Малая Любовь Трофимовна

терапевт, доктор, профессор, академик

Малая Любовь Трофимовна (13 ғинуар 1919 йыл — 14 апрель 2003 йыл) — СССР һәм Украинаның ғалим-терапевы. Медицина фәндәре докторы (1954), профессор (1955), СССР Медицина Фәндәре академияһы академигы (1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Украина Геройы (1999). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). СССР-ҙың (1980) һәм Украинаның (2003, үлгәндән һуң) дәүләт премиялары лауреаты.

Малая Любовь Трофимовна
укр. Любов Трохимівна Мала
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 13 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Копани[d], Ореховский район[d], Украина
Вафат булған көнө 14 апрель 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Харьков, Украина[1]
Ерләнгән урыны Второе городское кладбище Харькова[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө ғалим, табип, интернист, кардиолог
Эшмәкәрлек төрө кардиология[d][1], медицина[1] һәм эске ауырыуҙар[d][1]
Эш урыны Харьков милли медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Харьков милли медицина университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Q50413684? һәм Kostuyk Inna F.[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Государственная премия Украины в области науки и техники СССР дәүләт премияһы орден Государства орден князя Ярослава Мудрого V степени орден Богдана Хмельницкого заслуженный деятель науки и техники Украинской ССР орден Богдана Хмельницкого III степени Герой Украины
 Малая Любовь Трофимовна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Любовь Трофимовна Малая 1919 йылдың 13 ғинуарында Украинаның Запорожье өлкәһе Ореховский районының Копани ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1938 йылда Харьковтың 1-се медицина институтын тамамлағандан һуң, Ворошиловоград өлкәһенең Иванов районы петровеньки ауылында ауыл участка дауаханаһында табип булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөнән алып 1946 йылдың сентябргә тиклем Совет Армияһы сафында сортировкаланған эвакуация госпиталдәре начальнигы урынбаҫары, Төньяҡ Кавказ фронтының фронт эвакуация пунктының эвакуация бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, Харьков хәрби округының дауалау бүлеге начальнигы ярҙамсыһы була.

1946 йылдан Харьков медицина институтында эшләй: клиника ординаторы (19461949), аспирант (19491952), докторант (19521954), доцент (19541955). 1955 йылдан — санитар-гигиена һәм педиатрия факультетында терапия кафедраһы мөдире, 1961 йылдан — госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта (1962 йылдан) шул уҡ институтының проблемалы кардиология лабораторияһының ғилми етәксеһе. 1986 йылдан — Украина ССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡабаттан булдырылған Харьков терапия фәнни-тикшеренеү институты директоры (хәҙер Украина Медицина Фәндәре академияһының Терапия институты).

1950 йылда Б. М. Хмельницкий етәкселегендә — «Туберкулинодиагностика һәм эске ауырыуҙар клиникаһында туберкулинотерапия» темаһына кандидатлыҡ, ә 1954 йылда «Туберкулез булғанда йөрәк-ҡан тамырҙары системаһындағы үҙгәрештәр» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ул — 500-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 24 монография, 26 авторлыҡ уйлап табыуы һәм 21 патент авторы.

Л. Т. Малая әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә:

  • Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитеты ағзаһы (1963),
  • Халыҡ-ара интернистар ассоциацияһы ағзаһы (1968),
  • Бөтә союз кардиологтар ғилми йәмғиәте президиумы ағзаһы (1973),
  • Бөтә союз терапевтары ғилми йәмғиәте рәйесе урынбаҫары (1975),
  • СССР Медицина фәндәре академияһы ҡарамағанда Бөтә союз йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына ҡаршы көрәш буйынса комитет президиумы ағзаһы.

Харьковта йәшәй һәм эшләй. 2003 йылдың 1 апрелендә вафат була.[2] Харьков ҡалаһының 2-се зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәрое һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1979 йылдың 12 ғинуарында Малая Любовь Трофимовнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
  • Украина президенты указы менән 1999 йылдың 12 ғинуарында Украинала медицина фәнен үҫтереүҙәге шәхси хеҙмәте өсөн, кардиология өлкәһендәге фундаменталь тикшеренеүҙәре өсөн Украинаның Медицина фәндәре академияһының Терапия институты директоры, Украина НАН-ы һәм МФА академигы Любовь Трофимовна Малаяға «Украина Геройы» исеме бирелә һәм Держава ордены тапшырыла[3].
  • Ленин ордены (1979).
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1960).
  • V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (1998)[4].
  • III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (1995)[5].
  • Миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн».
  • С. П. Боткин исемендәге почетлы миҙал менән бүләкләнә (1984).
  • Академик С. И. Вавилов исемендәге грамота менән билдәләне. (1989).
  • СССР дәүләт премияһы (1980).
  • Украинаның дәүләт премияһы (2003, үлгәндән һуң).
  • СССР МФА-ның Н. Д. Стражеско исемендәге премияһы (1983).
  • Украина МФА-ның Н. Д. Стражеско исемендәге премияһы. (1998).
  • Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968).
  • Харьков ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
  • Американың Биографик институты 1996 йылда Малаяға «Йыл кешеһе» исемен бирә, ә халыҡ-ара Биографик үҙәк (Кембридж, Англия) уны «XX быуаттың күренекле 2000 ғалимы» баҫмаһына индерә (1998).
  • Украинаның Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 2004 йылдың 9 апрелендә Украина Медицина фәндәре академияһының Терапия институтына Л. Т. Малая исеме бирелә.
  • Декоммунизация сиктәрендә 2015 йылдың ноябрендә Харьковта Постышев проспекты Любовь Vалая проспекты тип үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Малая Любовь Трофимовна. «Герои страны» сайты.