Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы
Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (15 ғинуар 1929 йыл — 19 октябрь 2020 йыл) — башҡорт тел белгесе, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1929 (95 йәш) |
Тыуған урыны | Ейәнсура районы |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов 1929 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда ябай эшсе, унан хисапсы булып эшләй.
1945—1947 йылдарҙа Абзан урта мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағас, Мырҙабай башланғыс мәктәбендә, Үрген балалар йортонда эшләй.
1950—1954 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә.
1959 йылда уны Иҫәнғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығына инспектор итеп эшкә алына.
1961—1964 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, артабан унда ғилми хеҙмәткәр була.
1966 йылда профессор Т. М. Ғарипов етәкселегендә «Хәҙерге башҡорт телендә омонимдар» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1972—2013 йылдарҙа Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1996 йылда «Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төҙөлөшө» темаһына арналған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһының профессоры була. Хәҙер ул хаҡлы ялда.
Ғалим 2020 йылдың 19 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, күбеһе лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле.
«Башҡортса-русса омонимдар һүҙлеге» (1966), «Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге» (1986), «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» (1973, 1987), «Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге» (1992), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (1994), «Башҡорт теленең кире һүҙлеге» (1999), «Татар теленең кире һүҙлеге» (1999), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (2007) һәм башҡа китаптары беҙҙә генә түгел, барлыҡ төркиәттә киң билдәле.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, М. Х. Әхтәмов дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем эш алып бара.
1978—1980 йылдарҙа «Хәҙерге башҡорт теле» тигән өс киҫәктән торған уҡыу әсбаптары баҫылып сыға.
1986 йылда — «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология» исемле, 2000 йылда иһә — «Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш» тигән, юғары уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнгән дәреслектәре донъя күрә. Был эшендә ғалим һүҙьяһалыштың тел ғилеменең айырым бүлеге булыуын иҫбатлай.
Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат менән берлектә «русса-башҡортса математика терминдары» һүҙлеген төҙөп баҫтыра (1982, 1993 йылдар).
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"н төҙөүҙә лә ҡатнаша. Ул 1981 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә баҫылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәт авторҙарының береһе лә. Был эше өсөн уға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелә.
2002 йылда уның «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография» һәм «Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш» (авторҙашы — проф. Н. Х. Ишбулатов) тигән китаптары донъя күрә. Бында автор башҡорт тел ғилеме мәсьәләләрен хәҙерге фән кимәлендә хәл иткән.
2008 йылда профессор М. Х. Әхтәмовтың «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге» тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыға. һүҙлектә бер һүҙ ярҙамында ҡулланылған бөтә мәҡәлдәр, әйтемдәр бергә туплап бирелгән. Мәҫәлән, "икмәк"кә бәйлеләре — 50-нән ашыу. Ошо нигеҙҙә алты мең төп мәҡәл һәм әйтем, уларға ингән 60 мең һүҙ теркәлгән.
Университетта, факультетта ҙур ижтимағи эштәр ҙә алып барған, студенттарҙы һәр яҡлап тәрбиәләүгә күп көс һалған профессор М. Х. Әхтәмовтың хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Ул «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1945), «Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә — 50 йыл» (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән.
Уға 1983 йылда — Башҡортостан Юғары Советы Президиумының, 1999 йылда Башҡортостандың Почёт грамоталары тапшырыла. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
М. Х. Әхтәмов — өс тиҫтәнән күберәк китап һәм дәреслек, 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Словарь омонимов башкирсиого языка. / Под ред. Т. М. Гарипова. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 141 бит. — Рец.: Латыпов Ч. Ю. Словарь омонимов башкирского языка // Советская тюркология. — 1970. — № 6. — С. 12-122; Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге // Совет Башҡортостаны. — 1966. — 15 ноябрь; Нурмөхәмәтов М. Омонимдар һүҙлеге // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1967. — № 4. — 62-63-сө биттәр.
- Словарь антонимов башкирского языка. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. −148 бит. — Рец.: Зәйнуллин М. В. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге // Совет Башҡортостаны. −1974. −14 февраль.
- Занимательная грамматика / Соавт.: Э. Ф. Ишбирҙин, Г. М.Ҡотлобаева, З.Ғ.Ураҡсин. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 128 бит. — Рец.: Псянчин В. Ш. Ҡыҙыҡлы грамматика // Совет Башҡортостаны. — 1974. — 22 март; Зиннурова Т. Ҡыҙыҡлы грамматика // Совет Башҡортостаны. −1974. −13 август.
- Хәҙерге башҡорт теле. I киҫәк. Яуаплы ред.: Н. Х. Ишбулатов. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1978. — 88 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле: Башҡорт теленең грамматикаһы. II киҫәк. Отв. ред.: Н. Х. Ишбулатов. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1979. — 80 бит.
- Ҡыҙыҡлы грамматика. Занимательная грамматика / Соавт.: Э. Ф. Ишбирҙин, Г. М.Ҡотлобаева, З.Ғ.Ураҡсин. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 150 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле. III киҫәк. Современный башкирский язык. Ч. III. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1980. — 78 бит.
- Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге. Словарь морфем башкирского языка. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 272 бит. — Рец.: Шәкүр Рәшит, һүҙҙәр һәм һүҙ төҙөлөшө // Башҡортостан. −1994. — 5 июль.
- Математика терминдары һүҙлеге. Словарь математических терминов / Соавт.: М. С.Әхтәмова. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. −121 бит.
- Омонимдар һүҙлеге. Словарь омонимов. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 152 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле: Лексикология. Современный башкирский язык: Лексикология. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. −136 бит.
- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Словарь антонимов башкирского языка. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 256 бит.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Башкирский язык и литература / Соавт.: Ә.М.Сөләймәнов. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1988. — 43 бит.
- Ҡыҙыҡлы грамматика. Занимательная грамматика / Соавт.: Э. Ф. Ишбирҙин, Г. М. Ҡотлобаева, З.Ғ. Ураҡсин. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1993. −168 бит.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. I том. Словарь башкирского языка. Т. I / Соавт.: И. М. Агишев, Ә.Ғ. Биишев, Г. Д.Зәйнуллина, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Т. Х. Кусимова, Т. Ф.Ҡарамышева, З.Ғ.Ураҡсин, У. М. Яруллина. — М.: Русский язык, 1993. — 861 бит.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Словарь башкирского языка. Т. II / Соавт.: И. М. Агишев, Ә.Ғ.Биишев, Г. Д.Зәйнуллина, З.Ҡ. Ишмөхәмәтов, Т. Х. Кусимова, Т. Ф.Ҡарамышева, З.Ғ.Ураҡсин, У. М. Яруллина. — М.: Русский язык, 1993. — 814 бит. — Рец.: Зәйнуллин М. В. Тел — мәңгелек милли хазина // Башҡортостан. — 1993. — 19 декабрь. Яубаҫаров Х. Х. Телселәребеҙҙең оло хеҙмәте // Ағиҙел. — 1995. −180-185-се биттәр.
- Математика терминдары. Математические термины / Соавт.: А. М.Әхтәмов, М. С.Әхтәмова. — Өфө: Китап, 1993. — 176 бит. — Рец.: Фуфаев С. Семейный подряд в лексикографии // Вечерняя Уфа. −1993. −18 декабря.
- Хәҙерге башҡорт теле: Аффикстар ярҙамында һүҙьяһалыш. Современный башкирский язык: Аффиксальное словообразование /Отв. ред.: М. В. Зайнуллин. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1994. −196 бит.
- Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге. Грамматический словарь башкирского языка. — Өфө: Башҡортостан, 1994. — 216 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш. Современный башкирский язык: Словообразование. — Өфө: Ғилем, 2000. −153 бит.
- Әсә. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: һүҙлек. Мать. Пословицы и поговорки: Словарь. — Өфө: Китап, 2002. −104 бит.
- һынамыштар: һүҙлек. Народные приметы: Словарь. — Өфө: Китап, 2002. −160 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле: Лексикология, фразеология, лексикография. Современный башкирский язык: Лексикология, фразеология, лексикография / Отв. ред.: М. В. Зайнуллин. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 2002. — 208 бит.
- Хәҙерге башҡорт теле: Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш. Современный башкирский язык: Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, основные понятия грамматики, морфемика, морфонология, словообразование / Соавт.: Н. Х. Ишбулатов. Отв. ред. М. В. Зайнуллин. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 2002. — 324 бит. 2006
- Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. Словарь омонимов. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2006. — 384 бит.
- Грамматика һүҙлеге: һүҙ үҙгәреүе. Грамматический словарь : Словоизменение. — Өфө: Китап, 2007. −176 бит.
- Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Словарь башкирских народных пословиц и поговорок. — Өфө: Китап, 2008. — 776 бит;
- Календарь һәм һынамыштар. Календарь и народные приметы. / Соавт. А. М.Әхтәмов. — Өфө: Китап, 2013. — 288 бит.
- Грамматика современного башкирского литературного языка / Отв. ред. А. А. Юлдашев. АН СССР, Башк. филиал, Институт истории, языка и литературы. — М.: Наука, 1981. — 496 с. / Соавт.: З. З. Абсалямов, Т. М. Гарипов, М. В. Зайнуллин, К. Г. Ишбаев, Н. Х. Ишбулатов, З. К. Ишмухаметов, Н. Х. Максютова, В. Ш. Псянчин, Г. Г. Саитбатталов, З. Г. Ураксин, А. А. Юлдашев. Рец.: Ишбердин Э. Ф. Фундаментальный труд // Советская Башкирия. — 1981.
- Обратный словарь башкирского языка. — Уфа, 1999. — 240 с. — Рец.: Булгаков Р. М. 06 «Обратном словаре башкирского языка» М. Х. Ахтямова и о двух вопросах башкирской лексикографии // Ядкяр. — 2000. — № 3. — С. 54-64; Шәкүр Рәшит. Кире һүҙлек тә бик кәрәк // Йәшлек. — 2000. −11 март.
- Обратный словарь татарского языка. -Уфа: Издательство Башкирского государственного университета, 1999. — 196 с. — Рец.: Миңнеәхмәтов Р. Игелекле хеҙмәт // Өмет. — 2000. −10 июнь.
- Татар теленең грамматика сүзлеге: сүз төрләнеше: Уку кулланмасы. Грамматический словарь татарского языка: Словоизменение: Учебное пособие. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 2004. — 258 бит.
Диссертациялары һәм уларҙың авторефераттары
- Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә омонимия проблемалары. Проблемы омонимии в современном башкирском литературном языке: Дисс. на соиск. уч. етеп. канд. филол. наук / Защищена 01.04.66. Утв. 30.07.66. МВ и ССО СССР. Институт восточных языков при Московском государственном университете им. М. В. Ломоносова.
- Проблемы омонимии в современном башкирском литературном языке: Автореф. дисс. на соиск. уч. етеп. канд. филол. наук / Институт восточных языков при Московском государственом университете им. М. В. Ломоносова; кафедра тюркской филологии. — М.: 1966. — 20 с.
- Структура слова в современном башкирском языке: Диссертация в виде научного доклада на соиск. уч. етеп. доктора филологических наук поспециальности 10.02.02. — Языки народов Российской Федерации -башкирский язык / Офиц. опп.: И. Г. Галяутдинов, Р. Г. Ахмедьянов, Э. Ф. Ишбердин. Защищена 14.06.96.; Утв. 20.12.96. Госкомитет Российской Федерации по высшему образованию. Башкирский государственный университет; кафедра башкирского и общего языкознания. — Уфа, 1996. — 97 с.
Курс программалары
- «Хәҙерге башҡорт теле (лексикология һәм фразеология)» курсынан программа.
- Программа курса «Современный башкирский язык (лексикология и фразеология)» / Отв. Редактор: Н. Х. Ишбулатов. — Уфа: Издательство Башкирского государственного университета, 1982. — 24 с.
- Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. Программа курса. — Уфа: Издательство Башкирского государственного университета, 1994. −18 с.
Журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа баҫылған мәҡәләләре
- Башҡорт телендәге омоним һүҙҙәр тураһында. Об омонимичных словах в башкирском языке // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1960. — № 12. — 36-39-сы биттәр.
- Омонимдар мәсьәләһенә ҡарата. К вопросу об омонимах // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1963. — № 5. −38-41-се биттәр.
- Омоним аффикстар. Омонимичные аффиксы // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1964. — № 5. — 39-43-сө биттәр.
- Грамматика ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел. Грамматика — не только свод правил // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1968. — № 4. — 33-36-сы биттәр.
- Грамматика ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел. Грамматика — не только свод правил // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1968. — № 6. — 38-40-сы биттәр.
- Грамматика ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел. Грамматика — не только свод правил // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1968. — № 10. — 35-39-сы биттәр. ;
- Башҡорт телендә антонимдар. Антонимы в башкирском языке Н Башҡортостан уҡытыусыһы. — .1972. -№ 4. — 32-35-се биттәр.
- Антитезалар төҙөүҙә антонимдар. Антонимы в образовании антитез // Башҡорт филологияһы. Беренсе китап / Отв. ред.: С.Ә.Ғәлин, Э. Ф. Ишбирҙин. — Стәрлетамаҡ: Стәрлетамаҡ педагогия институты нәшриәте. −1972. — 62-67-се биттәр.
- Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Лексика и фразеология башкирского языка / Соавт.: В. Ш. Псянчин // Башҡортостан уҡытыусыһы. −1973. — № 6. — 40-45-се биттәр.
- Ябай һүҙҙәр яҙылышы. Правописание простых слов // Вопросы башкирского языкознания / Под ред. А. Г. Биишева, Н. Х. Максютовой, З. Г. Ураксина. — Уфа, 1973. — 167-176-сы биттәр.
- Кире һүҙлектәр. Обратные словари // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1977. — № 4. — 37-39-сы биттәр.
- Эйәлек категорияһы тураһында. О категории принадлежности // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1979. -№ 1. — 39-42-се биттәр.
- Ҡылымдарҙың яһалышы. Образование глаголов / Соавт.: М. В.Зәйнуллин. // Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең морфологияһы. II киҫәк / Ред.: М. В. Зәйнуллин, Р. Ф. Зарипов. -Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1979. — 78-81-се биттәр.
- Ғалим М. В.Зәйнуллин. Ученый М. В. Зайнуллин // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1984. — № 11. −48-се бит (К 50-летию со дня рождения проф. М. В. Зайнуллина).
- Юлдашев Ә.Ә. һәм лексикография проблемалары. Юлдашев А. А. и проблемы лексикографии // А. А. Юлдашев и проблемы тюркского языкознания: Тезисы докладов и сообщений. — Уфа, 1990. — С. 22-25.
- Хәҙерге башҡорт телендә һүҙьяһалыш структураһы мәсьәләһенә ҡарата. К вопросу структуры словообразования в современном башкирском языке // Родной язык и литература: Тезисы научно-практической конференции. -Уфа, 1994.-С. 33-36.
- Башҡорт телендә морфемалар ҡушылған урында морфонологик күренештәр. Морфонологические явления на стыке морфем в башкирском языке // Актуальные проблемы изучения и преподавания башкирского языка в условиях суверенитета: Тезисы докладов международной научно-практической конференции. — Уфа, 1995. — С. 64-65.
- Нуль аффикс тураһында ҡайһы бер фекерҙәр. Некоторые мысли о нулевом аффиксе // Республиканская научная конференция: Материалы конференции. — Уфа, 2001. — С. 217—218.
- Образование лексико-грамматических омонимов (омоформ) в башкирском языке // Башкирская лексика / Под ред. Т. М. Гарипова. — Уфа, 1966. — С. 17-24.
- К подаче омонимов в «Башкирско-русском словаре» // Башкирская лексика / Под ред. Т. М. Гарипова. — Уфа, 1966. — С. 153—160.1973
- Омоморфемы в башкирском языке // Вопросы башкирского языкознания / Под ред. А. Г. Биишева, Н. Х. Максютовой, З. Г. Ураксина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — С. 84-97.
- Обратные словари и типологические исследования языков // Советская тюркология и развитие тюркских языков в СССР: Тезисы докладов. — Алма-Ата, 1976. — С. 247—249.
- О структуре корня в башкирском языке // Языкознание: Тезисы докладов и сообщений III Всесоюзной тюркологической конференции. -Ташкент: Фан, 1980. — С. 164.
- Словообразование прилагательных // Грамматика современного башкирского литературного языка / Отв. ред. А. А. Юлдашев. АН СССР Башкирский филиал. Институт истории, языка и литературы. — М., 1981. — С. 171—194. (Соавт.: Т. М. Ғарипов).
- Словообразование существительных // Грамматика современного башкирского литературного языка / Отв. ред. А. А. Юлдашев. АН СССР. Башкирский филиал. Институт истории, языка и литературы. — М., 1981. — С. 101—117. (Соавт. Т. М. Гарипов).
- О структуре односложных корней в башкирском языке и его диалектах // IX конференция по диалектологии тюркских языков: Тезисы докладов и сообщений. — Уфа, 1982. — С. 148—149.
- Вариантность корневых и словообразовательных морфем в современном башкирском языке // Востоковедение в Башкортостане: История. Культура: Тезисы докладов международной научной конференции. — Уфа, 1995. — С. 15-18.
- Марат Валиевич Зайнуллин / К 60-летию со дня рождения проф. М. В. Зайнуллина // Ядкяр. — 1995. — № 2. — С. 120—121.
- К вопросу о структуре и звуковом составе односложных в башкирском языке // Научная конференция по научно-техническим проблемам Минобразования России: Сборник статей и тезисов. — Уфа, 1997. — С. 31-36.
- Башкирский ауслаут (статистико-фонографический анализ) // Ориенталистика. — Уфа: Гилем, 1998. — С. 25-26.
- О распределении слов по грамматическим классам поданным обратного словаря // Словарь в системе филологического образования: Материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Уфа, 2001. -С. 234—236.
- Марат Валиевич Зайнуллин (Краткий очерк научной, педагогической и общественной деятельности) // М. В. Зайнуллин. Библиографический указатель. — Уфа, 2001. — С. 6-10.
- Татар теленең кире сүзлеге. Обратный словарь татарского языка // Совет мәктәбе. 1988. — № 7. −31-32 нче битләр.
Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләре
- Беҙҙең тәҡдимдәр (Башҡорт орфографияһы проектын тикшереү уңайы менән). Наши предложения (В связи с обсуждением проекта башкирской орфографии) II Совет Башҡортостаны. −1957. — 30 октябрь.
- Башҡорт теленең омонимдары. Омонимы башкирского языка // Совет Башҡортостаны. — 1966. — 7 октябрь.
- Тюркология буйынса фундаменталь хеҙмәт. Фундаментальный труд по тюркологии / Соавт.: М. В. Зайнуллин // Совет
- Башҡортостаны. — 1974. — 4 декабрь. (Рец. на кн.: А. А. Юлдашев. Принципы составления тюркско-русских словарей. — М.: Наука, 1972. — 416 с.)1980
- Фәнгә арналған ғүмер. Жизнь, посвященная науке (К 80-летию известного башкирского ученого К.З, Ахмерова) // Совет Башҡортостаны. −1980. −13 декабрь.
Ғалим тураһында
үҙгәртергәБиблиографик материалдар
- Аҙнағолов Р. Ғалим үҙенә һәйкәл ҡойҙо. Ученый отлил себе памятник: Рец. на кн: «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге». — Өфө: Китап. 2008. — 776 бит // Башҡортостан. −2009. — 26 август.
- Зәйнуллин М. В. Ғалим М. Х. Әхтәмовҡа 60 йәш. Ученому М. Х. Ахтямову — 60 лет // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1989. -№ 2. — 69-сы биттәр.
- Ураҡсин З.Ғ. һүҙҙәр донъяһын үҙ итеп. Породнившись с миром слов // Совет Башҡортостаны. — 1989. — 15 ғинуар.
- Зәйнуллин М. В. Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы. Ахтямов Мухтар Хуснулхакович // Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы. — 1997. — 679-680-се биттәр.
- Зәйнуллин М. В. Арҙаҡлы ғалим, абруйлы уҡытыусы. Известный ученый, авторитетный преподаватель (Профессору М. Х. Ахтямову — 70 лет) // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1999. — N 1. −42-43-сө биттәр.
- Зәйнуллин М. В. Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы. Ахтямов Мухтар Хуснулхакович (Профессору М. Х. Ахтямову — 70 лет) // Башҡортостан календары. — 1999. — 14 ғинуар.
- Сөләймәнов Ә.М. Юл ярыусы: Очерк. Пробивающий дорогу: Очерк (Профессору М. Х. Ахтямову — 70 лет) // Йәшлек. −1999. −14 ғинуар.
- Ураҡсин З.Ғ. Маһир ғалим, абруйлы уҡытыусы. Искусный ученый, авторитетный учитель (Профессору М. Х. Ахтямову −70 лет) // Башҡортостан. −1999. — 24 февраль.
- Шәкүр Рәшит. Егәрле ғилем эйәһе. Трудолюбивый ученый (Профессору М. Х. Ахтямову — 70 лет) // Заман. −1999. — 23 ғинуар.
- Аҡъюлов И. Бөтә ғүмерен белем биреүгә арнаған. Всю свою жизнь посвятил образовательному процессу // Башҡортостан. −2009. −13 ғинуар.
- Зәйнуллин М. Арҙаҡлы ғалим, күренекле педагог. Уважаемый ученый, известный педагог // Башҡортостан уҡытыусыһы. −2009. — № 1. — 18-19-сы биттәр.
- Санъяров Ф. Офоҡ ситендә ниҙәр бар… Что скрывается за горизонтом… // Ватандаш. — 2009. — № 2. −41-47-се биттәр.
- Шәйхисламова 3. Алтын — ерҙән, ғалим илдән сыға. Телселәр генә түгел, йәмәғәтселек тә тейешле баһа бирер. Золото дает земля, ученого — страна. Оценят не только языковеды, но и общественность // Башҡортостан. — 2009. — 25 февраль.
- Шәйхисламова 3. Мәкальләр — милләт көзгесе. Профессор Мөхтәр Әхтәмовның яңа китабы донъя күрде. Пословицы — зеркало нации. Вышел в свет новая книга Мухтара Ахтямова // Кызыл таң. — 2009 йыл. — 3 апрель.
- Зәйнуллин М. Үргендән башланған үр. Рубеж, начатый в Ургинке // Башҡортостан. — 2014. −17 ғинуар.
- Исҡужина Ф. Арҙаҡлы ғалим, авторитетлы педагог. Уважаемый ученый, авторитетный педагог // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2014. — № 1. — 16-17-се биттәр.
- Шәйхисламова 3. Ғалим камиллыҡҡа ынтыла. Ученый стремится к совершенству // Ейәнсура таңдары. — 2014. — 6 февраль.
- Гарипов Т. М. М. Х. Ахтямову — 50 лет // Знамя Октября — 1979. −15 февраля.
- Ахтямов Мухтар Хуснулхакович // Кто есть кто в Башкирском государственном университете / Сост.: А. Н. Чувыров. — Уфа: Издательство Башкирского государственного университета, 1997. — С. 55-56.
- Ахтямов Мухтар Хуснулхакович Н ууллла// www.bashedu.ru/who| /main-who-a.htm
- Ахтямов Мухтар Хуснулхакович // Известные люди башкирского народа / Сост.: Ф. Г. Хисаметдинова, З. Х. Хайруллин, Н. М. Калмантаев. — Уфа, 2000. — С. 15.
- Сибәгатов Р. Г. Сүз кадере, үз кадере…Цена слова… (Профессору МХАхтямову — 60 лет) // Кызыл таң. −1989. −17 январь.
- Ғәләүетдинов И.Ғ. Почётлы профессор М. Х.Әхтәмовҡа — 85 йәш
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитеты премияһы лауреаты (1988)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989)
- Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (2001).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)
- Башҡорт дәүләт университетының почётлы профессоры(2009)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы
- ↑ Өфөлә билдәле телсе-ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 19 октябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2020)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы: биобиблиографик белешмә. 85 йәш тулыу айҡанлы / төҙөүселәре А. М. Әхтәмов, Р. Я. Хөснөтдинова. — Өфө, 2014. — 88 бит. ISBN 978-5-7477-3704-4
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- http://www.uchbash.ru/attachments/491_Uch.Bash_935_30_12_13.pdf