Менчик Вера Францевна

Менчик Вера Францевна (ире буйынса Стивенсон; чех Věra Menčíková, ингл. Vera Menchik; 16 февраль (1 март1906 йыл[5], — 27 июнь 1944 йыл) — донъя тарихында шахмат буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге чемпион (1927-1944).

Менчик Вера Францевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
 Чехословакия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Англия
 Чехословакия
 Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
Тыуған көнө 16 февраль (1 март) 1906[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 26 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4] (38 йәш)
Вафат булған урыны Клапем[d], Ламбет[d], Ҙур Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия[3]
Бер туғандары Менчик, Ольга Францевна[d][3]
Хәләл ефете Rufus Henry Streatfeild Stevenson[d][3]
Һөнәр төрө шахматсы
Спорт төрө шахмат
Ҡатнашыусы Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1927[d], Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1931[d], Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1937[d], Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1935[d], Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1933[d], Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1930[d] һәм Турнир за звание чемпионки мира по шахматам 1939[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре nytimes.com/2022/09/02/o…
 Менчик Вера Францевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Вера Францевна Менчик 1906 йылдың 1 мартында (яңы стиль буйынса) Рәсәйҙә чех һәм англичанка ғаиләһендә тыуа. Мәскәүҙә йәшәгәндә, 9 йәшендә шахмат уйнарға өйрәнә.

1921 йылда 15-йәшлек Менчик ата-әсәһе менән Англияға күсә, тиҙҙән унда Гастингский шахмат клубы ағзаһы була. 1925 йылда ике уйында Бөйөк Британия чемпионы Эдит Прайсты бер үк 3:2 иҫәбенә еңә. 1926 һәм 1927 йылдарҙа Бөйөк Британияла ҡыҙҙар араһында асыҡ чемпионат еңеүсеһе.

1927 йылда Лондонда +10 =1 һөҙөмтәһе менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса беренсе донъя чемпионы була. Һуңынан күп тапҡырҙар күп һанлы турнирҙарҙа (Гамбург, 1930, Прага 1931, Фолкстон, 1933, Варшавала, 1935, Стокгольм, 1937, Буэнос-Айрес, 1939) һәм С. Граф менән уйындарҙа (Роттердам, Земмеринг һәм 1934, 1937) титулын яҡлай. Ғүмеренең аҙағына тиклем донъя чемпионы булып ҡала.

1929 йылдан ирҙәр турнирында ла сығыш яһай. Ул ҡатнашҡан шундай тәүге турнир алдынан ( Карлсбадта), Венанан килгән шахмат оҫтаһы Альберт Беккер «Вера Менчик клубы» булдырырға, унда Менчиктан еңелгән ир-атты - мастерҙарҙы һәм гроссмейстерҙарҙы "индерергә" тәҡдим итә. Беренсе турнирҙа уҡ еңелеп, Беккер үҙе ошо клуб ағзаһы була, унан башҡа Фридрих Земиш та еңелә. «Вера Менчик клубына» шулай уҡ Эдгар Колле, Макс Эйва, Жак Мизес, Самуэль Решевский, Мир Солтан-Хан һәм 1920-1930 йылдарҙың башҡа билдәле шахматсылары инә. Ир-егеттәр араһында Менчик 1929 йылда Рамсгейтта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә - Хосе Рауль Капабланканан еңелеп һәм үҙенең уҡытыусыһы Геза Мароцины уҙып, Акиба. Рубинштейн менән икенсе урынды бүлешә. 1934 йылда ул Мариборҙағы турнирҙа Рудольф Шпильманды һәм Милан Видмарҙы уҙып, өсөнсө урынды биләй.

Ирҙәр турнирында уйнау 487 партияның 147-һендә еңеү яулай, шул сама апртияны тигеҙ иҫәпкә уйнай. Менчиктың иң уңышлы турнирҙары Монтевидеола, Мариборҙа һәм Рамсгитта була . 1942 йылда ул немец гроссмейстеры Мизесты еңә.

Вера Менчик әсәһе һәм бәләкәй һеңлеһе Ольга менән бергә (ул да шахматсы һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя беренселегендә ҡатнаша, юғары ҡаҙанышы — 4-се урын) 1944 йылдың 27 июнендә Лондонда Фау-1 немец ракетаһы шартлау һөҙөмтәһендә һәләк була.

Вера Менчик исемендә кубок булдырылған һәм ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә донъя шахмат олимпиадаһында еңеүсе командаға тапшырыла (1957 йылдан бирле)[6][7].

Вера Менчик һәләк булғандан һуң ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъя чемпионы урыны 1950 йылға тиклем буш тора, һуңынан Людмила Руденко (СССР) 1949/1950 йылдарҙа Мәскәүҙә үткән Донъя чемпионы исеме өсөн шахмат буйынса турнирҙа еңеү яулай.

  • Быкова Е. И. Вера Менчик. — М.: Физкультура и спорт, 1957.
  • Шахматный словарь / гл. ред. Л. Я. Абрамов; сост. Г. М. Гейлер. — М.: Физкультура и спорт, 1964. — С. 284–285. — 120 000 экз.
  • Шахматы : энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 252–253. — 624 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.
  • Флор С. Легендарная Вера Менчик // «64 — Шахматное обозрение». — 1983. — № 4. — С. 21-23.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә