Маресева Зинаида Ивановна

Советтар Союзы Геройы, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты, 73-сө гвардия уҡсылар дивизияһы 214-се гвардия уҡсылар полкының 1-се батал

Маресева Зинаида Ивановна (20 июнь 1923 йыл — 6 август 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Гвардия уҡсылар полкының санитар взводы санинструкторы, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).

Маресева Зинаида Ивановна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Тыуған урыны Черкасское[d], Вольский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (20 йәш)
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө военная медсестра, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
 Маресева Зинаида Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Һарытау өлкәһе хәҙерге Вольский районы Черкасск ауылында тыуған.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Вольский ҡалаһындағы «Большевик» цемент заводында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ҡыҫҡа сроклы медицина шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай һәм һәм 1942 йылдың ноябре аҙағында үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Сталинград, Воронеж һәм Дала фронттарында һуғыша.

1943 йылдың 1 авгусында 214-се гвардия полкы Белгородтан көньяҡтараҡ Северский Донец йылғаһын аша сығырға бойороҡ ала. Бында, Соломино һәм Топлинка ауылдары араһында, дошман ике пехота дивизияһы частарын һәм күп һанда артиллерияһын тупланған була.

Гитлерсылар уң ярҙың тирә-яҡҡа ҡарағанда бейегерәк ҡалҡыулыҡтарында оборона биләгән була. Йылғаға төшөү урындары артиллерия һәм миномёттарҙан тоҫҡап утҡа тоторлоҡ арауыҡта ғына. Уң ярҙа тотош мина яланы. Әммә гвардиясылар ҡаты бәреештәрҙән һуң тәүге көндә үк Северский Донец йылғаһының уң ярында ҙур булмаған плацдарм биләй.

Йылға аша кисеү һәм совет яугирҙәре биләгән бер ҡарыш ер ҙә дошмандың туҡтауһыҙ ут аҫтында була. Гвардиясыларҙың баш осона меңләгән снаряд, йөҙләгән бомба яуҙы. Әммә полк һөжүмен дауам итә.

Был ауыр шарттарҙа санинструктор Маресева ярарыларға ваҡытында ярҙам күрһәтә. Хәеф-хәтәргә иғтибар итмәй, ул һәр ваҡыт ут һыҙығында ҡала, ҡаты яралар янына шыуышып барып, уларҙың яраларын бәйләй перевязка, уларҙы ышыҡ урындарға йөкләп алып бара. Ә ҡараңғы төшөп, алғы һыҙыҡта мылтыҡ-пулемёт атышы тынһа, ул яралыларҙы йылғаның һул ярына сығара.

Икенсе көндө 1-се батальондың участкаһына дошман контратакалары бигерәк тә көслө һәм ныҡышмалы була, әммә, ҙур юғалтыуҙар менән булһа ла, улар кире ҡағыла. Көн аҙағына дошман һигеҙенсе атакаһын башлай. Көслө артиллерия уты ярҙамында гитлерсылар батальондың һул флангыһын урап үтә. Бында оборона тотҡан яугирҙәр төркөмө оҙайлы тиңһеҙ алыштан һуң йылғаға табан сигенергә мәжбүр булғанын Маресева күреп ҡала. Траншеяларҙа һәм блиндаждарҙа йәшертелеп, һул ярға эвакуация көтөп ятҡан яралыларҙың яҙмышы тураһындағы хәүефле уй уның мейеһен һыҙып үтә. Ҡулына пистолет алып, Зина сигенеүсе яугирҙәр ҡаршыһына баҫа: «Бер аҙым да артҡа атламаҫҡа!», «Алға, минең арттан!» — тип ҡысҡырып, уларҙы туҡтарға мәжбүр итә һәм үҙе артынан атакаға күтәрә.

Хәүеф янаған участкала хәл тергеҙелә. Маресева әйҙәгән ҡаты алышта 150-нән ашыу гитлерсы юҡ ителә, 8 пулемёт, 2 миномёт һәм 20 гранатомёт баҫып алына.

Контратака кире ҡағылғандан һуң, Зина яралыларҙың яраларын бәйләй һәм уларҙы һуғыш яланынан сығарыуын дауам итә.

2 август, көн аҙағына сапёрҙар йылға аша йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөй. Был төндә Маресева дошман уты аҫтында төн буйына шул күперҙән Северский Донец йылғаһының һул ярына яралы һалдат һәм офицерҙарҙы күсерә. Иртәнсәк дошман артиллерияһы күперҙе ҡыйрата. Сираттағы рейсында мина ярсығы ҡыҙҙы үлемесле яралай һәм ул 1943 йылдың 6 авгусында госпиталдә вафат була.

Ике тәүлек эсендә Маресева санитар Александр Емельянович Бузыканов менән бергә һуғыш яланынан 64 яралыны, шуларҙан 52 яугирҙе шәхси ҡоралы менән, йылға аша эвакуациялай.

Зинаида Ивановна Маресеваға Северский Донец йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 22 февралендә бирелә.[2]

Ҡыйыу илһөйәр патриот ҡыҙ Белгород өлкәһе Пятницкое ауылында ерләнгән.

  • Белгород өлкәһе Пятницкое ҡасабаһында 1953 йылда Зинаида Ивановна ҡәберенә һәйкәл ҡуйыла.
  • Соломино ауылында, алыш урынынан алыҫ түгел, 2011 йылдың 3 ноябрендә Белгород һыуһаҡлағысы аша яңы күпер эргәһендәге ҡалҡыулыҡта һәйкәл ҡуйылды.
  • Волгоград ҡалаһында, Пятницкое ҡасабаһында, Черкасское ауылында Маресева хөрмәтенә урамдар аталған.
  • Һарытау өлкәһе Вольск ҡалаһындағы медицина училищеһы 1980 йылдан Советтар Союзы Геройы З. И. Маресева[3] (хәҙерге исеме — «З. И. Маресева исемендәге Вольск медицина колледжы» урта махсус һөнәри дәүләт автономлы белем биреү учреждениеһы ГАОУ СПО) исемен йөрөтә.
  • Черкасское ауылындағы урта мәктәп Советтар Союзы Геройы З. И. Маресева (хәҙерге исеме- «Һарытау өлкәһе Вольский районының Черкасское ауылы Советтар Союзы Геройы З. И. Маресева исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы) исемен йөрөтә.
  • Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте батыр ҡыҙ иҫтәлегенә элек Маресева уҡыған Черкасск урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ урынлаштырҙы.
  • Вольск ҡалаһында элек Маресева йәшәгән Лев Толстой урамы, 110-сы йорт бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Маресева Зинаида Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 37. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Самойленко Л., Щербаков Г. Волжанка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — М.: Политиздат, 1969. — Т. 1. — 447 с.
  • Румянцев Н. М. Люди легендарного подвига. — Саратов. 1968.

Һылтанмалар

үҙгәртергә