Ра (боронғо грек телендә Ῥα; лат. Ra) — Боронғо Мысырҙа ҡояш аллаһы, уларҙың динендә юғары илаһ. Уның исеме «Ҡояш» тигәнде аңлата (копт телендә PH). Культ үҙәге Гелиополдә булған, унда Ра урындағы боронғо ҡояш аллаһы Атумға тиңләштерелә. Уға, кәүҙәләнеше булараҡ, Феникс ҡошо, Мневис үгеҙе һәм Бен-Бен обелискыһы бағышлана. Ра гелиополь илаһтар эннеадаһын етәкләй.

Ра
Ра
Ра

Ҡояш аллаһы

Мифология

Боронғо Мысыр дине

Атаһы

Нун

Әсәһе

Наунет

Тормош иптәше

Хатхор[d]

 Ра Викимилектә
Раның күҙе йәки «Горҙың уң күҙе»

Мифтар үҙгәртергә

Алла — ижадсы үҙгәртергә

Ра тураһында бер нисә миф Турин музейының махсус папирустарында, шулай уҡ Яңы Батшалыҡтың XIX—XX династиялары фирғәүендәре кәшәнәләренең стеналарындағы яҙыуҙарҙа бар. Уларҙа Ра — тәүтормош хаосы Нундың улы. Һуңынан ул Нундан айырыла. Был урында бөйөк ҡала Гермополь барлыҡҡа килә. Ә бында, ҡараңғылыҡ көстәрен еңгәндән һуң, лотос сәскәһенә яҡтылыҡ сәсә башларға ҡуша. Шунан Ра Шу һәм Тефнут аллаларын барлыҡҡа килтерә, уларҙан яңы пар — Геб һәм Нут (ер һәм күк), Осиристың, Исиданың, Сетаның һәм Нефтиданың ата-әсәһе, тыуа. Ошо туғыҙ илаһ Ра етәкселегендәге гелиополь эннеадаһын тәшкил итә.

Икенсе мифҡа ярашлы, Ра Бөйөк Гоготун (ҡаҙ) һалған йомортҡанан донъяға килә ; икенсе легенда буйынса, Ра ҡояшты тәгәртеп йөрөүсе ҡуңыҙ (Хепри) образында көнсығыштан барлыҡҡа килгән. Ниһайәт, был мифтың икенсе версияһы Раның Ергә ыласын (йәки мүктәрге) рәүешендә төшөүе һәм ҡоро ергә юл башлауы хаҡында һөйләй.

Ра фирғәүенгә байлыҡ, тотороҡлоҡ, бөйөклөк, дан, еңеү, ижад көсө һ. б. бүләк итә ала[1].

 
Батшабикә Нефертари Меренмуттың QV66 кәшәнәһендә Аментеттың һәм Раның һүрәте

Юғары алла үҙгәртергә

Мифтарға ярашлы, донъя яратылғандан һуң, Ра уның өҫтөнән кеше-фирғәүен һымаҡ хакимлыҡ иткән, һәм был заман кешелектең алтын быуаты була. Шулай итеп, Мысырҙың артабанғы хакимдары ер кешеләре йәки Раның улдары тип һаналған. Ра үҙенең серле исеменең тылсымлы көсө арҡаһында бөтә донъяны үҙ ҡулында тота. Әммә Ра ҡартайғас һәм һөйәктәре алтынға әйләнгәс, уның аҡыллы бүләсәре Исида был исемде хәйлә менән һорап ала, бының эҙемтәләренең береһе кешеләрҙең буйһонмауы була.

Ра һәм Сехмет үҙгәртергә

Кешеләрҙең уға буйһоноуҙан туҡтауына асыуланып, Ра Нундың кәңәшенә ҡолаҡ һала. Ул, алиһә Сехмет ҡиәфәтендә күҙен ебәреп, кешелекте юҡҡа сығарырға ҡарар итә. Был маҡсат өсөн Хатор һайлана, һәм ул яуыз арыҫлан Сехметҡа әүерелгәндән һуң, кешеләргә мәшхәр ебәрә: улар үҙ ҡанында батып үлә башлай. Ра ҡыйралыштан хайран ҡала һәм, ҡыҙғанып, икенсе көндө иҫән ҡалған кешеләрҙе ҡотҡара, Сехметты ҡан-ҡыҙыл төҫкә буялған меңәрләгән көршәк һыра менән иҫертә (ҡайһы бер мифтарҙа был хәйләгә аҡыл аллаһы Тот өйрәткән тип иҫәпләнә). Әммә кешеләрҙең рәхмәтһеҙлегенә Ра көйөнә, һәм ул һыйыр ҡиәфәтенә ингән күк алиһәһе Нуттың арҡаһында күккә китергә ҡарар итә. Халыҡ тәүбә итә, Раның дошмандары менән көрәшергә әҙер булыуҙарын белдерә, уның хөрмәтенә ҡорбандар һәм йолалар булдырып, Раны оҙатырға килә. Раның вариҫтары булып уның балалары Шу һәм Тефнут тора. Был миф яҙылған шундай китаптарҙың береһе Сети I ҡәберендә табылған.

Ҡараңғылыҡ көстәре менән көрәшсе үҙгәртергә

Әммә хатта күккә киткәс тә, Ра ергә ярҙам итеүҙән туҡтамай. Шуға күрә мысыр мифологияһы ҡояштың күк йөҙөндә хәрәкәтен шулай итеп аңлата: Ра башҡа илаһтар (мәҫәлән, Сиа, Хека һ. б.) менән көн һайын ерҙе таңдан төшкә тиклем яҡтыртыу өсөн көнсығыштан Атет баркаһында сыға. Төш ваҡыты һәм эңер араһында, төнгө 12 сәғәт дауамында теге донъяны яҡтыртыу өсөн, Сектет баркаһына күсеп ултыра.

Үлем донъяһында Ра Апоп (Апофис) менән йөҙгә-йөҙ осраша, ул ҡояшты йоторға һәм донъяны мәңгелеккә ҡояш яҡтылығынан мәхрүм итергә маташҡан ҡот осҡос гигант йылан. Апоп Раның илаһи ғәҙеллеге Маатҡа ҡапма-ҡаршы була, яуызлыҡты, хаосты, емерелеүҙе, сит ил иҙеүен символлаштыра (Яңы батшалыҡ осоронан башлап, Ра менән Апоп алышы тураһындағы мифтың һуңғы варианты формалаша). Шуға күрә, төн һайын Ра, башҡа бер нисә илаһтар, шул иҫәптән Баст, Серкет һәм Шу ярҙамында, ерән бесәй образында, Апопты еңә һәм уның менән киләһе төндә яңынан көрәшер өсөн үлтерә (йәки әсирлеккә ала).

Ҡараңғылыҡ мөғжизәләрен еңгәндән һуң Ра үҙенән ер алған һәм уның ватандаштары тип һаналған аллаларға һәм мәрхүмдәргә бара. Уларҙың һәр ҡайһыһы тәүлегенә бер сәғәт кенә уның ҡарашынан кинәнә ала, тик айырым һайланғандары ғына уның менән ҡояшлы баркала йөҙөп, нурлы алла менән һәр ваҡыт үткәреү бәхетенә лайыҡ була.

Был яҙмыш һәр диндар мысырлы өсөн бик кәрәкле тип һаналған; шуға күрә Ра хөрмәтенә бик күп гимндар һәм яңы батшалыҡ осорондағы ҡәбер таштарында уның һүрәттәре бар. Осирис батшалығы (үлеләр донъяһы) буйлап сәйәхәт иткән Раға арналған гимндар «Үлеләр Китабына» (15-се бүлек) ингән. Бынан тыш, беҙгә XX династия фирғәүендәре Рамессидтарҙың ҡәберҙәрендә Раға арналған 75 «хөрмәтләү» килеп етә. Бәләкәй пирамидалар (уларҙың дүрт яғының һәр береһендә ҡояш баркаһы көндәлек тормоштоң төрлө осорҙарында һүрәтләнгән, һәм Ра доғалары тубыҡланған мәрхүм һүрәте аҫтында яҙылған) һуңғыһына даими рәүештә яҡтылыҡта ҡалыуҙы еңеләйтергә тейеш булған.

Культ тарихы үҙгәртергә

Ра культы Мысыр берләшеүе менән параллель рәүештә формалаша башлай һәм Боронғо батшалыҡ осоронда, боронғо Атум культын ҡыҫырыҡлап, өҫтөнлөк итә башлай. Дүртенсе династия фирғәүендәре, пирамидалар төҙөп, Раға дәүләт дине статусын биргән, һәм уларҙың өсәүһе хатта «Ра» һүҙен үҙ эсенә алған (Джидефра, Хафра, Менкаур) исем дә йөрөткән. Әммә Ра руханилығы илдәге иң юғары дәрәжәгә Бишенсе династия фирғәүендәре ваҡытында өлгәшә, ул, моғайын, абруйлы гелиополитан руханиҙары ярҙамынан тыш урынлаштырылмағандыр. Боронғо Мысырҙың һуңғы осоро әкиәттәрендә, тәү сиратта «Хеопс һәм сихырсылар»ҙа, был династияның тәүге өс фирғәүене (Усеркаф, Сахура, Неферикара) Раның улдары булған, тип раҫланған.

Хәҙерге мәҙәниәттә Ра үҙгәртергә

 
Ра статуяһы Луврҙа.
  • Норвеия тикшеренеүсе Тур Хейердал үҙенең ике ҡамыш кәмәһенә Ра һәм Ра II исемен бирә. Улар ярҙамында Хейердал боронғо Мысыр менән иртә америка цивилизациялары араһында бәйләнеш мөмкинлеген нигеҙләй, был Атлантик океандың ике яғында ла Ҡояшҡа табыныу ритуалдары һәм культтары, шулай уҡ пирамидалар төҙөлөшө бер үк булыу менән аңлата. Хейердал һәм уның командаһы, шул иҫәптән совет табибы һәм сәйәхәтсеһе Юрий Александрович Сенкевичты ла индереп, 1970 йылдың 17 майында «РА II» бортында Марокконан Үҙәк Америкаға диңгеҙ сәйәхәтенә юлланалар һәм боронғо заманда бындай сәйәхәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген күрһәтәләр[2].
  • Ра исеме менән Юпитерҙың юлдашы Иолағы әүҙем янартау атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Гор
  • Атет

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Alfred Wiedemann. The Ancient Egyptian Doctrine of the Immortality of the Soul. — Books on Demand, 2018. — С. 16—17, 43. — 54 с. — ISBN 9783732656936.
  2. Тур Хейердал. Ра / Переводчик: Лев Жданов. — М.: Амфора, 2014. — 384 с. — (Клуб путешественников). — 3043 экз. — ISBN 978-5-367-02867-6.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Hans Bonnet Re. In: Lexikon der agyptischen Religionsgeschichte., Hamburg 2000, Nikol Verlag, S. 153, ISBN 3-937872-08-6.
  • Adolf Erman: Die Aegyptische Religion. Reimer, Berlin 1909, DNB 579752690.
  • Wolfgang Helck, Eberhard Otto: Re. In: Kleines Lexikon der Ägyptologie. Harrassowitz, Wiesbaden 1999, ISBN 3-447-04027-0, S. 244f.
  • Erik Hornung: Der eine und die Vielen: Ägyptische Gottesvorstellungen. Wissenschaftliche Buchgesellschaft, Darmstadt 1971, DNB 457030542.

Һылтанмалар үҙгәртергә