Ҡара юрға (эпос)
Ҡара юрға — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос[1].
Ҡара юрға | |
Барлыҡҡа килгән | башҡорт |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Ҡара юрға» эпосының сюжеты XVIII быуатта сәйәхәтсе И. И. Лепёхиндың (1740–1802) яҙмаларында осрай. 1770 йылда Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән ғалим башҡорт ауылдарында ла туҡтай, халыҡтың этнографияһына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙып ҡалдыра.
Йырсы улар тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы ғына йырлап ҡалмайынса, тауышы һәм хәрәкәттәре менән бөтә ваҡиғаларҙы һынландыра. Бер саҡ ҡарт йылмайып «Ҡара юрға»ны йырлап ебәргәйне, һағыш шатлыҡҡа әйләнде. Был йыр уларҙа иң шаян һанала. Ҡарт ошо йырҙы йырлап, бейеп киткәйне, башҡорт байрамы (балы) башланды.
Эпик әҫәрҙәрҙең шиғыр өлөшө көйләп башҡарылыуын иҫәпкә алғанда, И. Лепёхин эпосты йыр итеп ҡабул иткән. Бәлки уға әҫәрҙең бер генә өлөшөн, йыр репертуарына инеп киткән өлөшөн генә тыңларға тура килгәндер, тип фекерләй ғалим Кирәй Мәргән. Иң мөһиме, был сюжеттың И. Лепёхин яҙмаларында сағылыуы уның халыҡ араһында популяр булыуын раҫлай.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергә«Ҡара юрға» — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, ат культына бәйле башҡорт халыҡ эпосы. Әҫәрҙә ҡыҙ урлау мотивы төп сюжеттарҙың береһе булып тора.
Шиғри һәм сәсмә формаларҙа йәшәй. 1907 йылда М. А. Буранғолов тарафынан Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы) Үрге Ильяс ауылында йәшәүсе Хәсән Буранғоловтан яҙып алына.
Шул уҡ исем менән аталған эпостың варианттарын Кирәй Мәргән[2], И. В. Салтыков, Ғ. З. Сөләймәнов, Ә. М. Сөләймәнов һ. б. яҙып алған.
«Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡуңыр буға» менән бер рәттән, хайуандарға бағышланған башҡорт хикәйәттәре циклына инә. Әҫәрҙә башҡорттарҙың атты изге хайуан тип ҡабул иткән боронғо инаныуҙары сағыла (ҡара: Ат культы).
Эпоста бәйән ителгәнсә, һунарсы Әбләй Мәсем байҙың ҡыҙы Маҡтымһылыуға ғашиҡ була, ләкин ҡалым түләй алмауы арҡаһында, уға өйләнә алмай. Уның тоғро аты Ҡара юрға хужаһы ғашиҡ булған ҡыҙҙы урлай. Әбләй үҙенең ҡара юрғаһына арнап йырлай (ҡара:«Ҡара юрға») сығара[3].
Эпосты сәхнәләштереү һәм һаҡлау
үҙгәртергә1998 йылда Урыҫ драма театрында драматург Ғ. Ғ. Шафиҡов эпос мотивтары буйынса яҙған «Ҡара юрға» спектакле ҡуйыла. Шулай итеп, бер төркөм ижадсылар, режиссёр М. И. Рабинович, ҡуйыусы рәссамы А. В. Коженкова, композитор С. С. Миролюбов башҡорт ауыҙ-тел ижады әҫәренә яңы һулыш өрә.
2013 йылда Башҡорт драма театрында, режиссёр Олег Ханов, композитор Урал Иҙелбаев, балетмейстер Сулпан Асҡарова Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын күрһәтеп, тамашасының ыңғай баһаһын ала.
Эпостың Башҡортостан Республикаһында һәм Ырымбур өлкәһе территорияларында яҙып алынған 10-дан ашыу варианты бар. Улар Рәсәй Фәндәр Академияһыныың Өфө Ғилми Үҙәгенең Ғилми архивында, Тарих, Тел һәм Әҙәбиәт институтының Ғ. Б. Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «КАРА-ЮРГА», эпос
- ↑ Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
- ↑ «Кара-юрга» — башкирский народный эпос, связанный с культом животных. Основу сюжета составляет мотив похищения девушки
- ↑ «КАРА-ЮРГА», эпос