Яҡут мифологияһы

көнсығыш себер төрки телле яҡут (саха) халҡының тирә-яҡ донъя тураһындағы ҡараштарын сағылдыра

Яҡут мифологияһы — көнсығыш себер төрки телле яҡут (саха) халҡының тирә-яҡ донъя тураһындағы ҡараштарын сағылдыра. Унда шаманлыҡ, йәғни айырым рухи донъя Дойду) барлығына һәм улар менән аралашыу мөмкинлегенә ышаныу идеялары ҙур роль уйнай[1].

Яҡут мифологияһы
Дәүләт  Рәсәй
 Яҡут Республикаһы
Әҫәрҙең теле саха теле

Был донъяларҙа йәшәүселәрҙе яҡуттар уларға Уот Усутакы Бөйөк Әфәнде етәкселек иткән абастар (сағыштыр: дөйөм төрки Албаҫты) тип атағандар. Улар кешеләргә ҡурҡыныс тыуҙыра һәм кешеләргә зыян килтерергә һәләтле. Яғымлыраҡ рухтар ата-бабалар менән бәйле булған һәм Айыы тип аталған. Изге рухтарҙың башлығы булып Юрюнг Айыыы Тойон торған, уның ағаһы Джёсёгей тойон булған. Айыы менән абастар йыш ҡына дошманлыҡ мөнәсәбәттәрендә булған, быны Сюге тойон образы раҫлай. Шулай уҡ беҙҙең донъябыҙ тәбиғәтенә бәйле рухтарҙың башҡа категориялары — иччи һәм слюллюкюн бар. Был рухтар менән тик яҡут мифологияһының төп геройҙары һаналған шамандар ғына аралаша һәм көрәшә алды.

Рухи донъяларға сәйәхәт ҡылырға Донъя Ағасы (Аал Луук Мас) ярҙам иткән.

Илаһтар пантеоны

үҙгәртергә

Юрюнг Айыы тойон (икенсе исеме Юрюнг Тойон Айыы) (сахаса Үрүҥ Аар Тойон, Үрүҥ Тойон Айыы) — донъяны, башҡа айыы, абас — ендәрҙе, иччи — эйәләрҙе, кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе. Ул — күктәрҙең һәм аллаларҙың башлығы. Ул, ҡыш булмаған, аҡҡош ҡанаттарын хәтерләткән аҡ үлән үҫкән, иҫ киткес гүзәл илдә, күктең туғыҙынсы ҡатында, йәшәй. Ул аҡ айғыр йәки бөркөт образында кәүҙәләндерелә.

Джёсёге́й тойо́н (икенсе исеме Кюрюё Джёсёгёй тойо́н, Джёсёгёй Айыы, Кюн Джёсёгёй йәки Уордаах Джёсёгёй) (сахаса Дьөhөгөй Тойон, Kүрүө Дьөhөгөй Тойон, Дьөhөгөй Айыы, Күн Дьөhөгөй, Уордаах Дьөhөгөй) — аттарҙы ҡурсалаусы алла. Ул өсөнсө күктә йәшәй. Ул кешеләргә йылҡы малы ебәрә, әммә, асыуланһа, кире алырға мөмкин. Кешеләргә хужалыҡ алып барырға, хеҙмәт итергә ярҙам итә. Кешегә көс, талант, оҫталыҡ бирә. Ул — аллаларҙың иң олоһо.

Исэгэй Иэйиэхсит (сахаса Иhэгэй Иэйиэхсит) — эре мөгөҙлө (һыйыр) малы биргән алиһә.

Хомпоруун Хотой Айыы (икенсе исеме Сюнг Хаан, Сюнгкэн Эрэли) (сахаса Хомпоруун Хотой Айыы, Сүҥ Хаан, Сүҥкэн Эрэли) — ҡоштарҙы ҡурсалаусы алла. Ул ҡарағусҡыл күк бөркөт образында кәүҙәләндерелә. Ул бөркөттөң атаһы, шул ҡошто үлтергән кешене ҡаты язалай. Ул икенсе дәрәжәләге ир-ат илаһы, кешеләргә күп һанлы, әммә физик яҡтан көсһөҙ үрсем, башлыса ҡыҙҙар, ҡайһы берҙә — «хара дьагыл» (сахаса хара дьаҕыл) затлы мал бирә.

Сюгэ тойон (икенсе исеме Аан Дьаасын, Дьаа Буурай, Орой Буурай, Буурай Дохсун, Уордаах Дьасыбыл, Сюнг Дьаасын, Сюрдээх Кэлтээх Сюгэ Буурай Тойон) (сахаса Сүгэ Тойон, Аан Дьааhын, Дьаа Буурай, Орой Буурай, Буурай Дохсун, Уордаах Дьаhыбыл, Сүҥ Дьааhын, Сүрдээх Кэлтээх Сүгэ Буурай Тойон) — күк күкрәү һәм йәшен илаһы. Күп осраҡта уны юғары ижадсының триадаһында өсөнсө исеме менән атайҙар. Күк күкрәү — уның атының тояҡ тауышы, ә йәшен — Ә йәшен — уның шаҡшы көстәрҙе ҡыйратыусы балтаһы. Бынан тыш, ул хайуандарҙы ҡурсалай, кешеләргә балалар, ҡолондар һәм быҙауҙар ебәрә. уның балтаһы. Уның ярҙамында яуыз көстәр яуа башлай. Бынан тыш, ул мал-тыуарҙы ҡурсалай, кешеләргә балалар, ҡолондар һәм быҙауҙар ебәрә.

Айыысыт (сахаса Айыыhыт) — күктең көнсығышында йәшәүсе, дан-хөрмәт яҡтылығы уратып алған бай кейенгән оло йәштәге ҡатын йәки бейә рәүешендә күренеүсе алиһә. Ул бала табыусы әсәләр янына килә, йөклөлөктән имен-аман ҡотолорға ярҙам итә, яңы тыуған сабыйға фатиха бирә һәм бала тыуғандың өсөнсө көнөнә бала тапҡан әсәнең йортонан китә. Кешенең Айыысыт йәйге ҡояштың көнсығыш яғында урынлаша. Шулай уҡ ҡышҡы ҡояштың көнсығыш яғында йылҡы малы айыысыты, эре мөгөҙлө (һыйыр) малдың айыысыты — ер аҫтында урынлашҡан. Бынан тыш, башҡа хайуандарҙың да айыысыты бар.

Иэйиэхсит (сахаса Иэйиэхсит) — ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалаусы алиһә. Көнсығыш күктә йәшәй. Кешеләргә һәр саҡ асыҡ, күңелле, дәртле. Ергә май айында төшә. Ул әйләнеп ҡайтҡас, япраҡтар йәшелләнә, йәй башлана. Кешеләргә тылсымлы кәңәштәре менән ярҙам итә, яуыз көстәрҙән һаҡлай, мал үрсемен фатихалай. Бысраҡлыҡты һәм әрпешлекте яратмай.

Одун Хаан (сахаса Одун Хаан) — һигеҙенсе күктә йәшәүсе илаһ. Ергә февралдә төшә. Кешеләргә йорттар төҙөргә, яңылыҡ уйлап сығарырға ярҙам итә. Шулай уҡ, яҙмыш ижад итеүсе.

Дьылга Хаан (сахаса Дьылҕа Хаан) — яҙмыш илаһтарының береһе. Кеше яҙмышының серҙәрен аса.

Чынгыс Хаан (сахаса Чыныс Хаан) — етенсе күктә йәшәүсе яҙмыш илаһы. Ергә декабрҙә төшә һәм февраль уртаһына тиклем хакимлыҡ итә. Темучин — Сыңғыҙхан исемдәренең береһе менән тап килә.

Билгэ Хаан (сахаса Билгэ Хаан) — етенсе күктә йәшәүсе ғилем илаһы.

Уйгулаан Хаан (сахаса Уйгулаан Хаан) — мөхәббәт илаһы. Йөрәктәрҙе тоташтыра.

Улу Тойон — шамандарҙы ҡурсалаусы һәм ҡара ҡарғаларҙың атаһы. Шулай уҡ сирҙәр булдырыусы булараҡ ололоҡлана[2].

Саха Республикаһы ҡатын-ҡыҙ ғалимдары

үҙгәртергә

Саха халҡының этнографияһын, мифологияһын өйрәнеүсе ғалимәләр:

  • Маркова Марианна Филипповна — М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль (Яҡут дәүләт) университеты уҡытыусыһы (1984г.), тарих фәндәре кандидаты, доцент.
  • Саввинова Гөлнара Егоровна — М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль (Яҡут дәүләт) университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Төньяҡ-Көнсығыш халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте институтының Культурология кафедраһы доценты. Яҡут мифологияһын һәм фольклорын өйрәнә.[3]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Якутская мифология и шаманы 2015 йыл 10 июнь архивланған.

Персонажи якутской мифологии 2014 йыл 20 август архивланған.

Якутская мифология (фольклор якутов)

Лягушка: якутская мифология 2014 йыл 31 июль архивланған.

[https://sci.e.nlrs.ru/open/73737?ysclid=ldt3kk7th6943684475 Вклад женщин-ученых в этнографическое изучение якутов Contribution of Female Scholars to the Ethnographic Study of the Sakha People]

Первые ученые из якутов — П. А. Ойунский, А. Е. Кулаковский, Г. В. Ксенофонтов, Г. У. Эргис.(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Якутская мифология и шаманы 2015 йыл 10 июнь архивланған.
  2. Персонажи якутской мифологии 2014 йыл 20 август архивланған.
  3. [https://sci.e.nlrs.ru/open/73737?ysclid=ldt3kk7th6943684475 Вклад женщин-ученых в этнографическое изучение якутов Contribution of Female Scholars to the Ethnographic Study of the Sakha People]