк агрессияһы шарттарында православие һаҡсыһы;
- Овручтан Йосеф Ицхок Шнеерсон — билдәле раввин;
- Богораз Владимир Германович — этнограф һәм революционер, Овручта тыуған;
- Лавринович Александр Владимирович — VI саҡырылыш Украина халыҡ депутаты (Төбәк партияһы фракцияһы), VI саҡырылыш Украина Юғары радаһының беренсе вице-спикеры;
- Стефано Иттар — итальян архитекторы, сицилия бароккоһы вәкиле;
- Трахтман Яаков-Шмуэл Галеви — яҙыусы, Овручта тыуған;
- Аронский Моисей Аронович (1898—1944) — йәһүд яҙыусы-прозаигы[10];
- Шмуйло Сергей Трофимович (1907—1965) — совет хәрби эшмәкәре, Овручта тыуған;
- Кац Семён Юделевич (1915—1985) — юридик фәндәр докторы, Харьков юридик институтының граждандар процесы профессоры, Овручта тыуған;
- Мордух (Матвей) Шенкман Борисович — совет сәнәғәт эшмәкәре, етештереү ойоштороусыһы, 18-се Воронеж авиация заводы директоры, Ил-2 штурмовигын («осоусы танк») — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда иң күп сығарылған совет самолётын етештереүҙе беренсе булып яйға һала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Государственная служба статистики Украины Чисельність наявного населення України на 1 січня 2022 року — Киев: Государственная служба статистики Украины.
- ↑ Повесть временных лет
- ↑ Рыбаков Б. А. Овручские пряслица (Русские курганы XI—XIII вв.) // Докл. и сообщения исторического факультета МГУ. — 1946. — Вып. № 4.
- ↑ 4,0 4,1 Овруч // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Глаголев Иоанн. Древнейшая святыня в городе Овруче Волынской губернии. — Житомир: Волынская губернская типография, 1912.
- ↑ YouTube сайтында Киноплёнка о приезде Николая II в город Овруч
- ↑ История Второй мировой войны 1939—1945: В 12 т. / Гл. ред. А. А. Гречко. — Т. 7. — М.: Воениздат, 1976. — С. 263.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года: Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу
- ↑ Чисельність наявного населення України на 1 січня 2013 року. Державна служба статистики України. Київ, 2013. Стор. 58. 2013 йыл 12 октябрь архивланған. (укр.)
- ↑ Аронський Мойсей Аронович // Енциклопедія Сучасної України. (укр.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- web.archive.org/web/2017… — Овручского городского совета рәсми сайты (укр.)
- Овруч: Страницы истории
- Городския поселения в Российской империи. — Т. 1 — С. 395—398.
- Słownik geograficzny Królestwa Polskiego i innych krajów słowiańskich, Tom VII, strona 773 (пол.)
- Про Украину: Овруч // Сайт проекта Ukrainian.Travel
- Современные фотографические изображения Овруча
- Старые фотографические изображения Овруча