Мәҫәле

Ауырғазы районындағы ауыл, Башҡортостан

Мәҫәле (рус. Месели) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 592 кеше[1]. Почта индексы — 453491, ОКАТО коды — 80205822001.

Ауыл
Мәҫәле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Мәҫәле

Координаталар

53°50′28″ с. ш. 55°49′09″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 822 001

ОКТМО коды

80 605 422 101

ГКГН номеры

0523181

Мәҫәле (Рәсәй)
Мәҫәле
Мәҫәле
Мәҫәле (Башҡортостан Республикаһы)
Мәҫәле

Географик урыны

үҙгәртергә

Мәҫәле йылғаһы (Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Свияжск һәм Сембер өйәҙҙәренең яңы суҡындырылған сыуаштары Үрге Мәҫәле исеме менән нигеҙ һала. XVIII быуатта бер үк Үрге- һәм Түбәнге Мәҫәле исеме менән ике ауыл була. 1795 йылда беренсеһендә — 190, икенсеһендә 508 кеше иҫәпләнә. Түбәнге Мәҫәле ауылынан Өфө өйәҙенең Ҡырмыҫҡалы һәм Имәнлекүл ауылдарына 50 кеше күсенә. Унда мордвалар ҙа йәшәгән. Һуңыраҡ яҙылған документтарҙа 1902 йылда 1342 кеше йәшәгән 209 йорт булған Мәҫәле ауылын (Үрге Мәҫәле) ғына табырға мөмкин. Ҡаҙна сыуаш мәктәбе эшләгән. 18 йылдан һуң йорттар һаны 270-кә арта, әммә халыҡ һаны үҙгәрмәгән килеш тиерлек ҡала. Мәҫәле ауылы 1774 йылдың сентябре аҙағында унда полковник Шепелев етәкселегендәге яза биреү командаһы тороуы менән дә билдәле, унан ул Ырымбур губернаторы Рейнсдорпҡа рапортында башҡорт старшина-пугачевсыларының үҙ ғәйебен танып, генерал-майор П.С. Потемкинға баш эйеп килеүҙән баш тартыуҙары тураһында хәбәр итә.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 һыу тирмәне булған. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1906 йылда сиркәү, училище, 3 һыу тирмәне, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[2].

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт архивында Өфө губернаһының Поповтың халыҡ училищеларын ҡарау тураһында отчеты һаҡлана. Унда 1884 йылдың 2 февралендә асылған 8-се Мәҫәле сыуаш училищеһы телгә алына. Уҡыусылар һаны: малайҙар — 37; ҡыҙҙар — 4, йәмғеһе — 41.[3].

1910 йылда ауылда янғын сыға, һөҙөмтәлә ҡорам һәм мәктәп менән бергә 85 йорт янып китә. Янғындан һуң Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә сиркәү төҙөлә. Тәүҙә ғибәҙәтхана ғына булған, һуңынан алпауыт Карташов аҡсаһына төкәтмә эшләнә. 1930-31 йылдарҙа сиркәү ябыла.

1932 йылда кулак йорттарынан 5 бүлмәле мәктәп бинаһы йыйыла. Һуңынан сиркәү бинаһы шулай уҡ мәктәп өсөн ҡулайлаштырыла.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 592 292 300 49,3 50,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (93 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Төньяҡ урам (рус. Северная улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә
  • Аургазинский район-Месели-Масленница[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә