Миһранов
Миһранов — ир-ат фамилияһы. Миһран исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Миһранова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
- Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1 июнь 1926 йыл — 1970 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4–6-сы сығаралыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.
- Миһранов Марс Шәрифулла улы (6 март 1964 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
- Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (1924—2005) — педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1972) кавалеры.
- Миһранов Искәндәр Абрар улы (1 декабрь 1939 йыл) — мәғариф ветераны, тарих уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997).
- Миһранов Әнүәр Низам улы (1922 — ????) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
- Миһранов Рауил Зариф улы (24 июль 1941 йыл) — Рәсәйҙең еңел атлеты, кросс-кантри буйынса ветерандар араһында донъя чемпионы (2007), Омскиҙа, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта үҙенең йәш төркөмөндә халыҡ-ара марафондар еңеүсеһе[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Илькинеевский сельсовет(недоступная ссылка)
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |