Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы

тел белгесе
(Э. Ф. Ишбирҙин битенән йүнәлтелде)

Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (20 декабрь 1934 йыл24 май 2019 йыл) — ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).

Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы
Тыуған көнө

20 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Ишбирҙе руднигы ҡасабаһы

Вафат көнө

24 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

башҡорт теле

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)

Биографияһы

үҙгәртергә

Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙин 1934 йылдың 20 декабрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишбирҙе руднигы ҡасабаһында тыуған.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1963—1966 йылдарҙа Баймаҡ мәктәп-интернатында эшләй.

1970—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта.

1969—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан бүлек мөдире.

2000 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Ғалим оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 24 майында Өфөлә вафат булды[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Эрнст Ишбирҙиндең фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәби теле тарихына, башҡорт теле лексикаһын тасуирлауға, шулай уҡ диалектология мәсьәләләренә арналған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙаш);
  • Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986;
  • Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. — Өфө, 2002;
  • Историческое развитие лексики башкирского языка. — М., 1986.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә