Муллағол Диуана
Муллағол Диуана — Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан сәсән, шағир.
Муллағол Диуана Башҡорт ерҙәрендә тыуһа ла, Урта Азияла Төркөстан ҡалаһында йәшәй. Әхмәт Йәсәүи тәриҡәте һәм шиғриәте рухында тәрбиәләнгән. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән. Ф. Ғаттар, Ә. Йәсәүи әҫәрҙәрен яттан һөйләр булған. Шиғырҙар, дастандар яҙған, хикмәттәр әйткән.