Хосе Рауль Капабланка
Хосе Рауль Капабланка-и-Грауперпа (исп. José Raúl Capablanca y Graupera, 19 ноябрь 1888 йыл — 8 март 1942 йыл) — Куба шахматсыһы, шахмат әҙәбиәтсеһе, дипломат, шахмат буйынса 3-сө донъя чемпионы (1921 йылда Ласкер менән уйнағанда яулай, 1927 йылда Алехиндан еңелә), 1910—1930 йылдарҙа донъяның иң көслө шахматсыһы, бик күп халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Билдәлелек йылдарында Капабланка партияны миттельшпилдә лә, эндшпилдә лә бер тигеҙ виртуоз алып барыуы, һәм бик һирәк кенә хата ебәреүе арҡаһында «шахмат автоматы» данын ала. Юғары кимәлдәге рәсми осрашыуҙарҙа (1909 йылдан алып) Капабланка бөтәһе 34 партияла еңелә, ә 1916—1924 йылдарҙа еңелеү белмәй[7].
Хосе Рауль Капабланка | |
исп. José Raúl Capablanca y Graupera | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Куба Испания |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Куба |
Вторая фамилия в испанском имени | Graupera[d] |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1888[2] |
Тыуған урыны | Гавана, Генерал-капитанство Куба[d], Испан империяһы[d][3] |
Вафат булған көнө | 8 март 1942[3][1][4][…] (53 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | внутримозговое кровоизлияние[d] |
Ерләнгән урыны | кладбище Колон[d] |
Хәләл ефете | Gloria Simoni Betancourt[d] һәм Olga Capablanca[d] |
Туған тел | Испан теле |
Һөнәр төрө | шахматсы, автор нехудожественной литературы, дипломат |
Эшмәкәрлек төрө | шахмат[5] һәм Дипломатия[5] |
Уҡыу йорто |
Колумбийский университет[d] Колумбийская школа инженерных и прикладных наук[d] |
Спорт төрө | шахмат |
Ҡатнашыусы | Шахматная олимпиада 1939[d][6] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хосе Рауль Капабланка Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы һәм үҫмер йылдары
үҙгәртергәКапабланка 1888 йылдың 19 ноябрендә Гаванала, ул ваҡытта Испания колонияһының (Куба Испания менән 10 йыл һуғыш алып барғандан һуң ғына бойондороҡһоҙлоҡ ала) административ үҙәгендә, офицер Хосе Мария Капабланка һәм Мария Граупер офицер ғаиләһендә тыуа. Һуңыраҡ автобиографияһында Капабланка, шахмат уйнарға дүрт йәшемдә, атайымдың хеҙмәттәштәре менән уйынын күҙәтеп өйрәндем, тип яҙа. Өсөнсө көндө ул фигураларҙың нисек йөрөгәнен ятлап ала һәм партияларҙың береһендә атаһының иғтибарын ҡағиҙә буйынса йөрөмәгәнлегенә йәлеп итә. Шул уҡ көндө ул атаһы менән уйнай һәм уны еңә. Был тарихты Капабланка бер ни тиклем айырмалыҡ менән бер ваҡыт журнал мәҡәләһендә баҫтыра[8]. Шул уҡ ваҡытта Капабланканың биографтары Макс Эйве менән Лодевейк Принс кубинецтың үҙенең һүҙҙәренә һылтанып, бөтә был тарих уйҙырма, тип атай[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Капабланка Хосе Рауль (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ José Raúl Capablanca // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ OlimpBase (ингл.)
- ↑ Edward Winter. Chess Records.
- ↑ Х. Р. Капабланка. How I Learned to Play Chess // Munsey’s Magazine. — Октябрь, 1916. — С. 94—96.
- ↑ Эйве, Принс, 1990
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Capablanca, J. R., Reinfeld, F. The Immortal Games of Capablanca. — Courier Dover Publications, 1990. — 239 p. — ISBN 0486263339.
- Hooper, D., Brandreth, D. The Unknown Capablanca. — Courier Dover Publications, 1994. — 205 p. — ISBN 0486276147.
- Hooper, D.; Whyld, K. The Oxford Companion to Chess. — Oxford University Press, 1984. — P. 55—58. — 407 p. — ISBN 0192175408.
- Golombek, H. Capablanca’s 100 Best Games of Chess. — Intl Chess Enterprises, 1997. — 262 p. — ISBN 1879479478.
- Winter, E. Capablanca: A Compendium of Games, Notes, Articles, Correspondence, Illustrations and Other Rare Archival Materials on the Cuban Chess Genius Jose Raul Capablanca, 1888—1942. — McFarland & Co Inc, 1990. — 359 p. — ISBN 0899504558.
- Линдер, И. М., Линдер, В. И. Хосе Рауль Капабланка: Жизнь и игра. — М.: Астрель: АСТ, 2005. — 287 с. — (Энциклопедия шахматного олимпа). — ISBN 5-17-028703-8.
- Линдер, И. М., Линдер, В. И. Капабланка в России. — М.: Советская Россия, 1988. — 272 с. — ISBN 5-268-00390-9.
- Панов, В. Н. Капабланка. — 3-е изд. — М.: Физкультура и Спорт, 1970. — 272 с.
- Сизоненко, А. И. Капабланка: Встречи с Россией. — М., 1988. — 141, [2] с.
- Эйве, М., Принс, Л. Баловень Каиссы = Het Schaakphenomeen Capablanca. — М.: Физкультура и Спорт, 1990. — 304 с. — ISBN 5-278-00271-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергәХосе Рауль Капабланка Викиөҙөмтәлә | |
Хосе Рауль Капабланка Викимилектә | |
Хосе Рауль Капабланка Викияңылыҡтарҙа |
- Ҡалып:Chessgames
- Jose Raul Capablanca (ингл.). 365Chess.com. Архивировано 11 август 2011 года.
- Capablanca, José Raúl (ингл.). OlimpBase. Архивировано 11 август 2011 года.
- Jose Raul Capablanca (ингл.). Chess Corner. Архивировано 11 август 2011 года.
- Хосе-Рауль Капабланка . ChessPro.
- Edward Winter. Books about Capablanca and Alekhine (ингл.). Архивировано 11 август 2011 года.
- Capablanca’s Winning Moves (ингл.). Архивировано 11 август 2011 года.