Ритуал (лат. ritualis — йола, лат. ritus, «тантаналы церемония, дини йола») — дини ғәмәлдә ҡулланылған, йәки халыҡта ниндәйҙер ваҡиға айҡанлы ҡабул ителгән тәртип-низам, йолалар тупланмаһы; церемониал[1].

Ритуал
Рәсем
Өлөшләтә тура килә обряд[d]
 Ритуал Викимилектә

Ритуалдың үҙенсәлектәре үҙгәртергә

 
Дәрүиштәрҙең ритуал бейеүе

Һүҙлектәрҙә лә, башҡа сығанаҡтарҙа ла ритуал киңерәк төшөнсә булып торған йоланың өлөшө генә икәне күренә[2][3], мәгәр «ритуал» менән «ғөрөф-ғәҙәт» төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә билдәләнә:

  • төшөнсәләр берҙәй, бер үк нәмә[3][4];
  • ритуал йоланың бер өлөшө[2];
  • ритуал йолалар тупланмаһы[1].

Йола кеүек үк, ритуал символик ғәмәлдәр булып тора, ниндәйҙер утилитар мәғәнәһе юҡ[5]. Ритуалдың ҡәтғи билдәләнгән ғәмәлдәре бар һәм ул демонстратив рәүештә башҡарыла[6].

Ритуал — йоланың өлөшө булараҡ үҙгәртергә

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, шул иҫәптән, Ҙур совет энциклопедияһында ла, ритуал дини йола, ғөрөф-ғәҙәт тип билдәләнә.Британ антропологы, мәҙәниәт һәм символизм буйынса хеҙмәттәре менән билдәле Мэри Дуглас фекеренсә, ритуалдар «динде йәки ниндәйҙер символик системаларға ҡарауҙы» күрһәтә[7].

Ритуал һәм йоланы бер иш һанау үҙгәртергә

Бар сығанаҡтар ҙа тиерлек «ритуал» төшөнсәһен дин менән бәйләмәй ала, шул рәүешле был ике төшөнсә бер үк нәмә һымаҡ аңланыла башлай[1][2][3][4]. Мәгәр, Тмәҫәлән, Ю. В. Чернявская ритуал менән йола араһында аныҡ айырма күрә, улар мәҙәниәттең бер үк кимәлдәге күренеше тип һанай һәм өсөнсө форма — ғөрөф-ғәҙәтте лә өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта ғөрөф-ғөҙәтте ул «Сакраль ритуал» тип атай[7].

Биологияла үҙгәртергә

«Ритуал» төшөнсәһенең антропологик төшөсәһенән тыш дөйөм биологик үҙенсәлеге лә бар — төрлө стандарт коммуникацияларҙа хайуандарҙың стереотип тәртибенә бәйле ул[8][9]. Ритуалдың биологик әһәмиәте шунда, мәҫәлән, ниндәйҙер төрҙөң үрсеү ритуалы тап килмәү яңы биологик төр килеп сығыуына килтереүе ихтимал[10].

Психологияла һәм психиатрияла үҙгәртергә

Ритуал — психиатрияла: бәхетһеҙлек килеүҙән ҡурҡып, уны булдырмаҫҡа тырышып ихтыярһыҙҙан килеп сыҡҡан, аҡылға һыймаған ғәмәлдәр һәм хәрәкәттәр ҡылыу. Был туҡтауһыҙ борсоп торған шиктәр һәм хәүефләнеүҙәр арҡаһында килеп сығыусан.

Башҡорттарҙа — ритуал үҙгәртергә

 
Һыу юлы күрһәтеү йолаһы
 
Мәсеттә ауыҙ асыу

Исламда ритуалдар мосолман йолалары менән бәйле.

Кешенең тормошо баланы ҡабул итеүҙән, уға исем ҡушыуҙан башлана.

20-се быуаттың икенсе яртыһына тиклем әле башҡорттарҙа яңы тыуған сабыйға мал менән май ҡаптырыу йолаһы булған. Быны ритуал тип тә атарға була, сөнки ул билдәле бер ваҡытта һәм билдәле бер тәртиптә башҡарыла. Сабый тыуыу менән бәйле башҡа бик күп йолалар башҡарыла — бәпәй күлдәге, бәпәй сәйе, сәс алыу һәм башҡа йолаларҙың да үҙҙәренең ҡәтғи ритуалдары бар.

Исем ҡушыу йолаһы шулай уҡ Ислам менән бәйле һәм айырым бер тәртиптә башҡарыла.

Өйләнеү, никахланыуҙың тәртип-низамы ла, төбәктәренә ҡарап айырылһа ла, мулланан никах уҡытыу мотлаҡ тәртиптә башҡарыла.

Йыназаның шулай уҡ билдәле тәртиптәре бар, динле башҡорттарҙа Ясин уҡытыу, кәфенләү, мәйетте мосолманса йыуындырыу мотлаҡ. Был ғөрөф-ғөҙәттәрҙең да ҡәтғи ғәмәлдәре — ритуалы бар.

Намаҙ, ураҙа тотоу, ҡорбан салыу тәртип-низамында ҡәтғи үтәлер шарттар бар. Мәҫәлән, мотлаҡ тәһәрәтле булыу, ниәт әйтеү, махсус доғалар уҡыу йәки үҙ телеңдә шуларҙың мәғәнәһен әйтеү, ҡорбанлыҡ малға талаптар, уны салыу тәртибе — былар барыһы ла ритуал төшөнсәһенә тап килә[11].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Большой толковый словарь русского языка / Гл. ред. С. А. Кузнецов.. — СПб.: Норинт, 2008. — ISBN 978-5-7711-0015-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 [ Ритуал (вид обряда)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. 3,0 3,1 3,2 Адоньева С. Б. Ритуал, он же — обряд. Разговор об определениях // Персонал-Микс.. — 2007. — В. Вып. 6.
  4. 4,0 4,1 БРЭ, 2015
  5. Философская энциклопедия
  6. Словарь по этике / Под. ред. И. Кона. — 1981.
  7. 7,0 7,1 Чернявская Ю.В. Народная культура и национальные традиции: учебно-методическое пособие. — Минск, 1998.
  8. Крысин Л.П. Ритуал // Толковый словарь иноязычных слов. — М., 2008. — 944 с. — (Библиотека словарей).
  9. Биологический словарь
  10. Расоведы вымирают, а расисты цветут пышным цветом. Антропогенез.ру.
  11. Г. Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө, 2013.- 101 бит

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ритуал» мәҡәләһе бар