Лексикология (бор. грек. λέξις — һүҙгә ҡағылышлы һәм λόγος — фекер) — телдең һүҙлек составын өйрәнеүсе тел ғилеме бүлеге.

Бурыстары

үҙгәртергә

Телдең һәм телмәрҙең төп билатераль (ике яҡлы) берәмеге булараҡ һүҙ проблемаларын; лексик берәмектәрҙең типтарын һәм уларҙың функцияларын; телдең һүҙлек составы төҙөлөшөн, уның тулыланыу һәм үҫеш юлдарын; лексика һәм телдән тыш ысынбарлыҡты өйрәнеү. Лексикология һүҙ структур (һүҙҙең айырым һәм оҡшаш критерийҙарын билдәләй), семантик (һүҙ мәғәнәләренең типтарын, уларҙы сикләү критерийҙарын, уларҙың үҙгәреү һәм үҫеш ысулдарын асыҡлай; ҡара: Семасиология) һәм функциональ (тел төҙөлөшөндә һәм телмәрҙә һүҙҙең урынын, уның башҡа берәмек кимәлдәре м‑н мөнәсәбәтен, ярашыу үҙенсәлектәрен өйрәнә) һ.б. аспекттарҙа ҡарала; һүҙҙе һүҙлек һәм текст берәмеге булараҡ өйрәнеүҙең сиктәре билдәләнә. Һүҙҙәрҙе парадигматик һәм синтагматик мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән булыуына ҡарап бүләләр: антонимдар, омонимдар, паронимдар, тематик төркөмдәр, лексик‑семантик һәм функциональ-семантик ерлектәр һ.б.

Тел лексикаһының тулыланыу ысулдары

үҙгәртергә
  1. яңы һүҙҙәр яһалыу (ҡара: Һүҙьяһалыш);
  2. яңы лексик мәғәнәләр формалашыу;
  3. һүҙбәйләнештәр яһалыу (ҡара: Синтаксис);
  4. үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Башҡорт лексикологияһы тарихы лексикографияның формалашыуы һәм үҫеше менән билдәләнә; башҡорт теленең лексикаһын сағылдырған һүҙлектәр төҙөү эше 20 б. 30—40‑сы йылдар лексикологик мәсьәләләрҙе төрлө яҡлап өйрәнеүгә мөмкинлек бирә. Башҡорт теленең һүҙлек составын өйрәнеүгә иң тәүгеләрҙән Н.К. Дмитриев мөрәжәғәт итә. Ж.Ғ. Кейекбаевтың башҡ. лексикаһына тулы һәм фәнни яҡтан нигеҙләнгән характеристика биргән хеҙмәттәре башҡорт лексикологияһы үҫешендә мөһим урын алып тора. К.Ғ. Ишбаев, Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, З.Ғ. Ураҡсин, М.Х. Әхтәмов һ.б. тикшеренеүҙәре ҙур өлөш индерә. Т.М. Ғарипов, Н.Д. Ғарипова, Э.Ф. Ишбирҙин, Р.Н. Тереғолова һ.б. хеҙмәттәрендә башҡ. теленең үҙләштерелгән лексикаһына ентекле анализ яһала. Яҙма ҡомартҡыларҙың лексикаһын өйрәнеү (И.Ғ. Ғәләүетдинов, Р.Х. Халиҡова,Ҡ.З. Әхмәров һ.б.) тарихи лексикологияһы нигеҙ һала. Һүҙҙәрҙең тарихын, тел һәм экстралингвистик факторҙарҙы (Ғәләүетдинов, Ишбирҙин һ.б.) иҫәпкә алып, лексик системаның формалашыуын һәм үҫешен өйрәнеү уның тикшеренеү объекты булып тора; тарихи Л. үҫешенә этимология йоғонто яһай.

XX быуаттың аҙағынан алып сағыштырма лексикология айырым иғтибар бүленә; унда һүҙҙәрҙең һәм уларҙың тупланмаларының структур‑семантик оҡшашлыҡтары һәм айырымлыҡтары, төрлө системалы телдәрҙең лексик мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәре асыҡлана; тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тәржемә һүҙлектәре төҙөгәндә киң ҡулланыла. Лексикологияһы ғәмәли аспекты булараҡ телмәр мәҙәниәте мөһим соц. функцияға эйә. Башҡорт лексикологияһы буйынса тикшеренеүҙәрҙә ш. уҡ когнитив лингвистика ҡаҙаныштары ла ҡулланыла. Башҡорт лексикологияһы көнүҙәк мәсьәләләренә арналған байтаҡ тематик йыйынтыҡтар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан баҫтырып сығарыла (башҡ. лексикаһының үҫеш тенденциялары, номинация теорияһы, һүҙҙең мәғәнәһе һәм төшөнсәһе араһындағы мөнәсәбәт һ.б.); башҡорттарҙың мәҙәниәтен сағылдырған лексиканы тасуирлауға айырым иғтибар бирелә. Л. диалектология, терминология, ономастика, фразеология һәм тел ғилеменең башҡа бүлектәре, шулай уҡ лигнвокультурология, психолингвистика, социолингвистика, этнолингвистика һ.б. фәнни дисциплиналар м‑н бәйле. Лексикология // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Башкирская лексика: темат. сб. Уфа, 1966; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986; Актуальные проблемы башкирской лексикологии и лексикографии. Уфа, 1994.