Добржанская Любовь Ивановна

(Любовь Добржанская битенән йүнәлтелде)

Добржанская Любовь Ивановна (24 декабрь 1905 йыл, Киев — 3 ноябрь 1980 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың театр һәм кино актрисаһы, йырсы. ll дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951). СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).

Добржанская Любовь Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр, йырсы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Любовь Ивановна Добржанская 1905 йылдың 24 декабрендә (рәсми мәғлүмәт буйынса — 1908 йылда[2]) Киев ҡалаһында дворяндар ғаиләһендә тыуған.

1923—1924 йылдарҙа Украина Совет Республикаһының В. И. Ленин исемендәге Икенсе театр ҡарамағындағы театр студияһында уҡый. (1926 йылдан — Рус дәүләт драма, хәҙер Киевта — Леся Украинка исемендәге Милли рус драма академия театры). 1924 йылдан — ул труппа актрисаһы. 1926 йылдан 1927 йылға тиклем Днепропетровскиҙа эшләй

1934 йылдан — Мәскәүҙә Совет Армияһы Үҙәк театры актрисаһы, унда уның ижадына А. Д. Попов ҙур йоғонто яһай

Мәскәү театрҙарында эшләй (К. С. Станиславский исемендәге Драма театрында, «Современник» театрында)

Комик һәм драматик ролдәрҙә сығыш яһай. Театрҙа бөтәһе 120 роль башҡара

Матур тауышҡа эйә. Йырға махсус уҡымаған, ләкин ролдәрҙә вокал әҫәрҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

Концерттарҙа ҡатнаша. Ул башҡарған романстар ҙур уңыш ҡаҙана[3].

1978 йылдың 1 майынан — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Любовь Добржанская 1980 йылдың 3 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнә[4]. (21-се участка)

  • Атаһы — Добржанский Иван Андроникович (1879—1941), Рус император армияһының 166-сы Ровенск пехота полкы подпоручигы (һуңынан — штабс-ротмистр). Октябрь революцияһынан һуң репрессиялана һәм 5 йылға махсус тәғәйенләнештәге Соловецкий лагерына һөргөнгә ебәрелә. Азат ителгәндән һуң көтөүсе була. 1941 йылда Ҡаҙағстанда миокард инфарктынан вафат була
  • Әсәһе — Ольга Васильевна Добржанская, дворян гимназияһын тамамлаған, кер йыуыусы, бала ҡараусы, тегенсе, параллель бухгалтер булып эшләгән.
  • Ағаһы — Дмитрий (Киевта йәшәгән).
  • Туғаны — Софья Добржанская — Украинаның билдәле пианисы, педагог.
  • Олатаһы — Романов Роман Андроникович-Добржанский (1877—?), опера йырсыһы (баритон), вокал педагогы.
  • Беренсе ире — Иван Иванович Червинский, актёр, дин әһеле улы, ҡулға алына, төрмәлә үҙ-үҙенә ҡул һала.
  • Икенсе ире — Владимир Александрович Нелли-Влад (1895—1980), режиссёр, Украина ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1946)
  • Өсөнсө ире — Шахет Осип Александрович (1905—1949), актёр, РСФСР -ҙың атҡаҙанған артисы (1946)
  • Дүртенсе ире — Кручинин Виктор Яковлевич (1909—1974), гитарасы, күренекле сиған ғаиләһенән, концерттарҙа Добржанскаяның алыштырғыһыҙ аккомпаниаторы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944)[6].
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1954)[7].
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1965)
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — А. П. Штейндың «Флаг адмирала» спектаклендә Гамильтон леди ролен башҡарған өсөн
  • Ленин ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1968)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1948).

Театрҙағы ролдәре

үҙгәртергә

Рус дәүләт драмаһы (Киев)

үҙгәртергә
  • 1932 — «Страх» А. Н. Афиногенова — Валя
  • 1933 — «Таланты и поклонники» А. Н. Островского — Негина
  • 1933 — «Оптимистическая трагедия» Вс. В. Вишневского — Комиссар (первая исполнительница роли)
  • «Вредный элемент» В. В. Шкваркина — Зина
  • «Фиолетовая щука» А. В. Корнейчука
  • «Яблоневый плен» И. Днепровского

Совет Армияһы Үҙәк театрында

үҙгәртергә
  • 1935 — «Варвары» М. Горького — Татьяна
  • 1935 — «Васса Железнова» М. Горького — Рашель
  • 1936 — «Слава» В. М. Гусева — Лена
  • 1937 — «Укрощение строптивой» У. Шекспира — Катарина
  • 1939 — «Падь Серебряная» Н. Ф. Погодина — Таня
  • 1942 — «Давным-давно» А. К. Гладкова — Шура Азарова
  • 1946 — «Учитель танцев» Л. де Вега — Фелисиана
  • 1949 — «Голос Америки» Б. А. Лавренёва — Фелисиана
  • 1950 — «Флаг адмирала» А. П. Штейна — леди Гамильтон
  • 1952 — «Мастерица варить кашу» Н. Г. Чернышевского — Карелина
  • 1953 — «Извините, пожалуйста» А. Е. Макаенка — Ганна Чихнюк
  • 1954 — «Профессия миссис Уоррен» Б. Шоу — Миссис Уоррен
  • 1954 — «Не было ни гроша, да вдруг алтын» А. Н. Островского
  • 1955 — «Варвары» М. Горького — Надежда Монахова
  • 1956 — «Титанник-вальс» Т. Мушатеску — Дачия
  • 1957 — «Моя семья» Э. де Филиппо — Елена Стильяно
  • 1958 — «Средство Макропулоса» К. Чапек — Эмилия Марти
  • 1958 — «Всеми забытый» Н. Хикмета — мать слепого мальчика
  • 1958 — «Добряки» Л. Г. Зорина — Гребешкова
  • 1959 — «Любка-любовь» З. Дановской — Прасковья
  • 1960 — «Якорная площадь» И. В. Штока — Анна Петровна
  • 1961 — «Каса Маре» И. П. Друце — Василуца
  • 1961 — «Левониха на орбите» А. Е. Макаенка — Лушка
  • 1962 — «Под одной из крыш» З. М. Аграненко — Анастасия
  • 1963 — «Физики» Ф. Дюрренматта, режиссёр Б. В. Эрин — доктор Матильда фон Цанд, врач-психиатр
  • 1965 — «Вишнёвый сад» А. П. Чехова — Раневская
  • 1967 — «Влюблённый лев» Ш. Дилейни — Кит
  • 1968 — «Два товарища» В. Н. Войновича — Бабушка
  • 1969 — «Дядя Ваня» А. П. Чехова — Войницкая
  • 1973 — «Птицы нашей молодости» И. П. Друце — тётушка Руца
  • 1976 — «Экзамены никогда не кончаются» Э. де Филиппо, режиссёр П. Н. Фоменко — графиня Мария
  • 1976 — «Странствия Билли Пилигрима» по роману Бойня номер пять, или Крестовый поход детей К. Вонегута — мать Билли
  • 1977 — «Фантазии Фарятьева» А. Н. Соколовой — тётка Фарятьева

«Современник» Мәскәү театры

үҙгәртергә

К. С. Станиславский исемендәге драма театры

үҙгәртергә

Фильмографияһы

үҙгәртергә

Кинолағы ролдәре

үҙгәртергә
  1. 1947 — Свет над Россией — эпизод
  2. 1952 — Учитель танцев — Фелисиана
  3. 1966 — Берегись автомобиля — мама Юрия Деточкина
  4. 1968 — Урок литературы — писательница Анна Тюрина
  5. 1969 — Адам и Хева — Айбала
  6. 1970 — Две улыбки (киноальманах) (новелла «Бабушка и цирк») — Бабушка
  7. 1972 — А. П. Чехов. Дядя Ваня (фильм-спектакль) — Войницкая
  8. 1972 — Игрок — бабушка Антонида Васильевна
  9. 1974 — Осенние грозы — Замфира
  10. 1975 — Из записок Лопатина (фильм-спектакль) — актриса
  11. 1975 — Ирония судьбы, или С лёгким паром! — Мария Дмитриевна, мама Жени Лукашина
  12. 1977 — В четверг и больше никогда — Екатерина Андреевна, мать Сергея.

Архив кадрҙар

үҙгәртергә
  • 1977 — Любите ли вы театр? (сцена из спектакля «Восхождение на Фудзияму» по Ч. Айтматову) (документальный)
  • 2005 — Любовь Добржанская (из цикла передач телеканала ДТВ «Как уходили кумиры») (документальный)
  • 2008 — Любовь Добржанская (из документального цикла «Острова»)[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә