Мәрҙән — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға фарсы теленән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Мәрҙән (Мәрдән) — «ир-егет», «батыр», мәғәнәһендәге мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Мәрҙән Миңнислам улы Әбүнәғимов (рус.  Абунагимов Мардан Минисламович) (19101943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыссы (сабельник) булып хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы.

Фамилияларҙа үҙгәртергә

Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы (24 декабрь 1961, Октябрьский, Башҡорт АССР-ы) — 3-сө төбәк төркөмөнән (Башҡортостан Республикаһы) Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы.

Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (9 май 1964 йыл) — дәүләт һәм банк системаһы эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004). Дуҫлыҡ (2011), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.

Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы (15 май 1927 йыл — 10 сентябрь 2017 йыл) — «Туймазанефть» нефть сығарыу идаралығы 5-се промыслаһының нефть һәм газ сығарыу буйынса операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданины (1983).

Мәрҙәнов Хәмитйән Ғилемйән улы (13 март 1927 йыл — 20 ноябрь 2020 йыл) — статистика органдары ветераны, иҡтисадсы. Туймазы районы статистика бүлегенең элекке начальнигы. Социалистик иҫәп отличнигы (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).

Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (9 февраль 1954 йыл) — ғалим-тарихсы, отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, подполковник. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