Александров Сергей Николаевич (генерал-майор): өлгөләр араһындағы айырма

генерал-майор
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
(айырмалар юҡ)

10:45, 27 ноябрь 2021 өлгөһө

Александров Сергей Николаевич (15 сентябрь 1906 йыл17 август 1978 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (27 ноябрь 1942 йыл).

Биографияһы

Сергей Николаевич Александров 1906 йылдың 15 сентябрендә Ҡазанда тыуа.

1926 йылдың октябрендә РККА сафына саҡырыла һәм ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны 1930 йылдың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә 1931 йылдың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була.

1934 йылдың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә 1936 йылдың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-че сать начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була.

1938 йылда Александров ВКП(б) сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, совет-фин һуғышында Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша . 1940 йылдың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан Хельсинки — Выборг юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

Октябрҙә 217-се уҡсы полк командиры вазифаһына тәғәйенләнә (104-мин уҡсылар дивизияһы, 42-уҡсылар корпусы).

Бөйөк Ватан һуғышы

Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була. Полк Мурманскиҙан көнбайыштараҡ оборона хәрби хәрәкәттәре алып бара.

1942 йылдың мартында Александров 104-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, майҙа — 4-се саңғысылар бригадаһы командиры, ә августа — Лоухи станцияһы районында оборона хәрби хәрәкәттәре алып барған 23-сө гвардия уҡсылар дивизияһы командиры. 1942 йылдың ноябрендә дивизия Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм тиҙҙән Демянский һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1943 йылдың мартында 245-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә, дивизия Селигер, Демянск, Иҫке Русса күлдәре районында һәм Пустошка йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. 1944 йылдың 27 ғинуарынан Ленинград-Новгород операцияһы барышында һуғыштарҙа ҡатнаша, ә мартта — Псков эргәһендә. был алышта Александров ҡаты яралана.

Һауығып сыҡҡандан һуң 1944 йылдың майында Карел муйыны районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 13-сө уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Выборгҡа һөжүм операцияһы барышында, дошман оборонанһын өҙөгәндән һуң, Александров етәкселек иткән дивизия выборгты урап үтә һәм дошмандың төньяҡ-көнсығышҡа сигенеү юлын бүлә, 100-ҙән ашыу ауылды азат итә. 1944 йылдың ноябрендә дивизия 59-сы армия составына индерелә һәм Висла-Одер операцияһы барышында Домбров-Гурне, Семянович һәм Сосновецты азат итә. бының өсөн дивизияға «Домбровская» почетлы исеме бирелә. Тиҙҙән дивизия Нижнесилезский, Верхнесилезский һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы карьераһы

1945 йылдың июлендә 13-сө уҡсылар дивизияһы тарҡатыла, генерал-майор Александров Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң Хәрби советы ҡарамағына күсерелә. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡазан хәрби округының хәрби әҙерлек бүлеге штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1946 йылдың июлендә — 1-се Ҡыҙыл Байраҡлы Бобруйск уҡсылар бригадаһы командиры. Ә 1947 йылдың июленән — 188-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары.

1947 йылдың сентябрендә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы ҡарамағындағы уҡсылар дивизияһы командирҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамланғандан һуң 1948 йылдың ноябрендә 117-се уҡсылар дивизияһы (14-се армия, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы) командиры вазифаһына тәғәйенләнә .

Генерал-майор Сергей Николаевич Александров 1952 йылдың октябрендә биләгән вазифаһынан бушатыла һәм 1953 йылдың ғинуарында запасҡа сығарыла.

1978 йылдың 17 авгусында Ҡазанда вафат була.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 42—43. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.