Тютчев Фёдор Иванович

Фёдор Иванович Тютчев (рус. Фёдор Иванович Тютчев) — рус яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орёл губернаһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Тютчев Фёдор Иванович
рус. Фёдор Иванович Тютчев
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Иванович[d]
Тыуған көнө 23 ноябрь (5 декабрь) 1803[3][4]
Тыуған урыны Овстуг[d], Брянск өйәҙе[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3][4]
Вафат булған көнө 15 (27) июль 1873[3][4] (69 йәш)
Вафат булған урыны Пушкин[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты (Санкт-Петербург)[d]
Атаһы Иван Николаевич Тютчев[d]
Әсәһе Екатерина Львовна Толстая[d]
Бер туғандары Николай Иванович Тютчев[d] һәм Дарья Ивановна Тютчева (Сушкова)[d]
Хәләл ефете Элеонора Ботмер[d] һәм Эрнестина Пфеффель[d]
Внебрачный партнёр Елена Александровна Денисьева[d]
Балалары Иван Фёдорович Тютчев[d], Мария Фёдоровна Тютчева[d], Анна Фёдоровна Тютчева[d], Дарья Фёдоровна Тютчева[d], Фёдор Фёдорович Тютчев[d] һәм Тютчева, Екатерина Фёдоровна[d]
Нәҫеле Тютчевтар[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, дипломат, фәлсәфәсе, сәйәсмән, тәржемәсе, публицист
Эш урыны Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Жанр лирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 1-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святого Владимира 3-й степени
Гражданский чин йәшерен кәңәшсе[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Тютчев Фёдор Иванович Викимилектә

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар "Денисьева циклы"на, йәғни шағирҙың Е. А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.

Иң танылған шиғыры «Silentium!» — әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #11875839X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Пигарёв К. В., Пигарев К. В. Тютчев // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 7.
  4. 4,0 4,1 4,2 Горнфельд А. Тютчев, Федор Иванович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXIV. — С. 370—374.



  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.