Паоло Кальяри (итал. Paolo Caliari), йәки Веронезе (итал. Veronese, 1528, Верона — 9[7][8]йәки 19 апрель, 1588, Венеция) — Италия рәссамы, Венеция мәктәбенең иң күренекле рәссамдарының береһе.

Паоло Веронезе
итал. Paolo Veronese

Автопортрет
Исеме:

Паоло Кальяри

Тыуған:

1528[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Верона[d], Венеция[d], Италия[3]

Үлгән:

19 апрель 1588({{padleft:1588|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[3][4][5] или 9 апрель 1588({{padleft:1588|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[6]

Үлгән урыны:

Венеция, Венеция республикаһы[d][3]

Ил:

 Венеция республикаһы[d]

Имза:

 Работы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тормош һәм ижад юлының башы

үҙгәртергә

Паоло Веронезе Веронала таш семәрләүсе Габриэле-ди-Пьетро Кальяри (ғаиләлә уны Spezapedra тип йөрөткәндәр) ғаиләһендә тыуған[9]. Сығанаҡтарҙа уның тыуған йылы төрлөсә күрһәтелә, әммә "Итальяндарҙың биографик һүҙлеге"ндә Веронезе тураһында мәҡәлә авторы Сесил Гульд 1529 йылғы документтарға һылтана, унда Паолоға бер йәш тиелә, 1541 йылда Антонио Бадиленең уҡыусыһы, 14 йәшлек Паоло, иҫкә алына һәм 1588 йылда рәссамдың 60-сы йәшендә вафат булыуы тураһында хәбәр ителә[10].

Үҫмер сағында Паоло атаһының өйрәнсеге була, таш семәрләүсе һөнәрен үҙләштерә, әммә һынлы сәнғәт менән бик иртә ҡыҙыҡһына башлай, һәм был өлкәлә һәләтле күренгән малайҙы ағаһы Антонио Бадилеға уҡырға бирә, һуңыраҡ Паоло уның ҡыҙы Еленаға өйләнә. Бадиле һәм Паолоның икенсе уҡытыусыһы Доменико Брузасорчи Джованни Франческо Карото мәктәбе вәкилдәре була, улар әллә ни һәләтле булмаһалар ҙа, оҫта рәссамдар була[7]. Уның стиленә шулай уҡ маньерист рәссамдар Джамбаттиста Зелотта һәм Паоло Фаринати[8] һәм Брешия оҫталары Романино, Моретто һәм Савольдо йоғонто яһай. Һуңғылары уға бик ныҡ йоғонто яһап өлгөрмәй, сөнки йәш Кальяри үҙенең һынлы сәнғәт техникаһы буйынса был уҡытыусыларҙы тиҙ арала уҙып китә[7]. Бадилела уҡығанда ул башлап ижад итеүсе рәссам булараҡ яҡшы әҙерлек үтә һәм унда кеше һындарын һәм архитектураны берләштергән композицияларға ҡыҙыҡһыныу уяна[8].

 
Христостың күккә олғашыуы(1575)

1540-сы йылдарҙа Веронала һәм Мантуяла эшләп, Кальяри үҙенең пикториаль системаһы (һүрәт төшөрөү) нигеҙҙәрен булдыра — үтәнән-үтә яҡтылыҡ төшкән урындарҙы күләгәләр менән тоташтыра. Шулай уҡ Джулио Романо һәм Андреа Мантенья картиналары өлгөһөндә һоҡланғыс ракурстар сәнғәтен дә үҙләштерә[9]. Белгестәргә Кальяриҙың Вероналағы тәүге әҫәрҙәрен ижад иткән ваҡытын билдәләү ауыр. Күрәһең, Бевилаккуа алтаре (изгеләр менән тәхеттә Мадонна) 1548 йылда, Сан-Фермо-Маджоре сиркәүенең капеллаһы төҙөлөп бөткәс, барлыҡҡа килгәндер.

Ҡайһы бер билдәләр «Иисус скрипкасылар араһында» картинаһы (хәҙер Испанияның Прадо коллекцияһында) шул уҡ йылда яҙылған, тип әйтергә мөмкинлек бирә. Ижадының тәүге осорона ҡараған башҡа ҙур картиналар — «Ғибәҙәтхана менән таныштырыу» (Дрезден галереяһы) һәм «Дауыттың (тәхеткә ултырыуы) майланыуы» (Сәнғәт тарихы музейы, Вена)[10]. Веронезеның үҙен ракурстар оҫтаһы итеп күрһәткән тәүге әҫәре——Тревиль ҡалаһындағы Соранца виллаһы фрескаһы тип һанала (Кастельфранко Венето), ул 1551 йылда эшләнгән[8][9]. Был эште ул Зелотти менән башҡара; XIX быуатта фрескалар юҡ ителә, әммә уларҙың фрагменттары Венеция семинарияһында, Кастельфранко Венето соборында һәм Виченцаның ҡала картиналар галереяһында һаҡлана[10].

 
Изге Антоний вәсвәсәһе

1552 йылда кардинал Эрколе Гонзага Мантуя соборы алтарь арты өсөн дүрт картинаға заказ бирә (рәссамдар Кальяри, тағы Баттисте-дель-Моро, Фаринати һәм Брюзасорчиға). Кальяри «Изге Антоний вәсвәсәһе» (Искушение Св. Антония) картинаһын (хәҙер Францияның Кан ҡалаһында һаҡлана), 1553 йылда Веронала тамамлай[10]. Микеланджело йоғонтоһонда яҙылған картина[8], Итальян энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, шул уҡ заказды үтәүсе башҡа рәссамдар эшенән күпкә өҫтөнөрәк була[7].

 
Тондо «Музыка» (1556—1557)

Венецияла

үҙгәртергә

1553 йылда Кальяри Венецияла эшләй башлай, унда, бәлки Венецияның популяр рәссамы Джамбаттиста Пончино тәҡдиме буйынса саҡырылғандыр[7]. Уның беренсе заказы Дождар һарайында яңы ғына ремонтланған Унау советы залы плафонын эшләү була[9]. Венеция властары заказы буйынса был беренсе эшендә рәәссам өлгөрөп еткән, яйға һалынған стиль күрһәтә лә инде: уның ракурстары картина фигуралары күҙәтеүсенең башы өҫтөндә һауала эленеп торған кеүек тойола, палитраһы бай һәм асыҡ, сағыу яҡтылыҡ хатта һүрәттең күләгәле урындарын да төҫтәр менән тултыра[8], күп фигуралы бай композициялар ҙур бүлмә арауығына уға тап килерлек итеп, килештереп урынлаштырылған[9] .

Күрәһең, Кальяри бер нисә йыл дауамында ваҡытын Верона, Венеция һәм башҡа ҡалаларҙа заказ үтәүгә бүлә, әммә 1550 йылдар уртаһында ул, ниһайәт, Венецияға күсеп килә һәм ғүмеренең ҡалған өлөшөн шунда үткәрә. Ошо мәлдән әҫәрҙәренә Веронезе — «Верона кешеһе» тип яҙып ҡуя башлай[10]. 1555 йылдың 3 июнендә Монтаньяна соборында «Преображение Господня» («Иисустың мөғжизәле үҙгәреүе») картинаһы тамамлана, был уның яҙылыу ваҡыты билдәле иң тәүге эштәренең береһе[10]. Шул уҡ йылда Изге Себастьян монастырь сиркәүенең ризница түшәмен биҙәй, шунан һуң сиркәүҙең үҙендә түшәмдә һүрәттәр эшләй башлай.

1570 йылға тиклем Веронезе ваҡыт-ваҡыт был ғибәҙәтхананы биҙәү эштәрен башҡара[7]. Сиркәү плафонының темаһы— «Эсфирь тарихы», Веронезе шулай уҡ был сиркәү өсөн 1558 һәм 1559 йылдарҙа Изге Себастьян тормошон сағылдырған стена фрескаларын һәм органдың ҡапҡастарындағы һүрәттәрҙе булдырылған[8].

Билдәле бер кимәлдә Кальяриҙың Венециялағы уңышы Тициандың ҡартайыуы һәм уның башлыса сит ил клиенттары өсөн эшләүенә бәйле була, ә билдәле рәссам Тинторетто, сиктән тыш эгоцентризмы менән айырылып тора. Белгестәр Веронезеның 1556—1557 йылдарҙа Сансовино китапханаһы түшәмен биҙәүгә индергән өлөшө (өс тондо- аллегориялар: Намыҫ, Арифметика менән Геометрия, Музыка. Тондо- түңәрәк эсендәге һүрәт) был эштә ҡатнашҡан ете рәссамдың эштәре араһында иң яҡшыһы тип иҫәпләй[10]. Ҡала хакимиәте уға китапханалағы иң күренекле һүрәттәр авторы өсөн тәғәйенләнгән алтын муйын сылбыры бүләк итә, шулай уҡ уны Тициан айырып маҡтай[7]. Йәмәғәт биналарындағы эштәр менән бер рәттән Венецияла Веронезе 1550 йылдар аҙағы — 1560 йылдар башында күп һанлы шәхси заказдар үтә.

