Башҡортостан байрамдары

Wikimedia-Listn

Башҡортостан байрамдары — Башҡортостанда рәсми рәүештә эшләмәй торған байрам көндәре, милли байрамдар һәм иҫтәлекле даталар билдәләнгән. Рәсми байрамдарҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы закондары менән ғәмәлгә индерелә.

«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри һәм башҡа даталар тураһында» Башҡортостан законы республиканың Юғары Советы тарафынан 1992 йылдың 27 февралендә ҡабул ителде.

Эшләмәй торған байрам көндәре

үҙгәртергә
Датаһы Исеме Иҫкәрмә
11 октябрь Республика көнө Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндә билдәләнә.
24 декабрь Башкортостан Республикаһы Конституцияһы көнө[1] Республика Юғары Советы 1993 йылда Башҡортостан Конституцияһын ҡабул иткән көндә билдәләнә.
Ураҙа байрамы Ураҙа байрамы датаһы Ислам календарына ярашлы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тарафынан, байрам үткәреү көнөнән өс ай алдан да һуңламай, иғлан ителә.
Ҡорбан байрамы Ҡорбан байрамы датаһы ай календарына ярашлы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тарафынан, байрам үткәреү көнөнән өс ай алдан да һуңламай, иғлан ителә.

Иҫтәлекле көндәр

үҙгәртергә
Датаһы Исеме Иҫкәрмә
25 февраль Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө Республика Юғары Советы тарафынан яңы флагты 1992 йылда ҡабул иткән көндә (2002 йылдан) билдәләнә[2].
20 март Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған көн Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте Башҡортостан Совет автономияһы тураһында 1919 йылдағы Килешеүгә ҡул ҡуйған көндә билдәләнә. Совет рәсәйе яғынан уға Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетырәйесе в.б. М. Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты секретары А. С. Енукидзе, башҡорт делегация яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. А. Ҡулаев, Башҡорт ғәскәре адьютанты Ә. И. Бикбауов, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы М. Д. Халиҡов ҡул ҡуйҙылар.
31 март Башҡортостан Республикаһынан Федератив килешеү ҡушымтаһына ҡул ҡуйған көн 1992 йылда Федератив килешеүгә ҡул ҡуйылған көндә билдәләнә.
3 август Рәсәй Федерацияһы дәүләт хакимиәте органдары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт хакимиәте органдары менән идара итеү даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының үҙ-ара вәкәләтлектәрҙе айырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған көн.
1994 йылда Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған көндә билдәләнә.
29 ноябрь Башҡортостан милли-территориаль автономияһы берәмәге Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ булдырылған көн Башҡортостан милли-территориаль автономияһы 1917 йылдың 15 ноябрендә (иҫке стиль буйынса) Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан иғлан ителә һәм III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫлана[3][4][5][6].

Башҡа байрамдар

үҙгәртергә

Башҡортостанда халыҡ (милли) Һабантуй байрамы рәсми статусҡа эйә. Байрам республиканың барлыҡ муниципаль райондарында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан үткәрелә. Һабантуйҙың үткәрелеү датаһы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы тәғәйенләнә.

Республика Салауат йыйыны фольклор байрамы йыл һайын Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалалары һәм райондарында 2004 йылдан алып үткәрелә башланы. 2011 йылдан алып Салауат йыйыны Салауат районында үткәрелә.

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында республика Ҡурай байрамы үткәрелә. Ҡурай байрамы республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын һаҡлау һәм артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеү, шулай уҡ талантлы ҡурайсылар асыҡлау маҡсаттарында үтә һәм беренсе мәртәбә 2001 йылда ойошторолдо. Йылдан -йыл байрамда ҡатнашыусылар һаны арта бара.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы субъекты ҡануниәте тарафынан булдырылған башҡа иҫтәлекле даталар ҙа билдәләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Рәсәй байрамдары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

]