Лятошинский Борис Николаевич

Лятошинский Борис Николаевич (укр. Борис Миколайович Лятошинський; (22 декабрь 1894 (3 ғинуар 1895), Житомир, Рәсәй империяһы — 15 апрель 1968 йыл, Киев, Украина, СССР) — СССР украин композиторы, дирижёр һәм педагог, украин музыкаһында модернистик йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Украина ССР-ының халыҡ артисы (1968). Ике Сталин премияһы лауреаты (1946, 1952).

Лятошинский Борис Николаевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме укр. Борис Миколайович Лятошинський
Тыуған көнө 22 декабрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыны Житомир, Рәсәй империяһы[6]
Вафат булған көнө 15 апрель 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[6][1][7][…] (73 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2][6]
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Атаһы Николай Леонтьевич Лятошинский[d]
Һөнәр төрө дирижёр, композитор, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы
Эш урыны П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Национальная музыкальная академия Украины имени П. И. Чайковского[d]
Уҡыу йорто Национальная музыкальная академия Украины имени П. И. Чайковского[d]
Юридический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Уҡыусылар Сильвестров, Валентин Васильевич[d], Грабовский, Леонид Александрович[d], Карабиц, Иван Фёдорович[d], Балакаускас, Йонас Освальдас[d], Sergey Pavlovich Dobrovolsky[d], Бэлза, Игорь Фёдорович[d], Таранов, Глеб Павлович[d] һәм Q12096217?
Кемдә уҡыған Рейнгольд Морицевич Глиэр[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1968
Музыка ҡоралы скрипка
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d] һәм Музыкальное товарищество имени Николая Леонтовича[d]
Жанр Опера һәм Симфония
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2-се дәрәжә Сталин премияһы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы народный артист Украинской ССР «Почёт Билдәһе» ордены заслуженный деятель искусств Украинской ССР Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы 1-се дәрәҗә Сталин премияһы
 Лятошинский Борис Николаевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Николаевич Лятошинский 1894 йылдың 22 декабрендә Житомирҙа интеллигенттар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Николай Леонтьевич Лятошинский (1861— ?) — уҡытыусы булған, педагогик эшенән тыш, тарих фәндәре өлкәһендә ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән. Төрлө гимназиялар директоры булараҡ, Житомирҙа, Немировта, Златополдә ижтимағи-мәғариф эшен алып бара. Әсәһе — Ольга Борисовна фортепианола яҡшы уйнаған һәм йырлаған[8].

1918 йылда Киев изге Владимир университетының юридик факультетын, 1919 йылда Киев консерваторияһында Р.М. Глиэрҙың композиция класын тамамлаған. 1920 йылдан Киев консерваторияһында уҡыта, 1935 йылдан — профессор (1935—1938 һәм 1941—1944 йылдарҙа — П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры). 1944—1949 йылдарҙа — П.И.Чайковский исемендәге Дәүләт консерваторияһының музыка теорияһы кафедраһы мөдире.

1926—1929 йылдарҙа ғәмәлдә булған Заманса музыка ассоциацияһы башлығы, Украина Композиторҙар союзының ойоштороу бюроһы (1932-1939), СССР Композиторҙар союзының ойоштороу комитеты (1939—1948) ағзаһы була. 1939—1941 йылдарҙа — УССР Композиторҙар союзы башлығы, һуңынан идара ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Һарытауға эвакуациялана, унда Мәскәү консерваторияһында уҡ ул уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Шул саҡта уҡ Һарытауҙа «Тарас Шевченко» радиостанцияһы ойошторола, ул Украинаның партизандар подпольеһы өсөн үҙ тапшырыуҙарын алып бара. Был сараларҙа Лятошинский ҡатыны Маргарита Царевич менән даими ҡатнаша. Борис Николаевичтың һуғыш йылдарында башҡарған композиторлыҡ эше бик емешле була. Өс йыл эсендә ул «Украина квинтеты», 4-се ҡыллы квартет, ҡыллы квартет өсөн украин халыҡ темаларына сюита, ағас тынлы ҡоралдар квартеты өсөн сюита, фортепиано өсөн трио, фортепиано өсөн Сюита һәм Прелюдия, Максим Рыльский һәм Владимир Сосюра шиғырҙарына романстар яҙа, һикһәндән ашыу халыҡ йырын эшкәртә.

1944 йылдың йәйендә Лятошинский Украинаға ҡайта һәм шунда уҡ Киевтың музыкаль тормошона ҡушыла. 1944 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Ролит яҙыусылар йортонда йәшәй, унда композиторға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Лятошинскийҙы Украина филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр, ул Радиокомитетта музыкаль консультант булып эшләй, Киев консерваторияһында уҡыта.

1940—1950 йылдар аҙағы Лятошинскийҙың ижади эшмәкәрлегендә киләһе уңышлы этап була. Ошо осорҙа ул бер нисә хор һәм оркестр әҫәре, романс, кинофильмдарға музыка яҙҙы. Иң әһәмиәтле әҫәрҙәр араһында 3-сө симфонияны, «Гражина» симфоник балладаһын, «Поэма воссоединения», «На берегах Вислы» поэмаһын, оркестр менән фортепиано өсөн концертты атарға мөмкин. Лятошинскийҙың Тарас Шевченко һәм Александр Пушкин шиғырҙарына яҙылған хорҙары һуғыштан һуңғы йылдарҙағы украин хор мираҫына ҙур өлөш индерә.

Украина музыкаһына индергән ҙур өлөшөнә ҡарамаҫтан, формализмға ҡаршы көрәш буйынса совет кампанияһы ваҡытында властар тарафынан тәнҡитләнә.

Б. Н. Лятошинский 1968 йылдың 15 апрелендә вафат була. Киевта Байково зыяратында ерләнә.

  • «Золотой обруч» (1930, 1970 йылда 2-се редакция)
  • «Щорс» операһы (1938, «Полководец» 2-се редакция (1948))
  • «Украина квинтеты» (2-се редакция, 1945)
  • биш симфония, өс симфоник поэма, биш ҡыллы квартет, романстар, кантаталар, драматик спектаклдәргә музыка,
  • «Украин квартет» кинофильмына музыка
  • «Из прошлого» — дүрт ҡатнаш хор a cappella, 69 op.
    • 1. «Ты спишь один...». (А. А. Фет һүҙҙәренә)
    • 2. «Рим ночью» (Ф. И. Тютчев һүҙҙәренә)
    • 3. «В старом городе» (И. А. Бунин һүҙҙәренә)
    • 4. «Менуэт» (XIX быуаттың билдәһеҙ авторы һүҙҙәренә)

Фильмдарға музыка авторы:

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Житомирҙағы 1-се музыка мәктәбе Б.Н. Лятошинскийҙың исемен йөрөтә, унда 2013 йылдың майында уның музейы асылған.
  • 1981 йылда Б.Лятошинский исемен Киев камера хоры ала, ул 1992 йылдың майында яңы булдырылған камера оркестры менән берләшә; һөҙөмтәлә Борис Лятошинский исемендәге Классик музыка ансамбле ойошторола.
  • 1968 йылдың сентябрендә Б. Лятошинский исеме Харьков музыка училищеһына бирелә.
  • 1978 йылдан алып Киевтың Голосеев районындағы урам Борис Лятошинский исемен йөрөтә, ул 70-се йылдарҙа Теремки (тәүҙә 4-се Яңы) торлаҡ төҙөү барышында барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118918206 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Musicalics (фр.)
  4. Visuotinė lietuvių enciklopedija (лит.)
  5. Лятошинський Борис Миколайович // https://chtyvo.org.ua/authors/Skrypnyk_Hanna/Ukrainska_muzychna_entsyklopediia_Tom_3/
  6. 6,0 6,1 6,2 Лятошинский Борис Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Boris Nikolajewitsch Ljatoschinski // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  8. Самохвалов В. Борис Лятошинський.
  9. сентября 1932 г. 64 страница 2022 йыл 16 февраль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә