Венгр мифологияһы
Венгр мифологияһы — венгр халҡы мифологияһы, ул мифтарҙан, риүәйәттәрҙән, әкиәттәрҙән һәм башҡа дини ышаныуҙарҙан тора. Венгр мифологияһының күп өлөшө быуаттар үтеү менән онотолған, тик ҡайһы бер текстарҙы ғына мифтар рәтенә ҡуйып була. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә венгр мифтары һуңғы 100 йыл эсендә ҡайтанан тергеҙелгән. Венгр мифологияһын өйрәнеү сығанаҡтары :
- Фольклор, сөнки күп кенә мифтарҙа осрай торған фигуралар халыҡ әкиәттәрендә, йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә, шулай уҡ айырым башҡа халыҡтарҙа осрамай торған йолаларҙа һәм иҫтәлекле көндәрҙә һаҡланып ҡалған;
- Урта быуат йылъяҙмалары , кодекстар;
- Венгр булмаған авторҙарҙың венгрҙар тураһында ҡалдырған яҙмалары;
- Археология тикшеренеүҙәре.
Венгр мифологияһы | |
Нигеҙендә эшләнгән | Фин-уғыр мифологияһы, Тәңреселек һәм шаманлыҡ |
---|
Ҡыҫҡаса эстәлеге
үҙгәртергәВенгр мифологияһында донъя өс өлөшкә бүленә : Өҫкө донъя (Felső világ) — унда илаһтар йәшәй , урта донъя (Középső világ) — кеше күҙенә күренгән донъя, Түбәнге(Alsó világ) - ер аҫты донъяһы. Донъяның уртаһында бейек ағас тора- ул Тормош ағасы (Világfa / Életfa). уның осо Өҫкө донъяға барып тоташа. Урта донъя- уның олоно, Аҫҡы донъя — уның тамырҙары . Ҡайһы бер саҡта был ағаста алтын алмалар ҙа була имеш тип һөйләйҙәр.
Өҫкө донъя
үҙгәртергәИлаһтар һәм яҡшы күңелле кешеләрҙең рухы Өҫкө донъяла йәшәй. Илаһтар барыһы бер тигеҙ, шулай ҙа улар араһында иң абруйлыһы Иштен (венгр телендә «Хоҙай»). Ул донъя менән идара итә, кешенең яҙмышын хәл итә, күктән Урта донъялағы тәртипте күҙәтә, ә ҡайһы ваҡытта һауанан йәшен аттырта. Иштен донъяны Эрдёг («иблис») ярҙамында төҙөгән. Ҡалған илаһтар: [[Иштенанья]] («Хоҙайҙың инәһе») һәм ''Хадур'' («Һуғыш илаһы»). Ҡояш менән Ай ҙа Өҫкө донъяла тора. Күк көмбәҙе венгр мифологияһында Тормош ағасы өҫтөнә тарттырып ҡоролған ҙур тирмә кеүек, ә Йондоҙҙар тирмәнең тирәстәрендәге тишектәр кеүек.
Урта донъя
үҙгәртергәУрта донъя кешеләр һәм ғәҙәттән тыш көскә эйә мифологик йән эйәләренең йорто. Урман, күл-йылғаларҙың эйәләре бар, кешеләр уларҙан ҡурҡа. Уларҙың исеме төрлө ерҙә төрлөсә атала. Венгр мифологияһында һыуҙа йәшәүсе мифик йән эйәһе ''Шелло'' (һыу инәһе) бар, уның кәүҙәһе кешенеке , ә ҡойороғо балыҡтыҡы кеүек. Елдең эйәһе Села-ня (ел инәһе) ҡарсыҡ или Селкирай (ел батшаһы). ''Шаркань'' — йыландыҡы кеүек тәнле , ҡанатлы аждаһа, ул әкиәт батырҙарының дошманы. ''Лидерц'' (Lidérc, сыуаш һәм и мокша (мордва) мифологияһында Куйгараш) — күренмәй торған, тылсымлы йән эйәһе. ''Манок'' (эльфтар/гоблиндар) һәм тёрпек (кәрләләр) — урманда, йәки ер аҫтында йәшәүсе хәйләкәр йән эйәләре. Ориасоктар (алпамышалар) тауҙарҙа йәшәй. Венгр мифтарындағы иң яратҡан йән эйәләре тюндеректар (феи) — йәш, матур ҡыҙҙар. Улар кешеләргә ярҙам итә, ҡайһы ваҡыт уларҙың теләген дә үтәй. Уларҙың киреһе — бабакалар — яуыз, ҡарт ҡарсыҡтар.
Ер аҫты донъяһы
үҙгәртергәАҫҡы донъя — насар рухтар йәшәй торған урын ( бында уҫал рухтар, ерҙә йәшәгәндә уҫал, яуыз булған үлгән кешеләрҙең йәндәре), Эрдёгтың йорто. Ул кешеләрҙе йонсотоусы бөтә алама нәмәне — бөрсә, себен, беттәрҙе булдырыусы .
Хөрәфәттәр, ышаныуҙар
үҙгәртергәҠайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, боронғо венгрҙарҙың хөрәфәте Тәңрегә ышаныуҙың бер формаһы, йәғни төрки, Урал һәм монгол и халыҡтарында фарсыларҙың зороастризм диненә барып тоташыусы ҡамлау (шаманлыҡ) йолаһы, сөнки был халыҡтар менән венгрҙар көнбайышҡа күсенгәндә күпмелер ваҡыт бәйләнештә торған.
Ҡамлаусыларҙы венгрҙарҙың ата-бабалары талтоштар тип йөрөткән. Уларҙың рухы өс донъяла ла иркен йөрөй ала . Талтоштар кешеләрҙе дауалай ҙа белгән. Уларҙы яҙмыш һайлаған, буласаҡ шамандың билгеһе бәпес сағында уҡ күренеп торған (сыҡҡан теше, артыҡ бармағы һәм башҡа үҙенсәлектәре). Ҡамлаусылар рухтар менән айырым йолалар һәм доғалар аша аралаша ала тип ышанғандар. Улар төштәрҙе юраған, кешеләр менән рухтар, илаһтар араһында ярҙамсы булған, күҙ тейеүҙән ҡотҡарғандар, кешенең юғалған йәнен кире ҡайтара алған. Улар ҡорбан килтергән һәм ҡанбабаларҙың ни өсөн кешеләргә асыуланғанын аңлата алған.
Боронғо венгрҙар кеше үлгәс, уның йәне тәнен ҡалдырып китә тип уйлаған. Үлгән кешене йылғаның икенсе яғына сығарып , башын көнсығышҡа ҡаратып һалып, ерләгәндәр. Кеше йәненең артабанғы тормошо уның үҙ ғүмерендә эшләгән эштәренә бәйле булған : яҡшы кешенең йәне Өҫкө донъяға, насар кешенеке Аҫҡы донъяға киткән.
Боронғо венгр мифологияһында тотемизм һыҙаттары ла булған. Бигерәк тә мифик ҡош Турул киң билдәле булған, ул Арпад династияһының символы булып торған.
Тикшенеренеүселәр билдәләүенсә, ошо уҡ мотивтар күп кенә төрки халыҡтарҙа, шулай уҡ башҡорт халҡы мифологияһында ла, осрай.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Финно-угорская мифология 2006 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Венгерская мифология. Боги и их помощники 2009 йыл 15 апрель архивланған. (инг.)
- Венгерская мифология (инг.)
- Выдержка из легенды о сотворении мира 2009 йыл 20 июль архивланған. (инг.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Attila Turk, HUNGARIAN ARCHAEOLOGY, The new archaeological research design for early hungarian history 2018 йыл 26 сентябрь архивланған., 2012, p. 3
- ↑ Türk Attila Antal: A szaltovói kultúrkör és a magyar őstörténet régészeti kutatása. In.: Középkortörténeti tanulmányok 6. A VI. Medievisztikai PhD-konferencia (Szeged, 2009. június 4-5.). szerk.: G. Tóth P. –Szabó P. Szeged (2010) 284–285, és 5. kép,
- ↑ Bokij, N. M. – Pletnyova, Sz. A.: Nomád harcos család 10. századi sírjai az Ingul folyó völgyében. AÉ. 1989, 86–98.