Викидатала элемент юҡ

Муллағол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Муллағол исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Муллағол башҡорт һәм ғәрәп мулла+ ғол (ҡол) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Уҡымышлы Алла ҡоло тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Муллағол Диуана — Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан сәсән, шағир. Муллағол Диуана Башҡорт ерҙәрендә тыуһа ла, Урта Азияла Төркөстан ҡалаһында йәшәй. Әхмәт Йәсәүи тәриҡәте һәм шиғриәте рухында тәрбиәләнгән. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән. Ф. Ғаттар, Ә. Йәсәүи әҫәрҙәрен яттан һөйләр булған. Шиғырҙар, дастандар яҙған, хикмәттәр әйткән.

Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.

Муллағол Дәүләтҡолов — Зауряд есаул, 32-се йорт. Көйөргәҙе районына кергән ауылдарҙан 1812 йылғы һуғыш ветерандары исемлегенә ингән. Ике көмөш миҙал: «За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812 года» менән бүләкләнгән.

Фамилияла

үҙгәртергә

Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены кавалеры, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары менән бүләкләнгән.

Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20 март 1940 йыл — 29 август 2012 йыл) — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), тарихсы-этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.

Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июнь 1938 йыл) — этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).

Муллағол (рус. Муллагулово; боронғо атамаһы Бүрәш) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