Ул шул осорҙағы иң ҡатмарлы Ренессанс биналарын — Венеция архитекторҙары Мишель Санмичели, Андреа Палладио һәм Якопо Сансовино тыуҙырған шедеврҙарҙы биҙәй. Артабан уларҙың архитектуралағы табыштарын рәссам «Эмауста хаж ҡылыу» һәм «Леви йортондағы байрам» картиналарында ҡуллана[8].

 
Изге Георгийҙың ыҙа сигеүе(1566)

Күрәһең, 1560 йылда Веронезе Джироламо Гримани менән бергә Римда булып киткәндер, әммә сәнғәт тарихсылары фекеренсә, был сәйәхәт уның ижадында һиҙелерлек эҙемтәләргә килтермәгән[10]. Киреһенсә, Веронезе ижадының мөһим этабы— 1561 йылда ағалы-ҡустылы Даниэль һәм Маркантонио Барбароның Мазерҙағы виллаһын биҙәү. Бындағы картиналар уның маньеризм ҡанундарынан композицияның тәбиғилегенә һәм сағыу төҫтәргә тулыһынса күсеүен күрһәтә[8]Архитектор Андреа Палладио эшләгән классик архитектура формаларына таянып[9], дизайндың архитектура деталдәрен ағаһы Бенедеттоға ышанып тапшырған рәссам вилла стеналарында алдатҡыс пейзаждар эшләгән, ә түшәмдәрендә мифологик персонаждар һындары менән зәңгәр күк йөҙөн һүрәтләгән. Позаларҙың һәм төҫтәрҙең тәбиғилеген тормош шатлығын һүрәтләгән мифологик һәм аллегорик предметтар буйынса фрескаларҙа, шулай уҡ Барбаро ҡатынының балалары һәм уларҙы ҡараусы ҡатын менән төшкән портреттарҙа күрәбеҙ[8]. 1562 йылдың ғинуарында рәссамға Венециялағы Дождар һарайындағы Ҙур совет залын биҙәү йөкмәтелгән; сәнғәт тарихсыһы Энрико Ридольфи фекеренсә, был заказ Мазерҙағы һүрәттәрҙең бик матур килеп сығыуына бәйле[10].

1562—1563 йылдарҙа Сан-Джорджо Мэгджоре соборы өсөн «Галилея Канаһында никах» (хәҙер Лувр коллекцияһында) тигән монументаль полотно булдырыла[9].Был күп фигуралы композиция пикториаль (һүрәттәге) киңлектең асыҡлығы, пландарҙың күплеге һәм кешеләрҙең ҡатмарлы, әммә тәртипкә һалынған хәрәкәте менән айырыла[8]. Һүрәтләнгән персонаждар һаны йөҙгә яҡынлаша (Тициан, Тинторетто, Якопо Бассано һәм автор үҙе дүрт музыкант образында төшөрөлгән тип фараз ителә), сағыу халыҡ фонында Мария менән Христос юғалып ҡалған тиерлек[9].

Венецияла рәсми танылыу Веронезеға дан ғына түгел, финанс үҙаллылығын да килтерә. 1566 йылдың апрелендә тыуған ҡалаһында була, унда Елена Бадилеға өйләнә. Унда Сан-Джорджо Браида сиркәүе алтаре өсөн «Изге Георгий шәһитлеге» картинаһын ижад итә. Был әҫәрҙең композицияһы XVIII быуатҡа тиклем һәм һуңыраҡ осорғаса, Делакруа әҫәрҙәренә тиклем, ошондай картиналар өсөн өлгө булып ҡала. Һуңыраҡ рәссам бер нисә тапҡыр Веронаға ҡайта, бындағы заказсылар өсөн бик күп әҫәрҙәр яҙа.

