Петров Григорий Кузьмич

Петров Григорий Кузьмич (19 декабрь 1931 йыл17 сентябрь 2016 йыл) — алдынғы нефтсе, быраулаусылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Петров Григорий Кузьмич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәҫәле, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Григорий Кузьмич Петров 1931 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Мәҫәле ауылында тыуған.

  • Ете йыллыҡ мәктәп тамамлай[2] һәм колхозда төрлө эштәр башҡара.
  • 1948 йылда Ишембай һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
  • Быраулаусы һөнәре алғандан һуң, 1950 йылдан — нефть быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы
  • 1953 йылдың февраленән алып — «Башнефть» берекмәһе «Башнефтеразведка» тресының Бөрө ГПК-һында быраулау мастеры,
  • 1960 йылдан алып — быраулаусылар бригадиры.

Григорий Петров үҙенең беренсе нефтен Нефтекамала «таба». Үҙе эшләгән йәштәр бригадаһы менән 1964 йылдың 22 июлендә Төмән өлкәһе нефтен үҙләштереүгә китә. Нижневартовск районында ул 20 йылдан ашыу эшләй.

  • 1964 -1971 йылдарҙа — Главтюменнефтегаздың «Нижневартовскнефтегаз» берекмәһенә ҡараған Шаимский разведкалап быраулау 3-сө контораһында быраулау мастеры.
  • 1971 — 1992 йылдарҙа — «Нижневартовскнефтегаз» производство берекмәһенең Нижневартовск 2-се быраулау эштәре идаралығында производство-техник бүлеге өлкән инженеры.

Төмән өлкә Советы халыҡ депутаты итеп һайлана. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Мәскәү ҡалаһында йәшәй. 2016 йылдың 17 сентябрендә вафат була.

  • 2010 йылдың 10 сентябрендә Дан Аллеяһында Урайҙың почетлы нефтселәренә арналған мемориал тантаналы асыла.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Г. К. Петров автор книги «Каждый становится героем» (Свердловск, 1979).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Смирнов Н. П. Это было на Самотлоре. М., 1982

Һылтанмалар

үҙгәртергә