Леонов Леонид Михайлович
Леонов Леонид Михайлович (1 ғинуар 1923 йыл — 24 июнь 1990 йыл) — совет хәрби етәксеһе, генерал-полковник (1980). СССР Дәүләт пермияһы лауреаты (1970). СССР Оборона министрлығының 4-се Баш идаралығы (ракета ҡоралланыуы идаралығы) начальнигы урынбаҫары, начальнигы; Һауа һөжүмена ҡаршы оборона ғәскәрҙәре ҡоралланыуының Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары; Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре Баш командующийы урынбаҫары — Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре ҡоралланыуының Баш идаралығы начальнигы.
Леонов Леонид Михайлович | |
рус. Леонид Михайлович Леонов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1923 |
Тыуған урыны | Мәсәғүт, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 24 июнь 1990 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Хәрби звание | генерал-полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Михайлович Леонов 1923 йылдың 1 ғинуарында Силәбе губернаһы Златоуст өйәҙенең Мәсәғүт ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы составында) тыуа. 1941 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында төҙөлөш ойошмаларында эшләй.
1941 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Л. Б. Красин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы беренсе гвардия миномет артиллерия училищеһын (эвакуацияла Мейәсҡалаһында эшен дауам итә) тамамлай. 1942 йылдың апреленән авгусҡа тиклем — 5-се артиллерия запас полкында.
Кесе лейтенант Л. М. Леонов 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 2-се удар армияла Волхов, Ленинград һәм 2-се Балтика буйы фронттарында: артиллерия полкы командир адъютанты (1942 йылдың август-ноябре), 327-се уҡсылар дивизияһы 894-се артиллерия полкының разведка буйынсаразведка штабы начальнигының икенсе ярҙамсыһы, һуңынан начальникярҙамсыһы (1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың апреленә тиклем), 64-се Красносельский гвардия уҡсылар дивизияһының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы (1943 йылдың июненән 1945 йылдың авгусына тиклем). Бигерәк тә Ленинград-Новгород һөжүм операцияһында айырылып тора. Һуғышты капитан дәрәжәһендә тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хеҙмәтен СССР Ҡораллы Көстәрендә дауам итә. 1945 йылдың авгусынан — разведка буйынса артиллерия бригадаһы штабы начальнигы урынбаҫары, 1947 йылдың апреленән — 30-сы гвардия уҡсылар корпусының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы. 1947 йылдың июленән уҡырға ебәрелә.
1952 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге артиллерия хәрби академияһын тамамлай. 1952 йылдан илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре Баш штабында хеҙмәт итә: 6-сы отделдың өлкән инженеры, 1953 йылдың декабренән — тоҫҡау станцияһын ҡулланыу төркөмө начальнигы, аҙаҡ — илдеү Һауа һөжүменә ҡаршы оборона махсус ғәскәрҙәре идаралығының ҡулланыу бүлегенеең радиолокация саралары начальнигы, 1956 йылдың майынан — Һауа һөжүменә ҡаршы оборона зенит-ракета ғәскәрҙәре һәм зенит артиллерияһы командующийы идаралығының радиолокация саралары төркөмө начлаьнигы, 1957 йылдан алып — бүлек начальнигы, 1963 йылдың апреленән — Һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның зенит-ракета ғәскәрҙәре командующийы идаралығының баш инженеры.
1972 йылдың мартынан — СССР Оборона министрлығының 4-се Баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, һуңынан начальнигы. 1978 йылдың 29 октябренән — илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәренең ҡоралланыу буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1979 йылдың 25 майынан 1989 йылдың 20 июненә тиклем илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәренең Баш командующийы урынбаҫары — илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәренең ҡоралланыу буйынса баш идаралығы начальнигы. Эре зенит-ракета ғәскәрҙәрен ойоштороусы, улар өсөн ҡоралланыу заказсыларының береһе һәм ҡоралланыуҙың яңы төрҙәрен эшләү өлкәһендә конструктор һәм фәнни ойошмалар менән берлектәге эште ойоштороусы. Күп тапҡырҙар илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәренең яңы төр ҡоралын һынау буйынса дәүләт комиссиялары составына индерелә.
1989 йылдың июнендә отставкаға сыға. Мәскәүҙә йәшәй. Введенский зыяратында ерләнә (30-сы участка).
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944[1])
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943[2])
- ике "Почет Билдәһе"ордены
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- «Хәрби фиҙаҡәрлеге өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә» миҙалы(1970)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар
- СССР Дәүләт премияһы (1970)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Биография и фотография Л. М. Леонова на сайте «Космический мемориал».
- Лашков А. Ю., Голотюк В. Л. 100-летие противовоздушной обороны России, 1914 — 2014. / В.Н.Бондарев. — М.: Русские витязи, 2014. — Т. 2. — 360 с ил. с. — ISBN 978-5-903389-98-8..
- Наградной лист на Л. М. Леонов о награждении орденом «Красной Звезды» в ОБД «Память народа».