1573 йылда Венециялағы Изге Иоанн һәм Павел соборы өсөн яҙылған «Һуңғы киске аш» картинаһы тирәләй барған ғауға Веронезе тормошондағы иң мөһим ваҡиға була. Рәссамдың иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе үҙенең ғәҙәти булмаған композицияһы һәм сиркәү ҡанундарына (ғәҙәттәгесә һүрәтләү) тап килмәгән персонаждар күплеге менән инквизиторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә[10]. Персонаждар араһында — эт, танауы ҡанаған хеҙмәтсе, ҡош тотҡан кәрлә актер, алебардалы һаҡсы һәм башҡалар бар. Ғәйепләүҙәргә яуап итеп, Веронезе рәссам булараҡ художество азатлығы хоҡуғын бик ныҡ яҡлай, рәссамдар «шағирҙар һәм аҡылға зәғифтәр ҡулланған азатлыҡ» менән файҙалана, тип белдерә. Бәлки был эшкә урындағы хакимдар ҡыҫылғандыр, сөнки ахыр сиктә бөтә яҡтарға ла оҡшаған ҡарар табыла: картина «Леви йортонда ҡунаҡ һыйлау» («Пиршество в доме Леви»"")тип үҙгәртелә, яңы темаға ярашлы картинаға ҙур булмаған үҙгәрештәр индерелә[8]. Әлеге ваҡытта был ҙур картина Венеция Академияһы галереяһында һаҡлана, был Веронезеның Венециялағы берҙән-бер «байрам» картинаһы булып тора[10].

Ғүмеренең һуңғы йылдарында, ағаһы Бенедеттонан тыш, Веронезе улдары Карло һәм Габриэлены эшкә йәлеп итә[7]; аталары үлгәндән һуң,уларҙы «haeredes Pauli» («наследники Паоло») тип йөрөтәләр. Веронезеның улдары ул ҡалдырған күп һанлы эскиздар һәм этюдтарҙы үҙ эштәрндә ҡуллана[8]. Бенедетто, Карло һәм Габриэле Паолоның һуңғы күләмле эше — Дождар һарайының Ҙур советы залында «Венеция апотеозы» плафонын биҙәүҙә ҡатнаша, ул 1585 йылда тамамлана[9]. 1588 йылда Веронезе биҙгәк менән ауырып китә һәм бер нисә көндән һуң вафат була. Ағаһы һәм улдары рәссамды ул үҙе биҙәгән Изге Себастьян сиркәүендә ерләүҙе ойоштора. Веронезе ҡәберенә уның һыны- бюст ҡуйыла.

Йәш Кальяриҙың баштағы әҫәрҙәрендә («Мадонна», Каса Контарини фрескаларының һаҡланып ҡалған өлөшө, Соранцо виллаһы һәм Фанцоло виллаһы фрескалары) Верона мәктәбенең үҙенә генә хас һыҙаттары күҙәтелә, әммә шул уҡ ваҡытта художестволы образдар ижад итеүҙә билдәле бер азатлыҡ та бар, был Рафаэль мәктәбе йоғонтоһо. 27-28 йәшендә Венецияға Изге Себастьян сиркәүенең ризницаһын (кейемдәр, сиркәү кәрәк-ярағы һаҡланған урын) биҙәргә саҡырыла һәм үҙенә йөкмәтелгән бурысты шул тиклем яҡшы үтәп сыға, хатта 1570 йылға тиклем даими был сиркәү һәм ундағы монастырь өсөн эштәр башҡара, үлгәндән һуң хөрмәт йөҙөнән был ғибәҙәтханала ерләнә. Изге Себастьян сиркәүендәге эштәре һүрәттең оҫта һәм нәзәкәтле башҡарылыуы, йылы төҫтәр менән айырылып тора:

«Изге Мәрйәм ананың тәхеткә ултырыуы»

«Эсфирь Артаксерксҡа (Ксеркс I) тиклем»

«Эсфирҙың тәхеткә ултырыуы һәм Мардохей триумфы»

«Дева Мария алтаре»

Изге Себастьяндың тормошон һәм ғазаптарын һүрәтләгән фрескалар

«Христос фарисей Симон өйөндә».

Тинторетто менән сағыштырғанда Веронезеның стиле һәр саҡ тынысыраҡ һәм статик, һуңғы Яңырыу дәүере традицияларына яҡын була; ижадында Тинтореттоныҡы кеүек аҫтан өҫкә йүнәлтелгән яҡтылыҡ менән тынғыһыҙ эксперимент етмәй. Шуға ҡарамаҫтан, уны Тинторетто һәм Тициан менән бер рәттән XVI быуаттың бөйөк Венеция рәссамдары триадаһына индерәләр[10]. Ижадының өлгөрөп еткән осоронда Веронезе оҫта, нәфис һүрәтте дизайн байлығы, төҫтәр сағыулығы һәм йылылығы менән берләштерә. Портретсы булараҡ (Маркантонио Барбари, Даниэль Барбаро, яугир, Капелло фамилияһынан сенатор, Джованни Барбариго портреттары), Паоло Веронезе Тинторетто манераһына яҡын килә, әммә шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле булып ҡала.

1570 йылдар уртаһында Веронезе ижадында монументаль полотноларҙы лирик интонациялар алмаштыра, был йылдарҙағы әҫәрҙәре араһында аллегорик һәм мифологик тематикалағы картиналар ҙур урын биләй. 1576 һәм 1584 йылдар араһында был йүнәлештә «Венера һәм Марс» һәм «Венера һәм Адонис», 1578 һәм 1580 йылдар араһында — «Европаны урлау» ижад ителә. Дини темаларға әҫәрҙәрҙә («Тәре походы», 1576 йыл; «Мәжүси руханиҙарҙың Иисусҡа сәждә ҡылыуы», 1578—1581), шулай уҡ «Изге Пантелеймон баланы һауыҡтыра», "Пьета"ның бер нисә версияһы[9]), фон итеп ҡараңғы киске күк һайланған, шул арҡала персонаждар кейеменең сағыу төҫтәре аша Веронезе драматик көсөргәнешлекте күрһәтә ала. Был йүнәлештә Веронезе шулай уҡ ябай ҙур фигуралы композициялар ҙа ҡуллана — мәҫәлән, «Оплакивание Христа» («Мәсих үлгәнгә илау»,1576-1582 йылдар тирәһе, хәҙер Эрмитаж коллекцияһында)[9].

Уның декоратив әҫәрҙәре лә ҡыҙыҡлы, тик уларҙың күбеһе бөгөнгә тиклем килеп етмәгән; был әҫәрҙәр дизайн ҡыйыулығы, башҡарыу азатлығы, төҫтәрҙең яңылығы менән айырыла; улар архитектура формаларына тап килә. Стена һәм плафонлы һынлы сәнғәт- уның талантының иң көслө яғы. Был йәһәттән айырыуса Мазералағы Барбаро виллаһы, Тине виллаһы, Маньядол замогы һәм Венециялағы Дождар һарайы фрескалары айырыуса ҡыҙыҡлы. Дождар һарайының ҡайһы бер картиналары хәҙер башҡа ерҙә; уларҙың ҡай береһе Ҙур совет залында һаҡлана:

  • Дож Андреа Контарини Кьодже янында генуяларҙы диңгеҙҙә еңеп ҡайта
  • Антони Лоредано Скутари өсөн һуғыша
  • Венецияға дан (Апофеоз Венеции)

Веронезеның стиле ғүмеренең һуңғы бер нисә тиҫтә йылдарында әллә ни үҙгәрмәй, ләкин уның әҫәрҙәре айырым шарттарға яҡшы яраҡлаша— яҡтыртыу йүнәлеше, бүлмә бейеклеге, архитектура биҙәүестәре, башҡа картиналар һәм башҡа факторҙар менән йәнәшә улар тағы ла һоҡланғысыраҡ булып күренә. Ваҡыт үтеү менән Веронезеның күп кенә әҫәрҙәре хужаларын һәм хатта илде алмаштырғанда, был нюанстар иҫәпкә алынмай башлай[10].

Веронезе үлгәндән һуң уның улдары Карлетто һәм Габриэле ағаһы Бенедетто менән бергә рәссамдар берлеген ойошторалар, улар картиналарына «Паоло вариҫтары» (Гередес Паоли) билдәһен ҡуя. Веронезе ысулын үҙләштерһәләр ҙә, бөйөк рәссамдың таланты уларға күсмәй, уларҙың әҫәрҙәре сифаты буйынса ҡайтыш була[7].

Рәссамдар Баттиста д’Анджело, Баттиста Зелотти һәм Паоло Фаринати Веронезе ижады юлын дауам иттерә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Gould C., Gould C. CALIARI, Paolo, detto il Veronese // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1973. — Vol. 16.
  2. Pallucchini R. Paolo Veronese // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 RKDartists (нидерл.)
  4. Paolo Veronese // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  5. Paolo Veronese // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 7,8 Giuseppe Fiocco. Paolo Veronese (итал.). treccani.it. Итальянская энциклопедия / Институт Итальянской энциклопедии. Дата обращения: 4 июнь 2020.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 Rodolfo Pallucchini. Paolo Veronese (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 4 июнь 2020.
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 Вероне́зе / И. А. Смирнова // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 172—173. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 Cecil Gould. Caliari, Paolo, detto il Veronese // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.). — 1973. — Vol. 16.
  • Дзорци Р. Паоло Веронезе // Юный художник. — 1988. — № 12. — С. 8—12.

Һылтанмалар

үҙгәртергә