Ломоносов Михаил Васильевич

рус ғалимы

Ломоносов Михаил Васильевич (8 [19] ноябрь 1711[12], Мишанин ауылы (хәҙер — Ломоносово ауылы), Архангельск губернаһы, Рус батшалығы — 4 [15] апрель 1765, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы). Донъя кимәлендәге беренсе бөйөк рус ғалимы.

Ломоносов Михаил Васильевич
рус. Михаил Васильевич Ломоносов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Васильевич[d]
Тыуған көнө 8 (19) ноябрь 1711[1][3][4]
Тыуған урыны Мишанинская[d], Архангелогородская губерния[d], Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 4 (15) апрель 1765[1][3][4] (53 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3][5][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Ерләнгән урыны Лазаревское кладбище Александро-Невской лавры[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Василий Дорофеевич Ломоносов[d][7]
Әсәһе Елена Ивановна Сивкова[d][7]
Хәләл ефете Елизавета-Христина Цильх[d]
Балалары Елена Михайловна Ломоносова[d][7]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном, геолог, физик, химик, лингвист, шағир, яҙыусы, тарихсы, фәлсәфәсе, уйлап табыусы, художник-мозаичист, географ, университет уҡытыусыһы, математик, сәйәсмән, рәссам, ғалим, тәржемәсе
Эшмәкәрлек төрө естествознание[d], химия, физика, Минералогия, тарих, филология, Металлургия, фәлсәфә һәм астрономия
Эш урыны Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Санкт-Петербург дәүләт университеты
Марбургский университет[d]
Уҡыу йорто Славяно-греко-латинская академия[d][3]
Марбургский университет[d][8][9]
Петербург фәндәр академияһының академия университеты
Фрайберг тау академияһы[d]
Ғилми етәксе Христиан фон Вольф[d][10]
Аспиранттар Степан Яковлевич Румовский[d][11]
Уҡыусылар Степан Яковлевич Румовский[d][10]
Кемдә уҡыған Христиан фон Вольф[d] һәм Иоганн Фридрих Генкель[d]
Ойошма ағзаһы Швеция король фәндәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Император художество академияһы
Йоғонто яһаусы Христиан фон Вольф[d]
Изображение памятной доски
Гражданский чин статский советник[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ломоносов Михаил Васильевич Викимилектә

«Универсаль кеше»нең (лат. homo universalis) сағыу миҫалы: энциклопедист, физик һәм химик (ул физик химияға хәҙерге замандағыға яҡын билдәләмә биргән тәүге химик булараҡ тарихҡа ингән, физик-химик тикшеренеүҙәрҙең киң программаһын билдәләгән[13][14][15]; ул эшләгән йылылыҡтың молекуляр-кинетик теорияһы материя төҙөлөшө тураһындағы хәҙерге ҡараштарҙан һәм күп фундаменталь закондарҙан күпкә алда хасил була [16]). Фәнни диңгеҙселеккә һәм физик химияға[17]быяла тураһындағы фәнгә нигеҙ һала.  Астроном (мәҫәлән, Венера планетаһында атмосфера барлығын аса[18][19][20]), приборҙар эшләүсе, географ, металлург, геолог. Шулай уҡ шағир, рәссам, тарихсы, филолог һәм генеалог; ватан мәғарифын, фәнен һәм иҡтисадын үҫтереү өсөн көрәшеүсе (Мәскәү университетының проектын эшләй, уҡыу йортона һуңынан уның исеме бирелә).

Статский советник, химия профессоры (1745), Санкт-Петербург Император Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1745) һәм Швед Король Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡыҫҡаса йылъяҙма

үҙгәртергә
  • 1711 — 19 ноябрҙә Михаил Васильевич Ломоносов тыуа.
  • 1730 — 7 декабрҙә Холмогоры воевода канцелярияһында паспорт ала.
  • 1730 — 15 декабрҙә Мәскәүгә юллана[21].
  • 1731 — 15 ғинуарҙа Мәскәүҙә Славя-грек-латин академияһына инә.
  • 1731—1734 — Славян-грек-латин академияһында уҡый: 1731 — пиитика класы, 1732 — риторика класы, 1734 — фәлсәфә класы.
  • 17341735 — Киев-Могила академияһында уҡый[22]: бер нисә ай буйы Иероним Миткевичтың фәлсәфә лекцияларын, шулай уҡ математика һәм физика буйынса лекциялар тыңлай.
  • 1735 — Киевтағы лекцияларҙа фәтеүә тапмағанлыҡтан, Мәскәүгә Славян-грек-латин академияһына ҡайтып, уҡыуын дауам итә.
  • 1735 — ноябрҙә 12 уҡыусы иҫәбендә Фәндәр академияһына тәҡдим ителә.
  • 1736 — 2 ғинуарҙа 11 иптәше менән бергә отставкалағы прапорщик Василий Попов тарафынан Мәскәүҙән Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһына килтереп еткерелә. 
  • 1736 — 12 ғинуарҙа Академия университетына студент итеп алына.
  • 1736 — 4 октябрҙә тау эшенә һәм металлургияға уҡыу өсөн Германияға ебәрелә.
  • 1736—1739 — Марбург университетында уҡый.
  • 1737 — ғинуарҙан профессор Х. Вольфтың механика курсын һәм профессор Ю. Г. Дуйзингтың теоретик химия курсын тыңлай.
  • 1739 — февралдә фатир хужабикәһенең ҡыҙы Елизавета-Христина Цильхҡа граждан никахы менән өйләнә[23].
  • 1739 — 8 ноябрҙә ҡыҙы тыуа; 9 ноябрҙә — ҡыҙы реформаттар общинаһы сиркәүендә, Екатерина-Елизавета тигән исем бирелеп, һыуға сумырыу йолаһы үтә.
  • 1739—1740 — И. Ф. Генкель етәкселегендә тау эшенә уҡый.
  • 1740 — 26 майҙа Марбургтың реформаттар общинаһы сиркәүендә Елизавета-Христина Цильх менән никахлаша[24].
  • 1740 — май аҙағында иленә ҡайтып барғанда Дюссельдорф эргәһендә алдап пруссактар тарафынан рекрутлыҡҡа алына, октябрҙә ҡаса, Арнгейм һәм Утрехт аша — Амстердамға, унан һуң Гаагаға килә, ҡабат Амстердамға килгәс кенә унан диңгеҙ юлы менән Рәсәйгә ҡайтып китә ала[25].
  • 1741 — 8 июндә Санкт-Петербургҡа килеп төшә.
  • 1741 — 10 июндә ботаника һәм тәбиғәт тарихы профессоры И. Амманға тәбиғәтте өйрәнеү фәне буйынса уҡыу өсөен йүнәлтелә һәм Кунсткамераның Минералдар кабинетында минералдар һәм ташҡа әйләнгән нәмәләр каталогын төҙөй башлай.
  • 1741 — 22 декабрҙә Марбургта Ломоносовтың улы тыуа, һыуға сумырыу йолаһын үткәндә уға Иван тигән исем ҡушыла[26].
  • 1742 — 8 ғинуарҙа Санкт-Петербург Фән һәм художество академияһының физика класы адъюнкты ителә.
  • 1745 — 25 июлдә химия профессоры итеп тәғәйенләнә[27], был Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһының ғәмәли ағзаһы статусына тиң була. Ул тәбиғәт фәндәре өлкәһендә беренсе рус академигы була[28].
  • 1746 — 20 июндә беренсе тапҡыр рус телендә физика буйынса асыҡ лекциялар уҡый.
  • 1748 — Рәсәйҙә химия буйынса беренсе ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу лабораторияһын ойоштора.
  • 1748—1757 — химия лабораторияһында төҫлө быяла һәм буяуҙар табыу менән шөғөлләнә, рудаларға химик анализ эшләй.
  • 1749 — 21 февралдә ҡыҙы Елена тыуа.
  • 17521753 — химия лабораторияһында тарихта беренсе тапҡыр физик химия буйынса лекциялар уҡый.
  • 1753 — Усть-Рудица ауылында быяла фабрикаһы нигеҙләнә. 
  • 1755 — М. В. Ломоносов ҡатнашлығында Мәскәү университеты ойошторла, ул уның тәүге проектын төҙөй.
  • 1756 — Академия гимназияһында һәм Академия университетында түбәнге ҡатламдың белем алыуға хоҡуғын яҡлап сыға.
