Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәймүниҙәр (ғәр. ميمونية‎‎ — мәймүниәт; рус. Маймуниты) — Хәрижиҙәрҙең «иң сик» тараф сектаһы. Нигеҙ һалыусыһы — Мәймүн ибн Хәлид.

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Ислам ғалимдары был сектаны исламдан сыҡҡан тип иҫәпләй. Әл-Хөсәйен әл-Кәрәбиси хәрижиҙәр тураһындағы китабында мәймүниҙәрҙең ҡыҙҙарының ҡыҙҙары һәм ағай-апайҙарының балаларының ҡыҙҙары менән никахҡа инергә рөхсәт ителгән тип иҫәпләүҙәре хаҡында бәйән ителә. Әл-Ҡәғәби һәм әл-Әшғәри хәбәр итеүенсә, мәймүниҙәр Йософ сүрәһен бары тик мөхәббәт тарихы ғына тип ҡараған[1]. Мәймүниҙәр шулай күп илаһтарға табыныусыларҙың балалары ожмахта булыр тип иҫәпләгән.

Мәймүн ибн Хәлид ҡараштары

үҙгәртергә

Нигеҙ һалыусыһы Мәймүн ибн Хәлид ғажрәди булған, әммә уларҙан түбәндәге ҡараштар менән айырылып торған:

  • кеше ихтыяр иркенә эйә
  • ғәмәл кеше ижады һәм кеше уны барлыҡҡа килтереүсе
  • ғәмәлде башҡарыу мөмкинлеге ғәмәлдән алда һ. б. тора.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, 2007
  2. Мамиргов М. З. Аджрадиты 2015 йыл 17 февраль архивланған. / Книга исламских сект и вероучений, М., 2007 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Маймуниты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).