Мирза Шәфи Үәзех

әзербайжан шағиры

Мирза Шәфи Үәзех (әзерб. میرزا شفیع واضح, Mirzə Şəfi Vazeh; XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башы, Гәнжә — 16 (28) ноябрьноябрь 1852, Тифлис) — әзербайжан шағиры һәм аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе һәм педагог. Үәзех псевдонимы (тойғоло һәм асыҡ мәғәнәһендә) аҫтында, ике телдең дә шиғриәт традицияларын үҫтереп, әзербайжан телендә лә, шулай уҡ фарсы телендә лә ижад итә. Тифлиста әзербайжан һәм фарсы телдәренән уҡыта. Урыҫ педагогы Иван Григорьев менән бергә әзербайжан шиғриәтенең тәүге хрестоматияһын һәм Тифлис гимназияһы өсөн "Татар-урыҫ һүҙлеге"н яҙа.

Мирза Шәфи Үәзех
әзерб. میرزا شفیع واضح
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Гянджинское ханство[d]
Псевдоним Вазех
Тыуған көнө 1794[1]
Тыуған урыны Гәнжә, Гянджинское ханство[d]
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1852({{padleft:1852|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) или 1852[1]
Вафат булған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Пантеон выдающихся азербайджанцев (Тбилиси)[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Әзербайжан теле һәм фарсы теле
Һөнәр төрө шағир, каллиграф, яҙыусы, уҡытыусы, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][1] һәм шиғриәт[1]
Жанр шиғыр[d] һәм шиғыр[d]
 Мирза Шәфи Үәзех Викимилектә

Мирза Шәфи ғәзәлдәр, мөхәммәстәр, робағиҙар, мәснәүиҙәр һәм башҡа шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уның шиғриәтенә хисле-лирик һәм сатирик йүнәлеш хас. Бынан тыш Үәзех — шиғри "Аҡыл түңәрәге"нең етәксеһе лә. Үәзех әҫәрҙәренең төп темаһы — романтик мөхәббәткә дан йырлау, тормоштан йәм табыу, ләкин ҡайһы бер шиғырҙарында Мирза Шәфи феодаль йәмғиәттең кәмселектәрен фашлай, шәхестең иркен сикләүгә һәм дини фанатизмға ҡаршы сығыш яһай.

Үәзех дәрестәре ярҙамында көнсығыш телдәрен өйрәнгән немец шағиры Фридрих Боденштедт үҙенең «Көнсығышта мең дә бер көн» (1850) исемле китабында Үәзехтың шиғырҙары тәржемәһен баҫтыра. Аҙағыраҡ Боденштедттың «Мирза Шәфи йырҙары» (1851) исемле китабы сыға. Был йырҙар Европа телдәренә күп тапҡырҙар тәржемә ителә. Һуңғараҡ Боденштедт Үәзех шиғырҙарын үҙенеке тип атауына ҡарамаҫтан, фарсы һәм әҙербайжан телдәрендә һаҡланған төп нөсхәләр Мирза Шәфиҙең авторлығын иҫбат итә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Тыуған датаһы

үҙгәртергә

Мирза Шәфи Садиҡ улы XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башында Гәнжәлә тыуа. Шағирҙың тыуыу датаһы теүәл генә билдәле түгел. Ҙур совет энциклопедияһында, Ҡыҫҡаса әҙәби энциклопедияла һәм Философия энциклопедияһында, Мирза Шәфи 1796 йылда[2] тыуған тип яҙыла, ә ҡайһы бер авторҙар уның 1794 йылда[3][4][5][6][7][8] тыуыуын дәлилләй.

Көнсығышты өйрәнеүсе Адольф Берже әйтеүенсә, 1851 йылда ул Тифлис урамдарында «баҫалҡы, 60 йәштәр тирәһендәнге тюркиҙе» осрата, ул кеше Мирза Шәфи Үәзех була ла инде. Берже һүҙҙәренә ҡарағанда, шағир 1800 йылда тыуған. Архив документтарында бөтөнләй икенсе төрлө мәғлүмәттәр һаҡлана. Мәҫәлән, «1845 йылға хеҙмәте тураһындағы формуляр исемлектә», Мирза Шәфигә «40 йәш», тип яҙылған («1845 йылға Тифлис өйәҙ училищеларында хеҙмәт итеүсе чиновниктар тураһындағы» архив эшенән). Тимәк Үәзех 1805 йылда тыуа. Шул уҡ ваҡытта «1852 йылға хеҙмәте тураһындағы формуляр исемлектә» шағирға «45 йәш» тип күрһәтелә, был инде шағирҙың 1807 йылда тыуыуы тураһында һөйләй («Тифлис гимназияларында татар теленән кесе уҡытыусы булып эшләгән Мирза Шәфиҙең вафаты тураһындағы» архив эшенән). Көнсығышты өйрәнеүсе Иван Ениколоповтың фекеренсә, Мирза Шәфиҙең начальнигы А. К. Монастырский[9] ҡул ҡуйған 1945 йылға хеҙмәте тураһындағы формуляр исемлек кенә дөрөҫлөккә тап килергә тейеш.

 
Гәнжә крепосын штурм менән баҫып алыу, 3 (15) января 1804 йыл

Мирза Шәфиҙең атаһы Кербалай Садиҡ, дөрөҫөрәге Уста (Устад) Садиҡ Ғәнжәнең һуңғы ханы Жәүәт ханда төҙөүсе- архитектор булып хеҙмәт итә. Атаһы буйынса олатаһы — Мөхәммәттең ата-олоталарының тамырҙары Ғәнжәнең ерле халҡына барып тоташа. Шағирҙың өлкән ағаһы Абдул-Али, атаһы кеүек үк, биналар төҙөүҙә эшләй[10], сөнки йола буйынса атаһының кәсебен дауам итергә тейеш була[9].

Мирза Шәфи Рәсәй империяһы, Грузияны үҙ биләмәһенә беркетеп, айырым ханлыҡтарҙы һәм өлкәләрҙе баҫып ала башлаған осорҙа тыуа. Оҙаҡламай Мирза Шәфиҙең тыуған ҡалаһы Ғәнжәне лә буйһондарырға тырышалар. 1804 йылдың ғинуарында Ғәнжә штурм менән баҫып алына. Ҡеүәтле ханлыҡ тураһындағы иҫтәлекте халыҡ хәтеренән юйып ташлау теләге менән Грузияның ул саҡтағы баш командующийы генерал Цицианов Ғәнжәне Елисаветполь (Александр Беренсенең ҡатыны — Елизавета Алексеевна хөрмәтенә) тип атай, ә ханлыҡ биләмәһен «Елисаветполь өйәҙе» тигән атама аҫтында Рәсәй империяһына беркетә. Мирза Шәфиҙең ғаиләһе был ваҡиғаларҙы бик ауыр кисерә. Ханлыҡтағы төҙөлөштә эшләгән атаһы килем килтерә торған эшен юғалта[11].

Кавказды өйрәнеүсе Адольф Берже, М. Ф. Ахундов, шулай уҡ М. А. Сальяни һәм башҡа тикшеренеүселәрҙең билдәләүенә һылтанып, 1804 йылда Ғәнжә ханлығы ҡыйратылғандан һуң Мирза Шәфиҙең атаһының бөлгөнлөккә төшөүе һәм, һуғыштан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, вафат булыуы тураһында билдәләй[12]. Шағирҙың атаһы үлеменең аныҡ ҡына датаһы билдәһеҙ, ләкин әҙәбиәтсе Али Аждара Сеид-Заде фаразлауынса, 1805 йылдың башында булырға тейеш.[13]. Төҙөүсе-архитектор Садиҡ тирә-яҡта ханлыҡтарҙа киң танылған кеше була, һәм уның үлеме уның ҡапыл ғына ярлылыҡҡа төшөүенә бәйле, тигән фекер төпләнә.[14].

Тарихсы Михаила Семевский мәғлүмәттәре буйынса, Мирза Шәфи «сығышы буйынса баҫалҡы, ябай кеше һәм тәрбиәһе буйынса фарсы кешеһе була»[15].

Мәҙрәсәлә уҡыуы

үҙгәртергә
 
Ғәнжәләге Шах-аббас мәсете, Мирза Шәфи уның эргәһендәге мәҙрәсәлә белем ала. XX быуат башындағы фотоһүрәт

Шәфиҙең китаптарға һәм ғилемгә һәләте бик иртә беленә. Шуға ла атаһы уны Ғәнжәләге шах-аббат мәсете эргәһендәге мәҙрәсәгә уҡырға бирә. Дингә мөкинббән булған атаһы улының мулла — мосолман дин әһеле булыуын теләй[12]. Мәҙрәсәлә Шәфиҙең аң даирәһе киңәйә, бында ул фарсы һәм ғәрәп телдәре буйынса тәүге белемде ала һәм матур яҙыуға өйрәнә, артабан яҙыуҙа юғары камиллыҡҡа өлгәшә[16]. Адольф Берже үҙенең «Zeitschrift der deutschen morgenländischen Gesellschaft» (Лейпциг, 1870) мәҡәләһендә Шәфиҙең фарсы телен бигерәк яҡшы үҙләштереүе тураһында яҙып ҡалдыра.

Мирза Шәфиҙә мулла булыу теләге булмай. Ул күбеһенсә әҙәбиәт менән телдәр өйрәнеүҙе хуп күрә. Ләкин атаһы иҫән саҡта уның теләгенә ҡаршы төшмәй, мәҙрәсәлә белем алыуын дауам итә[12]. Атаһы вафатынан һуң Мирза Шәфи мәҙрәсәнән китә[14].

Мәҙрәсәнән киткәс, Шәфигә Тәбриздан Гәнжәгә ҡайтҡан Хаджа-Абдулла менән осрашыу насип була, Хаджи-Абдулла Мирза Шәфиҙең шәхес булараҡ формалашыуында ҙур роль уйнай[16].

Мәҙрәсәнән киткәндән һуң Ғәнжәләге тормошо

үҙгәртергә

Хаджа Абдулла Жәүәт хан ҡыҙы Пюста ханым хат алышыуҙарын алып барыу һәм ҙур булмаған ике ауылға идара итеү өсөн мирза эҙләүен белеп ҡала. Күршеләш йәшәгән Хаджа Абдулла уға был эшкә Шәфиҙе алырға кәңәш итә. Үәзехтың фарсы телен белеп кенә ҡалмайынса матур итеп яҙыуын да билдәләй, сөнки ул ваҡытта Кавказ аръяғында хат алышыуҙа фарсы теле ҡулланылған була. [17].

Пюста ханым Шәфиҙе үҙенә эшкә ала, шунан алып буласаҡ шағир Мирза Шәфи[17] тип атала башлай. Әммә Мирза Шәфи Пюста ханымда оҙаҡ эшләмәй. 1826 йылда Фәләстан менән Рәсәй араһында тағы ла һуғыш башлана. Жәүәт хандың өлкән улы Уғырлы хан етәкселегендәге фарсылар Ғәнжәне баҫып ала һәм өс ай тирәһе унда була. Шамхор һуғышында еңелгәндән һуң Уғырлы хан армияһы һәм һеңлеһе Пюста ханым менән бергә Фәләстанға ҡайта[17].

XIX быуаттың 20-се йылдары аҙағында Мирза Шәфиҙе шағир булараҡ таный башлайҙар.

1830-се йылдар башында Мирза Шәфи Ибраһим хандың ҡыҙы Зөләйхаға ғашиҡ була. Ошо мөхәббәт тарихы уның шиғри ижадында сағылыш таба ла инде[18].

Тифлиста уҡытыу йылдары

үҙгәртергә

XIX быуаттың 30-40-сы йылдарында Мирза Шәфи, байҙарҙа сәркәтиб булып, йәшәү өсөн аҡса таба. Елисаветполдә Шәфи көнсығыш телдәре һәм каллиграфия уҡытытыусыһы була. 1840 йыл аҙағында ул Тифлисҡа күсенә һәм әзербайжан һәм фарсы телдәренән уҡыта[19]. Тифлиста Үәзех Хачатур Абовян, Аббас Кули Ага Бакиханов, Мирзой Фатали Ахундов һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән тығыҙ аралаша[20].

1852 йылда Мирза Шәфи Үәзех «Вэтэн дили» барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк Мирза Казембектың Мәскәүҙәге шәкерте Иван Григорьев[21] менән бергә әзербайжан шиғриәтенең тәүге хрестоматияһын — «Китаби-тюрки» дәреслеген яҙа[22].

Үәзех и Боденштедт

үҙгәртергә
 
Мирза Шафи Үәзех шиғырҙарын Боденштедтҡа уҡый. Боденштедттың «Көнсығышта 1001 көн» (1850) китабына иллюстрация

1844 йылда Тифлисҡа немец әҙәбиәтсеһе һәм ориенталисы Фридрих Боденштедт килә, ул Кавказ тормошо менән ҡыҙыҡһына һәм көнсығыш телдәрен өйрәнеү теләген белдерә. 1845 йылда Тифлис гимназияһында уҡытыуын ташлап, Мирза Шәфи етәкселегендә әзербайжан һәм фарсы телдәрен өйрәнә башлай[19]. Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә, уларҙан һуң Мирза Шәфи ҡунаҡ өсөн үҙе яҙған йырҙарҙы йырлап ишеттерә[19].

1847 йылда Боденштедт Тифлистан ҡайтып китә, үҙе менән Мирза Шәфиҙең «Аҡылға асҡыс» тип аталған шиғыр дәфтәрен дә ала.1850 году Боденштедт «Көнсығышта 1001 көн» («Tausend und ein Tag im Orient») китабын баҫтырып сығпара, уның бер өлөшө тулыһынса Мирза Шәфи Үәзехҡа арнала. 1851 йылда Ф. Боденштедт тәржемәһендә «Мирза-Шәфи йырҙары» («Die Lieder des Mirza-Schaffy») баҫылып сыға. Мирза Шәфи вафатынан һуң 20 йыл үткәс, XIX быуаттың 70-се йылдарында Боденштедт «Мирза Шәфи мираҫынан» тигән китап баҫтырып сығара, унда йырҙарҙың авторы Мирза Шәфи булмауын, ә тулыһынса уның ижады икәнлеге тураһында белдерә. Әммә беҙҙең көндәргә тиклем фарсы һәм әзербайжан телдәрендә төп нөсхәлә Мирза Шәфиҙең авторлығын раҫлаусы шиғырҙары һаҡланған.

Файл:Памятник в честь похороненных на мусульманском кладбище в Тбилиси азербайджанцев.jpg
Файл:Надгорбный памятник Мирза Шафи Вазеху в Тбилиси.jpg
Памятник похороненным на мусульманском кладбище в Тбилиси азербайджанцев и надгробный памятник Вазеху в Тбилиси

Мирза Шәфи Үәзех 1852 йылдың 16 (28) ноябрендә Тифлиста вафат була.

Шағирҙы Тифлиста мосолман зыяратында ерләйҙәр (хәҙер — Атаҡлы әзербайжандар Патеноны, Ботаника баҡсаһы биләмәһендә).

Ижады һәм мираҫы

үҙгәртергә
 
 
Слева — страница из «Татарской хрестоматии Адербейджанского наречия» (1852 год), составленной Мирзой Шафи Вазехом и учителем восточных языков Тифлисской гимназии Ив. Григорьевым, справа — Обложка немецкого издания «Песен Мирзы Шафи» (1890)

Боденштедт Мирза Шәфиҙе шиғырҙарының ҙур ғына өлөшөн Германияға алып китә һәм немец теленә тәржемә итеп баҫтырып сығара. 1850 йылда Штутгарте «Көнсығышта 1001 көн», 1851 йылда Берлинда «Мирза Шәфи йырҙары» китаптарын баҫтырып сығара. Был йырҙар шул тиклем популяр булып китә, шуға күрә бик күп телдәргә тәржемә ителә.

Боденштедт Мирза Шәфи холҡондағы бер һыҙатты билдәләй: шағир баҫма китаптарҙы үҙһенмәй. Шағир фекеренсә, ысын ғалимдар ижадтарының баҫылып сығыуына мохтаж түгел.

Урыҫ теленә "Мирза Шәфи йырҙары"н (немец теленән) Н. И. Эйферт (1880, 1903 йылдарҙа баҫыла) тәржемә итә. 1880 йылда ул түбәндәгеләрҙе яҙа: "«Мирза Шәфи йырҙары» 60 тапҡыр ҡабатлап баҫтырыла, Германияла хәҙерге заман шағирҙарынан иң яратҡан шағирҙарҙың береһе[23]. Мирза Шәфи шиғырҙары инглиз, француз, итальян, фарсы, венгр, чех, швед, голланд, фламанд, дания, испан, португалй, ғәмәлдә бөтй славян телдәренә, хатта боронғо йәһүд теленә лә тәржемә ителә[23].

Урыҫ композиторы һәм пианисы А. Г. Рубинштейн Мирза Шәфи һүҙҙәренә йырҙар циклын ижад итә.

  • Хәмит Альгару фаразлауынса, Мирза Шәфи Үәзех М. Ф. Ахундовтың «Мулла Ибраһим-Хәлил, алхимик, фәйләсуф ташы хужаһы» (1850 йыл)[24] комедияһындағы шағир Гаджи Нуриҙың прототибы була.
  • Ғәнжәлә Үәзехҡа һәйкәл ҡуйылған[25].
  • Тбилисила Үәзехҡа ҡәбере ташы ҡуйылған.
  • Тбилиси урамдарының береһе Шәфи исеме менән аталған.
  • Ғәнжә ҡалаһының Гюлистан (инг.)баш. (инг.)баш. биҫтәһендә шағир исемендәге паркта Үәзехҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Рәссам С. Саламзаде «Мирза Шәфи һәм Хачатур Абовян»[26]. картинаһын яҙа.
  • Мирза Шәфиҙең Б. М. Хәлилов яҙған портреты Ғәнжә ҡалаһының Мехсити Ғәнжәүи үҙәгендә һаҡлана.
  • Ғәнжәлә 16-сы мәктәп М. Ш. Үәзех исемен йөрөтә.
  • 2010 йылда шағирҙың тыуған ҡалаһы Боденштедтта, Пайнала әзербайжан скульптуорҙары ағалы-ҡустылы Теймур һәм Мәхмүт Рустамовтар Мирза Шәфи Үәзехҡа һәм уның шәкерте Фридриху фон Боденштедтҡа[27].иҫтәлекле таҡтаташ ҡуя.
  • 2012 йылда Мирза Фатали Ахундовҡа арналған «Таң илсеһе» нәфис фильмы төшөрөлә, унда Үәзех ролен Әзербайжандың атҡаҙанған артисы Айшад Мамедов[28] уйнай.
  • 2014 йылда Германиянан Ғәнжәгә Үәзехтың әҫәрҙәре ҡайтарыла һәм уларҙы тәржемә итеү эше башлана.[29].
  • 2017 йылда Ғәнжәлә Мирза Шәфи Үәзех музейы асыла[30].

Урыҫ теленә тәржемәләр

үҙгәртергә
  • Мирза-Шафи Вазех. Перевод и предисловие Наума Гребнева. — Баку, Азербайджанское государственное изд-во, 1964, 200 с.
  • Мирза-Шафи Вазех. Лирика. Перевод Н. Гребнева и Л. Мальцева. — М.: Художественная литература, 1967. — 232 с.
  • Мирза-Шафи Вазех. Избранное. Перевод и предисловие Наума Гребнева. — Баку, Азербайджанское государственное изд-во, 1977, 200 с. Тираж 10.000
  • Мирза Шафи Вазех. Избранная лирика. Перевод Наума Гребнева. Предисловие Вагифа Арзуманова. — Баку, «Язычы», 1986. 240 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Vazeh, Mirzə Şəfi // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. КЛЭ
  3. Мирзоева Ш. Из истории эстетической мысли Азербайджана (XIX — начало XX века). — Б.: Элм, 1981. — С. 38. — 201 с.
  4. Мамед Ариф. История азербайджанской литературы. — Б.: Элм, 1971. — С. 97. — 216 с.
  5. История Азербайджана. — Баку: Изд-во АН Азербайджанской ССР, 1960. — Т. 2. — С. 116.
  6. Касумов М. М. Очерки по истории передовой философской и общественно-политической мысли азербайджанского народа в XIX веке. — Б.: Азербайджанский государственный университет, 1959. — С. 46. — 199 с.
  7. Джафаров Дж. А. Сочинения в двух томах. — Б.: Азернешр, 1969. — С. 13.
  8. Джафаров Дж. А. Сочинения: драматургия и театр. — Б.: Азербайджанское государственное издательство, 1969. — Т. 1. — С. 13.
  9. 9,0 9,1 Ениколопов, 1938, с. 1010
  10. Сеид-Заде, 1969, с. 1515
  11. Ениколопов, 1938, с. 99
  12. 12,0 12,1 12,2 Сеид-Заде, 1969, с. 1616
  13. Сеид-Заде, 1969, с. 2727
  14. 14,0 14,1 Сеид-Заде, 1969, с. 1717
  15. Семевский, 1887, с. 416416
  16. 16,0 16,1 Ениколопов, 1938, с. 1111
  17. 17,0 17,1 17,2 Ениколопов, 1938, с. 1212
  18. Ениколопов, 1938, с. 1414
  19. 19,0 19,1 19,2 Семевский, 1887, с. 411411
  20. БСЭ
  21. Надворный советник, преподаватель татарского и персидского языков Тифлисских Дворянской и Коммерческой гимназий // Кавказский календарь на 1853 год. — Тифлис, 1852, с. 549
  22. Вазех // Российская педагогическая энциклопедия. — М., 1993. — Т. I. — С. 126.
  23. 23,0 23,1 Ениколопов, 1938, с. 8282
  24. H. Algar. Āḵūndzāda (инг.). — Encyclopædia Iranica, 1984. — Т. I. — С. 735-740.
  25. Р. М. Эфендизаде. Архитектура Советского Азербайджана. — М.: Стройиздат, 1986. — С. 206. — 316 с.
  26. История Азербайджана. — Баку: Изд-во АН Азербайджанской ССР, 1963. — Т. 3, часть 2. — С. 75.
  27. Азербайджанский скульптор получил очередную награду. 1news.az (30 декабрь 2010). Дата обращения: 22 ғинуар 2017.
  28. Кинорежиссер Рамиз Гасаноглу: «В истории каждого народа есть личности, которые определяют его судьбу». news.day.az (6 июнь 2012). Дата обращения: 22 ғинуар 2017.
  29. В Гянджу из Германии привезли труды Мирзы Шафи Вазеха. news.day.az (25 февраль 2014). Дата обращения: 22 ғинуар 2017.
  30. Президент Азербайджана открыл в Гяндже Музей Мирзы Шафи Вазеха - ФОТО. 1news.az (10 Ноября, 2017). Дата обращения: 11 ноябрь 2017.