  • 1757 — 1 ғинуарҙа Санкт-Петербург Император фәндәр һәм художестволар академияһы Канцелярияһының советнигы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылды академияның ҡаҙна фатирынан Мойкаға үҙ йортона күсә.
  • 1757 — Синод «вәғәздәрҙә фәнде үтә әрләмәҫкә» саҡырған Ломоносовтың ғилми эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә [29]
  • 1758 — Тарихи Йыйылыштың, География департаментының, Академия университетының һәм Академия гимназияһының етәксеһе ителә.
  • 1759 — Академия гимназияһын йыһазландырыу, уставын төҙөү, Академия университетын ҡороу менән шөғөлләнә, бөтә көсөнә түбән ҡатламдарҙың белем алыуға хоҡуғын яҡлай.
  • 1760 — 30 апрелдә Швед Король фәндәр академияһы М. В. Ломоносовты үҙенең почётлы ағзаһы итеп һайлай.
  • 1763 — 10 октябрҙә иң абруйлы өс художество Академияһының ағзаһы итеп һайлана (мозаика эштәре өсөн).
  • 1764 — 17 апрелдә Болонья институты Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы итеп һайлана.
  • 1765 — 4 апрелдә Мойка йылғаһы буйындағы йортонда үпкәһе шешеүҙән вафат була. 
  • 1765 — 8 апрелдә Александр Невский лавраһының Лазарь зыяратында ерләнә[30].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118574175 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ломоносов, Михаил Васильевич (урыҫ) // Русский биографический словарь / под ред. Н. Д. Чечулин, М. Г. КурдюмовСПб.: 1914. — Т. 10. — С. 593—628.
  4. 4,0 4,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  5. http://www.st-petersburg-essentialguide.com/bridges-in-saint-petersburg.html
  6. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  7. 7,0 7,1 7,2 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  8. Fast 500 Jahre international – Ausländische Studierende und Professoren an der Marburger Universität (нем.)
  9. Mikhail Vasilyevich Lomonosov // https://mathgenealogy.org/id.php?id=260114
  10. 10,0 10,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  11. Stepan Rumovsky // Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  12. Большинство источников указывает именно эту дату, однако наблюдаются некоторые расхождения даже в отношении года рождения учёного; вероятно, одной из причин тому явилась ошибка, допущенная ещё Якобом Штелином, записавшим, что «на семнадцатом году ушёл он тайно из отцовского дома, вслед за обозом с рыбою, …догнал его на другой день, в 80 верстах от своей деревни», на эту неточность в возрасте М. В. Ломоносова указывает ещё Николай Алексеевич Любимов в своём труде; дав следующее разъяснение, со ссылкой на сведения академика Н. Я. Озерецковского: «За просрочку данного ему Михайлу Васильевичу 1730 года паспорта и не явившегося на срок, приказом тогдашнего ревизора Лермантова показан он в бегах, того ради из подушного оклада и выключен (отсюда и следует, что Ломоносов оставил родину на двадцатом, а не на семнадцатом году, как пишет Штелин. Это согласно и с показаниями самого Ломоносова)».— В известном историкам документе говорится: «Рождением-де он, Михайло, Архангельской губернии, Двинского уезда, дворцовой Куростровской деревни крестьянина Василья Дорофеева сын, и тот-де его отец и поныне в той деревне обретается и положен в подушный оклад… А в прошлом 730-м году декабря в 9-м числе с позволения оного отца его отбыл он, Ломоносов, в Москву, о чём дан был ему пашпорт (который утратил он своим небрежением) из Холмогорской воеводской канцелярии за рукою бывшего тогда воеводы Григорья Воробьёва, и с тем-де пашпортом пришёл он в Москву» («Показание о своём происхождении, данное при допросе в Московской Синодального правления канцелярии», 4 сентября 1734 — ЦГДА, ф. Московской Синодальной конторы, № 245, лл. 16—17). А. И. Андреев на основании исторических данных, в том числе свидетельств самого Ломоносова, делает вывод о том, что Ломоносов родился в период с марта по 4 сентября 1711 г. (Андреев А. И. О дате рождения Ломоносова // Ломоносов. Сборник статей и материалов. Т. 3. М.-Л.: 1951. стр. 364—369).
  13. Погодин С. А. Ломоносов и химия XVIII века. // Вопросы естествознания и техники, 1962, выпуск 12>
  14. Волков В. В., Вонский Е. В., Кузнецова Г. И. Выдающиеся химики мира. — М.: «Высшая школа», 1991. — ISBN 5-06-001568-8
  15. Об этом говорит и Л. Эйлер — смотри в разделе «Физическая химия»
  16. Фигуровский Н. А. Очерк общей истории химии. От древнейших времен до начала XIX века. — М.: Наука, 1969. — 455 с.[уточнить]
  17. Г. А. Аммон Морские памятные даты. Москва. Воениздат 1987 г. стр.78
  18. Материалы для биографии Ломоносова. Собраны экстраординарным академиком Билярским. Санкт-Петербург. В типографии Императорской Академии Наук. 1865[уточнить]
  19. История Императорской Академии Наук в Петербурге Петра Пекарского. Том первый. Издание отделения русского языка и словесности Императорской Академии Наук. Санкт-Петербург. Типография Императорской Академии Наук. 1870
  20. История Императорской Академии Наук в Петербурге Петра Пекарского. Том второй. Издание отделения русского языка и словесности Императорской Академии Наук. Санкт-Петербург. Типография Императорской Академии Наук. 1873
  21. Относительно этой даты имеются также несущественные разночтения: в уже упомянутом документе иная — 8 декабря 1725 года («Показание о своём происхождении, данное при допросе в Московской Синодального правления канцелярии» 4 сентября 1734 — ЦГАДА, ф. Московской Синодальной конторы, № 245, лл 16—17); что касается отсутствия единого мнения о самовольном или «дозволенном отцом» уходе, естественно, в официальном документе первый вариант не мог быть указан, и остаётся только верить сведениям самого М. В. Ломоносова о его бегстве; но косвенно документ, воспроизводимый Н. А. Любимовым («в бегах»), это подтверждает. Однако выданный Холмогорской воеводской канцелярией паспорт косвенно же противоречит версии о «бегстве» — документ-то этот выдавался как и сейчас, совершеннолетнему — самостоятельному человеку.
  22. Мнение о том, что М. В. Ломоносов учился в Киево-Могилянской академии подвергнуто многими исследователями[кем?] большому сомнению, мало того, даже факт его присутствия там отрицается некоторыми авторами[какими?].
  23. Марбургский государственный архив, отделение «Марбургская родословная книга», т. III, L.
  24. М. И. Сухомлинов. Ломоносов — студент Марбургского университета. «Русский вестник», т. 31, № 1, СПб., 1861, стр. 163
  25. Верёвкин М. И. Жизнь покойного Михайла Васильевича Ломоносова. М. В. Ломоносов в воспоминаниях и характеристиках современников. — М.-Л.: Издательство Академии наук СССР, 1962
  26. Марбургский государственный архив, Марбургская родословная книга, т. 14, № 20569
  27. Указ Императрицы Елизаветы I
  28. Соловьев Ю. Я., Бессуднова З. А., Пржедецкая Л. Т. Академики XVIII века: М. В. Ломоносов // Отечественные действительные и почетные члены Российской академии наук XVIII—XX вв. Геология и горные науки. М.: Научный мир, 2000. Информация на С. 53.
  29. П. П. Пекарский. История Академии наук. Т. II. СПб.: 1873. С. 671.
  30. Летопись жизни и творчества М. В. Ломоносова.— М. Л.: Издательство АН СССР, 1961

Һылтанмалар

үҙгәртергә