Муллағол

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районындағы ауыл

Муллағол (рус. Муллагулово; боронғо атамаһы Бүрәш) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 155 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80241810003.

Муллағол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аптраҡ ауыл Советы
Халыҡ һаны 155 кеше (2010)[1],
144 кеше (2002)[2],
161 кеше (2009)[2]
Почта индексы 453873
Карта


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 155 72 83 46,5 53,5
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 21 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 21 км

XIX быуат башында Муллағол (Бүрәш) ауылында 15 йортта 72 ир-ат һәм 72 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 64 йылдан һуң 46 йортта 232 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылда унда 300 кеше булған. Муллағол менән Бүрәштең шәжәрәләре билдәһеҙ.

Ошо ауылда йәшәгән Байбулатовтарҙың шәжәрәһе. Байбулат Әбләсов 1752—1812 йылдарҙа йәшәй. Өлкән улы Хөсәйен, 1779 йылда тыуған (1859 йылда иҫән була), уның балалары Мөхәмәтҡунафиә, Мөхәмәтйәмил (улдары Ғариф, Йосоп), Шәрәфетдин (балалары Бәҙретдин, Әбделғәфур, Ғәлләмүтдин, Мусамөхөтдин, Мөхәммәт), Әхмәтйән (улдары Зәләлитдин, Зиятдин). Икенсе улы Хәсән, 1787 йылда тыуған, уның игеҙәк улдары Зөлкәрнәй, Лоҡман. Кесе улы Исламғол (1786—1856), балалары Фәйзулла, Сәғиҙулла, Ғөбәйҙулла, Сафиулла, Зәйнулла.

Ағалы-ҡустылы Юлдыбаевтарҙы билдәләп үтергә кәрәк: Искәндәр (1801 йылда тыуған, уның улы Заирья) һәм Әсфәндиәр (1803), уның балалары Яхъя (1830), Муса (1836), Гайса (1846), Әйүп (1848).

Ауыл халҡы 1842 йылда 183 кешегә 824 бот яҙғы иген сәскән[5].

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исемдәре[6]:

  • Миңлегәрәй Кәримов урамы (рус. улица Минигарая Каримова)
  • Фәрит Ғайсин урамы (рус. улица Фарита Гайсина)

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Муллағол «Айыҡ ауыл—2020» республика конкурсының беренсе (муниципаль) этабында район буйынса еңеүсе булды. Ошо бәйге планына ярашлы ауылда «Балан байрамы» үткәрелде[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә