Эстон мифологияһы
Эстон мифологияһы — эстон халҡының мифтары, легендалары һәм ышаныуҙары комплексы. Эстон мифологияһы фин-уғыр мифологияһы бер өлөшө булып тора.
Эстон мифологияһы | |
Культура | Эстондар |
---|---|
Дәүләт | Эстония |
Тарихы
үҙгәртергәБоронғо эстон инаныуҙары нигеҙҙә XIX быуатта йыйылған фольклор материалы, шулай уҡ боронғо йылъяҙмалар һәм хроникалар нигеҙендә, тергеҙелеүе мөмкин. Эстония мифологияһы, Балтика һәм герман мифологияһы йоғонтоһо менән Урал һәм фин-уғыр мираҫы элементтарын берләштереп, фин мифологияһы менән яҡын туғанлыҡта тора.
Кеше менән тәбиғәт гармонияһы боронғо эсттарҙың донъяға ҡарашының нигеҙе булған. Кешеләр һәр хайуандың, ағастың һәм таштың йәне барлығына; таштарҙа, шишмәләрҙә һәм ағастарҙа йәшәгән уларҙы һаҡлаусы рухтарға ышанған. Халыҡ йырҙарында ғына һаҡланған иң боронғо мифтарға ярашлы, эсттарҙың ата-бабалары донъяның йомортҡанан сығыуына ышанған. Ҡош юлы (Млечный путь), күсәр ҡоштарҙың мәрхүмдәрҙең йәндәрен икенсе донъяға алып барған донъя ағасының (Ilmapuu) олоно йәки юлы ('Linnutee), тип һаналған. Етегән йондоҙ — хужаһы менән бергә бүре лә егелгән арба. Бүре ҡасандыр арбаға егелгән үгеҙҙәрҙең береһен ашаған өсөн ылау ташыу язаһына тарттырылған[1].
Игенселектең үҫеше арҡаһында эстондарҙың донъяға мифологик ҡарашында күк илаһтары мөһимерәк була башлай. Боронғо эсттарҙың иң юғары тәңреһе карел-финдарҙың Уккоһына туғандаш Уку (Uku) булған[1], уны Vanaisa — Ҡарт атай, Ванатаат (Vanataat) — Иҫке олатай, Таэватаат — Һауа бабай тип тә атағандар[1]. Литвалыларҙың Пяркунасы кеүек, ул күк күкрәтеүсе булған. Бәлки, тағы башҡа Күк күкрәү аллалары: (Kõu, Pikker, Пикне, Пиккер, Эйке («Өлкән»), Тыу булғандыр[1]. "Ливония хроникаһы"нда Леттиянан Генрих Латвийский эзелселәрҙең (Сааремаа утрауында йәшәүселәр) Tarapita исемле хәрби илаһы хаҡында яҙа. Был исемгә тарихсылар төрлөсә аңлатма биргән. Йыш ҡына Тарапита — Taara, avita! («Таара, ярҙам ит!») боҙоуҙан тип иҫәпләнгән. Ошонан сығып эзелселәрҙең аллаһы Taara (сағыштыр: скандинав Торы) булған тигән һығымта яһағандар. Булған мәғлүмәттәргә ярашлы, Көнбайыш Эстонияла кесаҙна көндәрендә Тоор кистәре байрам ителгән. Taara, Tooru һәм Тора бәйләнештәре әлегә билдәһеҙ булып ҡала. Мифтарҙа һәм халыҡ йырҙарында шулай уҡ күк яҡтыртҡыстарының — Ҡояштың, Айҙың, Йондоҙҙарҙың исемдәре осрай.
Ерҙәге илаһтар иҫәбенә Рыугутая (Rõugutaja) — йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм бала табыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡурсалаусыһы, Тууле-эма (Tuule-ema) — Ел-әсә, Метсаиса (Metsaisa) — славян шүрәлеһенә оҡшаған урман рухы, Метсик (Metsik) — уңдырышлылыҡ, баҫыу һәм малдарҙы ҡурсалаусы илаһ һәм башҡалар инә.
Түбән мифология
үҙгәртергәЭстон рухтар донъяһын икенсе дәрәжәләге бик күп йән эйәләре: һыу инеүселәрҙе үҙҙәре артынса өйөрөлмәккә эйәртеп алып китеүсе һыу инәләре (ҡыҙҙары) (Никсы näkk); һыу ендәре (Paharet: Калевипоэг X:58); иблис Kurat (Калевипоэг XVI:711); йылан батшаһына таж сүкеп яһаған ер аҫты эйәләре (maa-alused); аҙашҡан йәндәр һ. б. тамамлай. Эстон мифологияһында шулай уҡ алпамышалар — Калев, Суур Тылль һәм башҡалар ҙа бар.
Әхирәт
үҙгәртергәЭстарҙа әхирәткә ҡараштар финдарҙағына ҡарағанда яҡшыраҡ үҫешкән. Үлем Батшалығы Manala или Toonela — ер, урмандар, баҫыуҙар һәм тауҙарға оҡшаш урын. Әхирәт донъяһының хакимы — изге лә, яуыз да Tooni түгел. Көҙ аҙағында бөтә мәрхүмдәрҙе иҫкә алғандар: мәрхүмдәрҙең рухтары үҙҙәренең элекке өйҙәрен барып күрә. Рухтарға айырым өҫтәлдәр әҙерләгәндәр һәм мунса яҡҡандар, тынлыҡ һәм тыныслыҡ һаҡлағандар.
Ристипуу
үҙгәртергәРистипуу (Ristipuu) — эстон мифологияһында rist ― «тәре» («крест») һәм puu ― «ағас») ағас (йышыраҡ ҡарағай, ылыҫ ағасы), унда мәйет иҫтәлегенә, ғәҙәттә зыяратҡа барған юлда, тәре соҡоп уйылған[2]. Эстонияла XVII быуаттан уҡ ристипуу тураһында телгә алыуҙар осраған. Сааремаа утрауының көнбайыш өлөшөндә ағасҡа ғәҙәттә тәре түгел, ә мәрхүмдең нәҫел билдәһен уйғандар.
Бындай йолалар Латвияла һәм Финляндияла осрай[2].
Аутентиклыҡ (төп нөсхә булыу)
үҙгәртергәЭстония шағиры Кристьян Яак Петерсон 1821 йылда фин фольклорсыһы Кристфрид Ганандерҙың фин мифологияһы буйынса эшен немец теленә тәржемә итә. Финдарҙың халыҡ мираҫынан миҫалдар нигеҙендә Фридрих Роберт Фельманн 1844 йылда немец телендә квазифольклор эстон мифологик хикәйәттәре йыйынтығын баҫтыра. Һөҙөмтәлә аллалар пантеоны менән (Ванемуйне һәм башҡалар), «эстон псевдомифологияһы» барлыҡҡа килә, ул мәктәп дәреслектәре һәм гәзиттәр аша халыҡ аңында тиҙ тамыр йәйә, һәм артабанғы тикшеренеүселәрҙең күбеһе уны аутентик (төп нөсхә) тип һанала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Таарауск
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Виббране // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Вольтер Э. А. Пикер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Вольтер Э. А. Укко // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Врангель К. К. Ванна-изса // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ванна-изса // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
- Девс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- М. Ел. Эстонская мифология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Пеко // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Юмала // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)